Сәпсектәр (лат. Motacilla) — турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе.

Сәпсек

Аҡ сәпсек

Тау сәпсеге

Һары сәпсек

Һары сәпсек
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Motacilla Linnaeus, 1758


Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Тасуирлама

үҙгәртергә

Турғай һымаҡтар ғаиләһенең башҡа ағзаларынан айырмаһы сағыштырмаса аҙ. Оҙонса тар, тура ҡырҡылған ҡойроғоноң ике урта ҡауырһыны ситкеләренән бер аҙ оҙонораҡ; 1-се ҡағыу ҡауырһыны 2-се һәм 3-сөһөнә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ; артҡы бармағының бер аҙ бөгөлгән тырнағы бармаҡтан ҡыҫҡараҡ.

 

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Сәпсектәр — күсеп йөрөүсе ҡоштар.

Күпселек сәпсектәр һыу янында айырым ғаиләләр йәки бәләкәй төркөмдәр менән тора; ерҙә йәки ағас ҡыуыштарында сәпсектәр оя ҡора.

Күпселек ваҡ ҡоштарҙан айырмалы рәүештә, ул ергә һикереп түгел, ә йүгереп хәрәкәт итә.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Сәпсектәр ғаиләһенең башҡа вәкилдәре кеүек үк, сәпсектәр ҙә тик бөжәктәр, шул иҫәптән осоп барған энәғараҡтар менән генә туҡлана.. Бөжәктәргә һунар иткәндә, сәпсектәр ер өҫтөндә артҡа һәм алға шәп йүгерә, туҡталыштар ваҡытында оҙон ҡойроғон өҫкә һәм аҫҡа сайҡай (ҡойроғон һелкетә). Һуңғы үҙенсәлеге сәпсектәрҙең исемен аңлата.

 
Аҡ сәпсектең себештәре

Йәйгә 1 йәки 2 тапҡыр йомортҡа һала, күпселектә 5—6 сыбар төҫлө йомортҡанан тора. Һоро һәм һары, шулай уҡ ҡара һәм аҡ төҫтәр өҫтөнлөк итә.

Таралыуы

үҙгәртергә

Күпселек төрҙәре Европала осрай. Һары сәпсектәрҙе ҡайһы берҙә айырым төргә (Budytes) бүлеп йөрөтәләр. Урта һәм Төньяҡ Рәсәйҙә кеше торлағы янында үҙҙәрен иркен тотҡан ябай төр — аҡ сәпсек(Motacilla alba). Ул аҫтан аҡ; башы өҫтән (аҡ маңлайынан башҡа), тамағы һәм ҡойроғоноң урта ҡауырһындары — ҡара төҫтә. Йәйен стена ярыҡтарында, күпер аҫтындағы киртләстәрҙә, тупраҡ уйымдарында, ағас һәм ҡыуаҡ тамырҙары аҫтында һәм урындарға 2 тапҡыр оя ҡора. Үргән кәүшәк ояһына йөн киҫәктәре һәм сәстәр түшәлә. Көҙөн күсеү өсөн ҙур көтөүҙәргә йыйыла.

Төркөмгә 13 төрө инә:

Һылтанмалар

үҙгәртергә