Сәхәүетдинов Нәсибулла

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия сержанты.

Сәхәүетдинов Нәсибулла (рус. Сахаутдинов Насибулла 1902 йыл — 20 ғинуар 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия сержанты.

Сәхәүетдинов Нәсибулла
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Арыҫлан, Ҡыйғы районы
Вафат булған көнө 20 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Вафат булған урыны Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Передрейка, Осовецкий сельсовет[d], Петриковский район[d], Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Сәхәүетдинов Нәсибулла 1902 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Ҡыйғы районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылдың 20 ғинуарында Белоруссия ерҙәрендә барған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була. Белоруссияның Полесье өлкәһе (хәҙер Гомель өлкәһе) Мозырь районының Передрейка ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Юғалтыуҙар исемлегендә гвардия сержанты Сәхәүетдинов Нәсибулланың Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында йәшәгән ҡатыны Сәхәүетдинова Кәримә күрһәтелгән[2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18002 Дело ист. информации: 352