Сәйфуллин Мөхәмәтйән Хәҙис улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, гвардия рядовойы, һуңғараҡ гвардия ефрейторы

Сәйфуллин Мөхәмәтйән Хәҙис улы (рус. Сайфуллин Мухаметьян Хадисович, или Сайфуллин Мухамедьян (Мухамеджан, Мухамедзян) Харисович 1 июль 1911 йыл1975 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, гвардия рядовойы, һуңғараҡ гвардия ефрейторы.

Сәйфуллин Мөхәмәтйән Хәҙис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1 июль 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Мәмбәт, Маҡан ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы
Вафат булған көнө 1975
Һөнәр төрө тимерсе
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәйфуллин Мөхәмәтйән Хәҙис улы 1911 йылдың 1 июлендә хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы Мәмбәт ауылында тыуа. 1942 йылдың декабрендә Хәйбулла районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Фронтта 1943 йылдың майынан һуғыша. 16-сы кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкында 1‑се эскадрондың ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы, дағалау тимерсеһе булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылдың 3 февралендә Сәйфуллин Мөхәмәтйән Хәҙис улы 142 м бейеклек районында үҙенең взводынан алда барып, беренсе булып билдәләнгән маҡсатҡа етә һәм ДПД уты менән алты немец һалдатын юҡ итә. Бынан тыш мылтығы менән яралы иптәшен алып сыға. 1-се эскадрондың ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы Сәйфуллин Мөхәмәтйән Хәҙис улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]. Сәйфуллин Мөхәмәтйән Хәҙис улы дағалау тимерсеһе вазифаһында булып, урманда аттарҙың дағаларын тикшерә һәм бөтә яҡшы икәнлегенә ышанғас, карабинын ҡулына алып һөжүм итеүсе иптәштәре менән стройҙа бара, шул ваҡыт окопта өс немецты аңғарып ҡала һәм мәргән атып, икеһен юҡ итә, береһе ҡайҙалыр ҡаса. Шулай итеп, Сәйфуллин ике атты дағалай, ике немецты тышаулай[сығанаҡ 1225  көн күрһәтелмәгән].

1945 йылдың 14 июнендә Сәйфуллин Мөхәмәтйән Хәҙис улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә