Македония (Греция)

Македони́я (грек. Μακεδονία), шулай уҡ Грек Македо́нияһы ( Эге́й Македо́нияһы йәки Аҡ диңгеҙ Македо́нияһы терминдарын башлыса Грецияның төньяҡ күршеләре файҙалана[2]) — Македонияның тарихи-географик өлкәһе өлөшө, уны 1912—1913 йылдарҙа Балҡан һуғышы осоронда грек армияһы азат иткән. Бухарест килешеүе (1913) буйынса ул Греция составына ингән, майҙаны хәҙерге грек дәүләтенең 25,9 % территорияһын тәшкил итә.

Македония
грек. Μακεδονία
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1913
Рәсем
Рәсми атамаһы Μακεδονία
Кем хөрмәтенә аталған Македония[d]
Этнохороним Macedoni
Дәүләт  Греция
Административ үҙәк Салоники
Халыҡ һаны 2 382 857 кеше[1]
Ҡулланылған тел новогреческий язык[d] һәм понтийский язык[d]
Майҙан 34 177 км²,
13 196 миль²
Урынлашыу картаһы
Описание печати/эмблемы Вергинская звезда[d]
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Карта
 Македония Викимилектә

Грецияла Македония тип кенә атала, был Грецияның халыҡ һаны һәм майҙаны буйынса икенсе урында торған регионы.

Македония 1912 йылғы географик Македонияның 52,4% майҙанын биләй һәм уның халҡының 52,9 % тәшкил итә.

Географияһы

үҙгәртергә

Македония — Төньяҡ Грецияның (Northern Greece) тарихи географик өлкәһе, уның иң ҙур майҙанын биләй. Көнбайышта Пинд тауҙарынан башлап Эпир менән , көнсығышта Нестос йылғаһы буйлап Фракия менән сикләшә. Көньяҡ сигенең өстән ике өлөшө Эгей диңгеҙе буйынан үтә, өстән бере — Камвуния һәм Олимп тауҙары буйлап Фессалияға барып сыға. Төньяҡтан дәүләт сиге Албания, Төньяҡ Македония һәм Болгария янынан үтә.

Был Аттиканан ҡала иң ҙур майҙанлы ( ил ерҙәренең 25,9 %) һәм иң күп кеше йәшәгән географик өлкә. Майҙаны 34 177,564 квадрат километр[3]. 2011 йылғы иҫәп алыу буйынса халҡы 2 402 532 кеше[4].

100 мең тирәһе славян телле әҙселек бар, 10 - 30 мең тирәһе кеше үҙен македониялы һанай, улар үҙҙәрен гректарға индермәй [5].

Македония Грецияның утрау өлөшөнән ландшафтының байлығы, тәбиғәт шарттарының төрлөлөгө, флора һәм фаунаһының күп төрлөлөгө, изге урындары, археологик ҡомартҡылары һәм боронғолоғо менән айырылып тора.

Административ бүленеше

үҙгәртергә

«Калликратис» программаһы буйынса административ яҡтан 3 периферияға бүленә,уларҙың береһе Фракияны, 14 периферия берәмеген һәм 1 айырым административ берәмек Айон-Оросто (Афон) үҙ эсенә ала.

Көнбайыш Македония периферияһы ошондай берәмектәрҙән тора: Гревена, Кастория, Козани һәм Флорина, административ үҙәге — Козани. Үҙәк Македония ошондай берәмектәрҙән тора: Иматия, Килкис, Пела, Пиерия, Салоники, Сере һәм Халкидики, административ үҙәге — Салоники. Көнсығыш Македония һәм Фракия ошондай берәмектәрҙән тора: Драма, Кавала һәм Тасос.

Македония Поз. Греции перифериялары (периферия берәмеге) Административ үҙәк Майҙан, км²[3] Халҡы, кеше (2011)[4]
 
Көнбайыш Македония Козани 9451,406 283 689
1 Кастория Кастория 1720,133 50 322
2 Флорина Флорина 1924,564 51 414
3 Козани Козани 3515,853 150 196
4 Гревена Гревена 2290,856 31 757
Үҙәк Македония Салоники 18 810,523 1 880 058
5 Пела Эдеса 2505,774 139 680
6 Иматия Верия 1700,810 140 611
7 Пиерия Катерини 1516,702 126 698
8 Килкис Килкис 2518,880 80 419
9 Салоники Салоники 3682,736 1 110 312
10 Халкидики Полийирос 2917,877 105 908
11 Сере Сере 3967,744 176 430
Көнсығыш Македония һәм Фракия (часть) 5579,998 236 974
12 Драма Драма 3468,293 98 287
13 Кавала Кавала 1731,608 124 917
Тасос Тасос 380,097 13 770
Айон-Орос (Афон, айырым административ берәмек) Карье 335,637 1811
Македония 34 177,564 2 402 532

Македонияла тыуғандар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://en.wikipedia.org/w/index.php?title=Macedonia_(Greece)&oldid=888182180
  2. Βακαλόπουλος, Κωνσταντίνος Α. Επίτομη Ιστορία της Μακεδονίας. — Θεσσαλονίκη: Εκδόσεις αδελφών Κυριακίδη, 1988. — P. 226.
  3. 3,0 3,1 Απογραφή πληθυσμού - κατοικιών της 18ης μαρτίου 2001 (μόνιμος πληθυσμός) (грек). — Πειραιάς: Εθνική στατιστική υπηρεσία της Ελλάδας, 2009. — Т. I. — С. 329—331. — ISSN 1106-5761.
  4. 4,0 4,1 Δελτίο τύπου. Ανακοίνωση των αποτελεσμάτων της Απογραφής Πληθυσμού-Κατοικιών 2011 για το Μόνιμο Πληθυσμό της Χώρας (грек). Ελληνική Στατιστική Αρχή (28 Δεκεμβρίου 2012). Дата обращения: 4 июнь 2017.
  5. Report about Compliance with the Principles of the Framework Convention for the Protection of National Minorities (along guidelines for state reports according to Article 25.1 of the Convention) (ингл.). Greek Helsinki Monitor & Minority Rights Group - Greece (18 сентябрь 1999). — Рапорт Греческого хельсинкского комитета. Дата обращения: 29 июнь 2018. 2020 йыл 18 октябрь архивланған.
  • Giza, Antoni. Państwa bałkańskie wobec kwestii macedońskiej w latach 1878-1918. — Szczecin: Wydawnictwo Naukowe Uniwersytetu Szczecińskiego, 1998. — 205 p. — (Rozprawy i Studia / Uniwersytet Szczeciński, 287). — ISBN 978-8387341756.
  • Гиза, Антони. Балканските държави и македонския въпрос / превод от полски Димитър Димитров. — София: Македонски Научен Институт, 2001. — 135 с. — (Македонска библиотека). — ISBN 954-81-87-523-1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә