Сәйед Кастро Аиша

Доминика скрипкасыһы һәм альтсыһы

Аиша Сәйед Кастро (исп. Aisha Syed Castro, йәки Аиша Сайед; 15 сентябрь 1989 йыл, Сантьяго-де-лос-Трейнта-Кабальерос) — Доминика скрипкасыһы һәм альтсыһы.

Сәйед Кастро Аиша
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Доминика Республикаһы
Тыуған көнө 15 сентябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (35 йәш)
Тыуған урыны Сантьяго-де-лос-Трейнта-Кабальерос[d], Доминика Республикаһы
Һөнәр төрө скрипкасы
Уҡыу йорто Школа Иегуди Менухина[d]
Музыка ҡоралы скрипка

Биографияһы

үҙгәртергә

Атаһы сығышы менән Пакистандыҡы. Аиша музыка менән дүрт йәшендә ҡыҙыҡһына башлай. Тыуған ҡалаһында уҡырға төшә, шунан Санто-Домингола белем ала. Алты йәштән Доминика Республикаһының Балалар симфоник оркестында уйнай. Ун бер йәшендә уны Милли симфоник оркестрға сығыш яһарға саҡыралар, бында Аиша дебют сығышында Макс Брухтың скрипка өсөн концертын башҡара. 2001 йылда Нью-Йорктағы Джульярд мәктәбенә саҡырыла, унда Дороти Делэй менән Ицхак Перлмандың оҫталыҡ кластарына йөрөй. 2002 йылда — латиноамерикандарҙан беренсе булып — Иегуди Менухин мәктәбенә алына, бында композиция, скрипка һәм альт сәнғәте менән шөғөлләнә (педагогтары араһында — Наталья Боярская).

Майамиҙа йәшәй.

Репертуары

үҙгәртергә

Сәйедтең репертуарында — XVIII—XX быуат композиторҙары Бах, Гайдн, Моцарт, Барток, Шостакович, Жинастера кеүек компоизторҙарҙың скрипка һәм альт өсөн әҫәрҙәре, хәҙерге заман композиторҙарының (Ноам Шерифф, Менахем Визенберг) музыкаһы премьераһы менән сығыштар.

2012 йылда The Classical Recording Company скрипкасы ҡыҙҙың Pasión Latina (фортепианола — Найджел Хатчинсон [1]) дискыһын яҙҙыра.

Ижади хеҙмәттәшлек

үҙгәртергә

Латин Америкаһында, АҠШ-та, Европала (Бөйөк Британия, Франция, Швейцария, Испания, Германия), Израилдә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә концерттар менән була. Күп һанлы музыкаль фестивалдәрҙә ҡатнаша. Наталья Гутман, Борис Кушнир, Юлиан Рахлин, Итамар Голан, Алексей Игудесман, Павел Верников, Максим Венгеров менән бергә сығыш яһай.

Аиша Сәйед Кастро йылдың классика башҡарыусыһына бирелә торған милли художество Касандра премияһынв лайыҡ була (2009).

Һылтанмалар

үҙгәртергә