Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалер

Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы (20 октябрь 1921 йыл — 31 декабрь 1988 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирs, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 20 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Баймаҡ районы,Мерәҫ
Вафат булған көнө 31 декабрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, Мерәҫ
Һөнәр төрө тоҫҡаусы
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы һәм батырлығыҮҙгәртергә

Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы 1921 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында тыуа. 1941 йылдың декабрендә Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында 3-сө эскадрон тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән бүләкләү ҡағыҙында Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы тураһында былай тип яҙылған: «Иптәш Сәғитов батыр һәм ҡурҡыу белмәҫ яугир, Одерҙан алып Бранденбургҡа тиклем хәрби юл үтә. Бранденбург ҡалаһы өсөн барған һуғышта Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы шәхси ҡоралы менән дошмандың алты һалдатын юҡ итә һәм дүрт һалдатын әсирлеккә ала. Взводты ҡаплап, плацдармды киңәйтеү буйынса взводтың алға барыуына мөмкинлек бирә». Был батырлығы өсөн Сәғитов Ирғәли Мырҙағәли улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1946 йылда демобилизациялана[1]. Яугир 1988 йылдың 31 декабрендә тыуған ауылында вафат була[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә