Сөләймәнов Ғәббәс Ибәтулла улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант

Сөләймәнов Ғәббәс Ибәтулла улы (рус. Сулейманов Габбас Ибатуллович (Ибатуллинович); 1896 йыл, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1899 йылсентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының санинструкторы, өлкән сержант. 1943 йылдың сентябрендә һуғышта хәбәрһеҙ юғала.

Сөләймәнов Ғәббәс Ибәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1896
Тыуған урыны Күгәрсен-Бүләк, Түбәнге Зәйет ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, СССР
Вафат булған көнө 1943
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание өлкән сержант һәм Санинструктор[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәббәс Ибәтулла улы Сөләймәнов 1896 йылда (1899 йыл) хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Күгәрсен-Бүләк ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Шаран районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се гвардия кавалерия дивизияһының 294-се гвардия кавалерия полкы батареяһында санинструктор булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылдың 19 ноябренән 15 декабренә тиклем ваҡыт арауығында һуғыш яланынан утыҙҙан ашыу ҡаты яралы һалдат һәм командирҙы алып сыға һәм 60-тан ашыу яугирға беренсе ярҙам күрһәтә. Бының өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]. Өлкән сержант Ғәббәс Сөләймәнов 1943 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғала[3]. Юғалтыуҙар исемлегендә яугирҙың Шаран районы Күгәрсен-Бүләк ауылында йәшәүсе ҡыҙы Сөләймәнова Анна Ғәббәс ҡыҙы күрһәтелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО Фонд ист. информации: 33 Опись ист. информации: 686044 Дело ист. информации: 4305
  • ВК Республики Башкортостан Фонд ист. информации: Отдел ВК по Бакалинскому и Шаранскому р-нам Республики Башкортостан Дело ист. информации: 1007383