Сүриә һуғыштары
Сүриә һуғыштары — беҙҙең эраға тиклем III—II быуаттарҙа Селевки дәүләте менән Мысырҙа хакимлыҡ иткән Птолемейҙар араһында Келесүриә өсөн алты һуғыш; уларҙа Македония ла ҡатнашҡан.
- Беренсе Сүриә һуғышы (б.э.т. 274—271 йылдар)
- Икенсе Сүриә һуғышы (б.э.т. 260—253 йылдар)
- Өсөнсө Сүриә һуғышы (б.э.т. 246—241 йылдар)
- Дүртенсе Сүриә һуғышы (б.э.т. 219—217 йылдар)
- Бишенсе Сүриә һуғышы (б.э.т. 202—195 йылдар)
- Алтынсы Сүриә һуғышы (б.э.т. 169—168 йылдар)
Сүриә һуғыштары | |
Урын | Келесирия[d] |
---|---|
Башланыу датаһы | б. э. т. 274 |
Тамамланыу датаһы | б. э. т. 168 |
Ҡатнашыусылар | Селевкиҙар дәүләте, Эллинистический Египет[d] һәм диадохи[d] |
Сүриә һуғыштары Викимилектә |
Һуғыштар ул осорҙағы эллинистик монархияларға хас булған хәйләкәр дипломатия менән оҙатыла, был ике яҡты ла көсһөҙләндерә. Был һуғыштарҙың һуңғыһында Селевкиҙар Птолемейҙарҙы еңеүгә өлгәшһә лә, ҡеүәтләнә барған Рим республикаһының ҡыҫылыуы Мысырҙы тулыһынса оккупациялауҙан ҡотҡара. Рим ҡуйған ультиматум селевкиҙар батшаһы Антиох IV Эпифанды баҫып алынған илдән сигенергә мәжбүр итә. Шул ваҡыттан алып Мысыр Рим ҡурсалауы аҫтында булғанлыҡтан, беҙҙең эраға тиклемге 168 йыл Сүриә һуғыштарының ахыры тип һанала.
Беренсе Сүриә һуғышы (б. э. т. 274—271)
үҙгәртергәУн йыл хакимлыҡ иткәндән һуң Мысыр батшаһы Птолемей II-нең мәнфәғәттәре Антиох I-нең Сүриә һәм Анатолияны баҫып алыу ниәте менән бәрелешә. Птолемей II тәүәккәл сәйәсмән һәм оҫта хәрби башлыҡ булып сыға. Уның ҡыҙ ҡәрҙәше, тәжрибәле һарай интриганкаһы Арсиноя II менән никахы Мысыр һарайында тотороҡлолоҡ урынлаштыра, шунлыҡтан Птолемей II хәрби кампанияны уңышлы алып бара. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа хатта һуғышта еңеүгә Арсиноя II-нең аҡылы һәм таланты ярҙам итә тип тә раҫлана.
Һуғыш Птолемей II-нең еңеүе менән тамамлана. Һуғыш башында Антиох I Сүриәнең яр буйы һыҙатында һәм Анатолияның көньяғында Птолемейҙарҙың ерҙәрен баҫып алған була. Б. э. т. 271 йылға Птолемей II уларҙы ҡайтарып ала, хакимлығын иһә Карияға һәм Киликияның ҙур өлөшөнәсә киңәйтә. Һуғыш һөҙөмтәһендә Финикия (Сүриә яр буйының төньяғы), Анатолияның ҙур өлөшө һәм Киклад утрауҙары Мысырға күсә. Шул уҡ ваҡытта, Птолемей II көнсығышта һуғышып йөрөгәндә, уның ҡәрҙәше Магас Киренаикала бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Был өлкә б. э. т. 250 йылға тиклем бойондороҡһоҙ була, шунан ҡабат Птолемейҙар батшалығына ҡушыла.
Икенсе Сүриә һуғышы (б. э. т. яҡынса 260—яҡынса 253)
үҙгәртергәБ. э. т. 261 йылда Антиох II Селевкиҙарҙың тәхетен мираҫ итеп ала һәм киләһе йылына тағы Сүриә өсөн һуғышҡа сыға. Уға македон батшаһы Антигона II Гоната ярҙам итергә вәғәҙә бирә, сөнки үҙе лә Птолемей II-не Эгей диңгеҙенән ҡыуырға хыяллана. Уның булышлығы менән Антиох II Птолемейҙарҙың Азиялағы төпкөл һаҡ биләмәләренә һөжүм башлай.
Икенсе Сүриә һуғышы тураһындағы мәғлүмәттең күбеһе юғалған. Шуныһы билдәле: б. э. т. 256 йылда Антигон II-нең флоты Кос утрауы эргәһендәге алышта Мысыр флотын еңә. Мысыр флотының еңелеүе Птолемейҙарҙың диңгеҙҙәге өҫтөнлөгөн ҡаҡшата. Мысырҙар Киликиянан, Иониянан һәм Памфилиянан да китә, ә Антиох II Милет менән Эфесты яулап ала. Коринфта һәм Халкидала ихтилалдар тоҡана, улар, моғайын, Птолемей II-нең отҡоһо буйынса башланғандыр, шунлыҡтан Антигон II б. э. т. 253 йылда һуғышта ҡатнашыуҙан ваз кисә. Ошо уҡ ваҡытта Македонияның төньяҡ сигендә лә Мысыр ғәскәрҙәренең хәрәкәттәре көсәйә.
Б. э. т. 253 йыл тирәһендә һуғыш тутҡтатыла. Солох билдәһе итеп Птолемей II-нең ҡыҙы Береника Антиох II-гә кейәүгә сыға. Антиох II беренсе ҡатыны Лаодика менән айырыла, уға күп кенә биләмәләрен биреп ҡалдыра. Б. э. т. 246 йылда Антиох II Эфес ҡалаһында вафат була. Ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, уны Лаодика ағыулап үлтерә. Шул уҡ йылды Птолемей II лә мәрхүм була.
Өсөнсө Сүриә һуғышы (б. э. т. 246—241)
үҙгәртергәӨсөнсө Сүриә һуғышы «Лаодика һуғышы» тигән атама аҫтында ла билдәле. Ул тәхет бүлешеүгә бәйле низағтан башлана. Антиох II-нең вафатынан һуң Селевкиҙар дәүләтендә власҡа уның дан һөйгән ике ҡатыны — беренсе ҡатыны Лаодика менән Птолемей II-нең ҡыҙы Береника — дәғүәләшә, улар икеһе лә улдарын тәхет вариҫлығына тәҡдим итә. Лаодика үлем түшәгендә ятҡан Антиох II-нең уның улын вариҫ иткәнлеген белдерә, ә Береника үҙенең улын законлы вариҫ тип раҫлай. Береника Мысырҙың яңы батшаһы итеп ҡуйылған ағаһы Птолемей III-нө, Антиохияға килеп, улына тәхетте биләргә ярҙамлашырға саҡыра. Птолемей III килеп етеүгә Береника менән улы үлтерелгән була.
Птолемей III б. э. т. 246 яңы селевки батшаһы Селевк II-гә һуғыш иғлан итә һәм ярайһы уҡ уңышлы хәрби кампания башлай. Ул Сүриәлә һәм Анатолияла Селевк II-не еңә, Антиохияны ала. Күптән түгел табылған шына яҙыулы яҙмаларҙа раҫланғанынса, Птолемей III Бабилға етә. Әммә мысырҙар Антигон II Гонат менән Андрос утрауы эргәһендәге алышта Киклад утрауҙарын юғалта.
Птолемей III-нән еңелеүҙән тыш, Селевк II башҡа ауырлыҡтар менән дә осраша. Әсәһе Лаодика улын ҡустыһы Антиох Гиераксты дәүләттең идаралашсыһы итергә күндерә. Ул саҡта Антиох Гиеракс Анатолия өлкәһенә идара итергә ебәрелгән була. Анатолияны бойондороҡһоҙ тип иғлан итеп, Антиох Гиеракс Селевк II-нең илде Птолемей III-нән яҡлау буйынса тырышлыҡтарына аяҡ сала.
Б. э. т. 241 йыл солохона алмашҡа Птолемей III Сүриәнең төньяҡ яр буйы өлкәләрен, шул иҫәптән Приериялағы Селевкияны ла (Антиохиялағы гавань) ала. Ул заман Птолемейҙар державаһының иң ҡеүәтле сағы була.
Селевкиҙар өсөн һуғыш насар тамамлана: Мысырға Сүриәнең бер өлөшөн бирергә тура килә, Анатолияла ғәмәлдә Антиох Гиеракс хакимлыҡ итә (һуңыраҡ был территорияларҙы Пергам батшаһы Аттал I баҫып ала), элекке көнсығыш провинциялар Бактрия менән Парфия бойондороҡһоҙ хакимдар ҡулында була.
Дүртенсе Сүриә һуғышы (б. э. т. 219—217)
үҙгәртергәБ. э. т. 223 йылда тәхеткә ултырған Антиох II илдең Селевк I Никатор осоронда юғалтылған биләмәләрен кире ҡайтарыу маҡсатын ҡуя. Элек уның ерҙәре көнсығышта Грек-Бактрия батшалығына һәм Һиндостанға тиклем, төньяҡта Геллеспонтҡа, көньяҡта Сүриәгә тиклем йәйрәп ятҡан була. Б. э. т. 221 йылда ул көнсығыш провинцияларҙа һәм Анатолияла Селевкиҙарҙың хакимлығын ҡабат урынлаштыра. Шунан Антиох III ҡарашын Сүриә менән Мысырға төбәй.
Был ваҡытҡа Мысыр һарай интригалары һәм халыҡ күтәрелештәре менән көсһөҙләндерелгән була. Птолемей IV Филопатор батшаның (б. э. т. 221—204) тәхеткә ултырыуы батша ҡатыны Береника II-нең үлтерелеүенән башлана. Йәш батша тиҙ арала һарай кешеләренең йоғонтоһона бирелә, улар власты үҙ мәнфәғәттәрендә файҙалана, халыҡ быға ҡарата ҡәнәғәтһеҙлеген күрһәтә.
Антиох III Мысырҙағы тотороҡһоҙлоҡто үҙ мәнфәғәтендә файҙалана. Б. э. т. 221 йылдағы уңышһыҙ һөжүменән һуң ул б. э. т. 219 йылда Мысыр менән яңы һуғышҡа инә, Пиериялағы Селевкияны, Финикия, Фәләстин ҡалаларын, шул иҫәптән Тир ҡалаһын ала. Йәһәт кенә Мысырға баҫып инеү урынына Антиох III йылдан ашыу Финикияла тотҡарланып тора, яңы биләмәләрен нығыта һәм Мысыр яғынан дипломатик аҙымдар көтә.
Птолемей IV-нең министры Сосибий Антиох III менән һөйләшеүҙәр башлай, ыңғайында яңы ғәскәр туплау һәм күнектереү менән дә шөғөлләнә. Ғәскәргә ерле грек ирҙәрен генә түгел, ерле мысырҙарҙы ла (30 мең тирәһе фалангасы мысыр) алалар. Был һуғышта еңеү мөмкинлеген бирә, әммә һуңынан Мысырҙа тотороҡлолоҡто ҡаҡшата — грек хәрбиҙәре менән сағыштырғанда тиң хоҡуҡлы булмаған мысыр хәрбиҙәре көсәйеп китә һәм, халыҡ фетнәләрендә ҡатнашып, үҙ талаптарын ҡуя. Б. э. т. 217 йылдың йәйендә Птолемей IV Рафия янындағы алышта Антиох III-нө тар-мар итә. Был алыш Ипсалағы алыштан ҡала иң эреһе була.
Еңеү һөҙөмтәһендә Птолемей IV Келесүриәне (йәки Буш Сүриәне) буйһондора, ләкин Пиериялағы Селевкияны алыу һуғышын дауам итмәй. Артабанғы йылдарҙа Птолемейҙар батшалығы көсөн юғалта бара, иҡтисади проблемаларҙан һәм ихтилалдарҙан йонсой. Рафия эргәһендә һуғышҡан мысырҙар араһында милләтселек идеялары тарала. Һуғышырға күнеккән мысырҙар ихтилал күтәрә һәм үрге Мысырҙа үҙ дәүләтен төҙөй, ул б. э. т. 185 йылдарҙа ғына Птолемейҙар тарафынан яулана.
Бишенсе Сүриә һуғышы (б. э. т. 202—195)
үҙгәртергәБ. э. т. 204 йылда, Птолемей IV вафат булғас, Птолемей V эргәһендә регент булыу хоҡуғы өсөн ҡанлы ыҙғыш сыға. Ыҙғыш министрҙар Аготокл һәм Сосибийҙың мәрхүм батша Арсиноя III-нөң ҡатыны менән ҡыҙ ҡәрҙәшен үлтереүенән башлана. Сосибийҙың яҙмышы билдәһеҙ, ә Аготокл бер аҙ ваҡытҡа регент булып ала шикелле, әммә уны Александрияла халыҡ төркөмө өҙгөсләп үлтерә. Регентлыҡ бер советниктан икенсеһенә күсә, дәүләт анархия хәленә төшә бара.
Ошонан файҙаланып, Антиох III македон батшаһы Филипп V менән Птолемейҙарҙың диңгеҙ аръяғы биләмәләрен тартып алыу һәм бүлешеү тураһында килешеү төҙөй һәм Буш Сүриәгә поход ойоштора. Антиох III Иордан йылғаһы тамағында Птолемейҙы тар-мар итә һәм мөһим Сидон портын ала.
Б. э. т. 200 йылда Рим вәкилдәре Филипп V һәм Антиох III эргәһенә килә һәм уларҙан Мысырға баҫып инмәй тороуҙы талап итә. Римлылар Мысырҙан ашлыҡ һатып алыуҙы өҙҙөрмәҫкә тырышаүҡан була. Ике батша ла Мысырға һөжүм итергә йыйынмағанлыҡтан Рим талабына ихлас буйһона. Б. э. т. 198 йылға Антиох III Сүриәне буйһондороуҙы тамамлай, Карияла һәм Киликияла Мысырҙың яр буйы ҡәлғәләренә барымталарын дауам итә.
Эске проблемалар Птолемей V-не отошһоҙ шарттарҙа булһа ла солох эҙләргә мәжбүр итә. Һуғышҡа тиклем башланған милләтселек хәрәкәте Мысыр жрецтары ярҙамы менән көсәйә бара, бөтә илдә тәртипһеҙлектәр һәм фетнәләр ҡаплай. Иҡтисадтың көсһөҙләнеүе һалымдар артыуына килтерә, был иһә милләтселекте көсәйтә. Эске мәсьәләләрҙе сисеү маҡсатында Птолемей V б. э. т. 195 йылда Антиох III менән солох килешеүе төҙөй, Сүриәнең Селевкиҙар тарафынан баҫып алыныуына күнә һәм Антиох III-нөң ҡыҙы Клеопатра I-гә өйләнергә ризалаша.
Алтынсы Сүриә һуғышы (б. э. т. 170—168)
үҙгәртергәБ. э. т. 180 йылда Птолемей V вафат була, Мысырҙа 6 йәшлек Птолемей VI Филометор тәхеткә килә. Әсәһе Клеопатра I уның регенты була.
Б. э. т. 170 йылда Антиох IV алтынсы һуғышты башлай. Б. э. т. 169 йылда ул Мысырға баҫып инә, Мемфисты ала. Б. э. т. 168 йылда Антиох IV Мысырға икенсе походты үткәрә, тотош тиерлек Мысыр территорияһын, Селевкиҙарҙың флотын ҡулына төшөрә, Кипрҙы ала. Антиох IV Александрияға ташлана, ләкин һуғышҡа Рим ҡыҫыла, ул Мысырҙан китеүҙе талап итә, китмәһә, һуғыш асыу менән янай. Күптән түгел генә Пидна эргәһендә македондарҙы ҡырып һалған римлыларҙан шөрләгән Антиох IV Римға буйһона һәм Мысырҙан сыға, яуланған бөтә территорияларҙан баш тарта.
Сүриә һуғыштарының йомғағы
үҙгәртергәҺуғыштар ике яҡтың да көсһөҙләнеүенә килтерә, был б. э. т. II—I быуаттарҙа улар өҫтөнән Рим хакимлығы урынлашыуына шарттар тыуҙыра.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- John D. Grainger: The Syrian Wars. Leiden 2010.
- Сирийские войны // Советская историческая энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. Под ред. Е. М. Жукова. 1973—1982.