Сәйфетдин Сураҡаев
Сәйфетдин Сураҡаев (1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Сәйфетдин Сураҡаев | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Ҡыр-Йылан улусы, Балаҡ ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
Зауряд-сотник |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Биографияһы
үҙгәртергәСәйфетдин Сураҡаев Ырымбур губернаһы Ҡыр-Йылан улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Балаҡ ауылында йәшәгән[1]. Зауряд-сотник булып хеҙмәт итә[2].
1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 4-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 4-се Башҡорт атлы полкы 12-се, 8-се, 5-се һәм 4-се кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 25 июлендә Түбәнге Новгородҡа бара. 3 ноябрҙә полк Волконскийҙың отряды менән бергә Витгенштейн корпусына керә, 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. Рус армияһының сит илгә походтары барышында Лейпциг һәм Дрезден янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1813 йылдың декабрендә Богемия армияһының Төп фатиры ҡарамағында хеҙмәт итә. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 4-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә[3].
Бүләктәре
үҙгәртергә- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Гатиятуллин З. Г. Башкиры 12-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н., 2012, с. 393
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
- Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.