Сәйетгәрәев Хәтмулла Солтан улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Сәйетгәрәев Хәтмулла Солтан улы (1917 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Сәйетгәрәев Хәтмулла Солтан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
СССР[d]
Тыуған көнө 1917
Тыуған урыны Иҫке Ихсан ауылы, Рәсәй
Һөнәр төрө разведчик
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Сәйетгәрәев Хәтмулла Солтан улы 1917 йылда Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында тыуа. 1941 йылдың ноябрендә Өфө ҡалаһының Жданов ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 21-се айырым гвардия химик һаҡлау взводында химик-разведчик булып хеҙмәт итә[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән батырлыҡтары тураһында тасуирламала Сәйетгәрәев Хәтмулла Солтан улы тураһында былай тип яҙыла:

  }«Иптәш Сәйетгәрәев Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдан ҡатнаша. 1943 йылдың ғинуарында Чернышев районында Обливская станцияһы янындағы һуғыштарҙа ҡатнашып, ҡаты яралана.

1945 йылдың 27 ғинуарында Бранденбург янында Горцер урманы районында немец ғәскәрҙәренән тороп ҡалған төркөмдәрҙе эҙләү буйынса танк десантында ҡатнаша. Иптәш Сәйетгәрәев алға ҡыйыу хәрәкәт итә һәм автомат уты менән танктарға юл асып бара. Бында ул дүрт немец һалдатын әсирлеккә ала.

1945 йылдың 28 апрелендә Бранденбург районында йылғаның көнсығыш ярында тупланған немец ғәскәрҙәрен юҡҡа сығарыу буйынса танк десантында ҡатнаша. Иптәш Сәйетгәрәев яугирҙәр төркөмө башында тотҡондар лагерына килә һәм, немецтарҙың ҡасып китеүенән файҙаланып, тотҡондарҙы азат итә».[2]

 

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 7352.

Һылтанмалар үҙгәртергә