Мысырҙа цивилизация тарихы 5 мең йылдан ашыу иҫәпләнә.

Мысыр тарихы
Рәсем
 Мысыр тарихы Викимилектә

Боронғо Мысыр тарихы

үҙгәртергә
 
Фирғәүен Аменхотеп III ғаиләһе - XVIII династия фирғәүендәренең береһе
  • ~ б.э. тиклем 3000 й. - Менес фирғәүендең Мысырҙы берләштереүе.
  • ~ б.э. тиклем 2700 й. - баш ҡалаһы Түбәнге Мемфиста урынлашҡан Боронғо батшалыҡтың башланыуы
  • ~ б.э. тиклем2000 й. - Мысырҙың яңы эпохаһы, Урта батшалыҡ, баш ҡалаһы Фивы Үрге Мысырҙа
  • б.э. тиклем 1700 й.— гиксостар баҫып алыуы.
  • б.э. тиклем 1479—1425 йй. — Тутмос III хакимлығы.
  • б.э. тиклем 1279—1213 йй. — Рамсес II хакимлығы.
  • б.э. тиклем 671 й. — Мысырҙы Ассирия батшаһы Псамметих I яулап ала. Баш ҡала - Саиста.
  • б.э. тиклем 525 й. — Мысырҙы фарсы батшаһы Камбиз II яулап ала.

Грек-рим осоро

үҙгәртергә

Мысыр Сәсәниҙәр дәүләте составында

үҙгәртергә

Мысыр Ғәрәп хәлифәлеге составында. Толониҙар. Фатимиҙар. Әйүбиҙәр. Мәмлүктәр

үҙгәртергә
 
Мәмлүк яугирҙары
  • 639 — Мысырҙы ғәрәптәрҙең баҫып алыуы. Ислам таралыуы.
  • 725-733 — ҡүбтиҙәр (рус. копт) ихтилалы.
  • 868 — Әхмәт иб Толон Мысыр әмире итеп тәғәйенләнгән. Ул идара иткәндә Мысыр ғәмәлдә бойондороҡһоҙ булып китә.
  • 969 —Фатимиҙар яулап ала. Фатимиҙар идара башлай. Мысыр ғәббәсиҙәр хәлифәлеге өлөшө булыуҙан туҡтай. Ул Бағдад алдында бынан бер нисә йыл алдан уҡ бойондороҡло була башлаған. Ҡаһирәгә нигеҙ һалына.
  • 972 — Хәҙерге заманда ла йәшәп килгән донъяла иң боронғо Әл-Әзһәр университеты барлыҡҡа килә.
  • 996-1021 — фатими хәлифә әл-Хәким идара итә. Ҡаһирәлә монументаль ҡала төҙөлөшө йылдам бара.
  • 1036-1094 — фатими хәлифә Мустансир идара итә. Ауыр иҡтисади, социаль һәм сәйәси көрсөк.
  • 1073-1094 — реаль хакимлыҡ вәзир Бәҙер әл-Йәмәли ҡулында булып сыға. Иҡтисади, социаль һәм сәйәси хәл тотороҡлана.
  • 1099, 15 июль — тәре йөрөтөүселәр Әл-Ҡудсты (рус. Иерусалим) баҫып ала һәм Мысыр сигенә яҡын ғына булып сыға.
  • 1171 — Сәләх әд-Дин баҫып инә. Әйүбиҙәр идара башлай.
  • 1250 йылда — мәмлүктәр баш күтәрә. Айбәк солтан булып китә.
  • 1260 — монголдарҙың баҫып инеүенә ҡаршы көрәш.
  • 1261 — мәмлүктәр ғәббәсиҙәр хәлифәләрен иң юғары рухани вазифағасаҡыра.
  • 1347 — «Ҡара үлем» - чума эпидемияһы Мысыр һәм күрше илдәр иҡтисадына һәләкәтле ҡыйралыш килтерә.
  • 1382-1517 — Буржиҙар династияһы («черкес мәмлүктәре») урынлаша.

Мысыр Осман империяһы составында

үҙгәртергә
 
Мысыри Мөхәммәт Али
  • 1517-1914 — Мысыр Төркиә составында. Илгә төрөк пашалары идара итә.
  • 1524 — Мысырҙа ғосманлы Әхмәт-Паша фетнә күтәрә.
  • 1527 — ғосманлылар тәүге кадастр тикшереүҙәре үткәрә.
  • 1576 — Үрге Мысыр биләмәһендә туранан-тура ғосман хакимиәте урынлаштырыла. Быға тиклем Үрге Мысырҙың ҙур өлөшө бәҙәүи шәйехтәр хакимлығы аҫтында була.
  • 1798-1801 — Наполеон етәкселегендә француздар баҫып ала. Пирамидалар (мәрҙәр) янында яу (1798). Әбүкир янындағы алыш (1799).
  • 1801 — инглиздәр бәреп инә.
  • 1805 — власҡа Мөхәммәт Али паша килә (1805-1848 йылдарҙа идара итә), ул төрөк солтаны власын тик номиналь рәүештә генә таныған. Ул Мысырҙа реформалар башлаған, армияны, хөкүмәтте, ғөмүмән, Мысыр тормошон Европа рухында үҙгәртеп ҡорорға ҡарар итә.
  • 1811 — мәмлүктәрҙе туҡмау.
  • 1811-1818 — Ғәрәбстан ваһһабиҙарына ҡаршы һуғыш, армияһын Мөхәммәт Али ғәскәре ваһһабиҙарҙы тар-мар итә.
  • 1819-1822 — Суданды баҫып алыу.
  • 1863-1879 — хәдив Исмәғил Паша идараһы. Хакимдың реформалары объектив рәүештә илдең модернлашыуына һәм капиталистик үҫешенә булышлыҡ итә.
  • 1859-1869 — француз Ф. Лессепс етәкселегендә әс-Сәүәйс (рус. Суэц) каналы төҙөлә.
  • 1875 йылдың 25 ноябрендә — Мысыр хакимы Исмаил паша бурысын түләү өсөн Англияға үҙенең әс-Сәүәйс каналының 46 % акцияһын һата. Француздар инде шуғаса уҡ ҡалған акцияларына хужа булып алған булған. Шулай итеп, Мысыр каналға контролде тулыһынса юғалта.
  • 1881-1898 — Суданда мәхдиселәр Мысырға ҡаршы фетнә күтәрә.
  • 1881-1882 — полковник Ораби Әхмәт-Паша ихтилал күтәрә. Ҡаһирә гарнизонын күтәреп, «Мысыр - мысырҙарға» тигән оран ташлай, хәдив хөкүмәтенең отставкаға китеүенә килтерә һәм милли хөкүмәт төҙөлөүгә ирешә.
  • 1882-нең 11 июле — 15 сентябре — Англия-Мысыр һуғышы.
  • 1882 — Төркиәнең был биләмәләргә формаль хоҡуҡтарын һаҡлаған булып Англия Мысырҙы оккупациялай.
  • 1899 йылдың 19 ғинуарында Мысыр менән Англия Суданда уртаҡ идара итеүҙе урынлаштырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. Инглиз чиновниктары юғары звено биләй, ә урта звенола — мысырҙар ҡала. Ысынбарлыҡта, Судан Бөйөк Британия колонияһына әйләнә.
 
Мысыр короле Фаруҡ
  • 1908 — Ҡаһирәлә Мысырҙың тәүге заманса университеты асыла.

Мысырҙың яңы заман тарихы

үҙгәртергә
  • 1914-1922 — Мысыр солтанлығы де-юре Бөйөк Британия протектораты.
  • 1914 йылдың 5 ноябрендә — британ ғәскәре Мысыр һәм Судан хедивы Ғәббәс II-не ҡолатылған һәм оккупациялай. Яңы төҙөлгән Мысыр солтанлығы британ протектораты тип иғлан ителә.
  • 1914 йылдың 19 декабренән — элекке хедивтың туғаны Хөсәйен Камил Мысыр һәм Судан солтаны тип иғлан ителә.
  • 1919 йылдың март - апрель араһы — бөтә Мысыр буйлап баш күтәреүҙәр һәм демонстрациялар башлана, либерал-милләтсел «Вафд» партияһына теләктәшлек күрһәтәләр .
  • 1922 йылдың 28 февралендә Бөйөк Британия Мысырҙың үҙаллылығын бер яҡлы тәртиптә формаль рәүештә таный. Дәүләт короллек тип иғлан итә. Мысыр һәм Судан солтаны (1917 йылдан алып) I Фуад Судан, Мысыр короле булып китә.
  • 1922-1923 — Тутанхамон кәшәнәһен ҡаҙғандар.
  • 1923 — парламент эшмәкәрлеге ҡараған конституция индерелә.
  • 1936 — Англияла һәм Мысыр араһында Мысырға тулыһынса бойондороҡһоҙлоҡ бирелеү тураһында килешеү ҡабул ителгән, әммә *1956 йылға тиклем британ ғәскәрҙәре канал зонаһында ҡала .
  • 1939-1945 — Мысыр Икенсе бөтә донъя һуғышында. *1942 йылда немец ғәскәре Мысырға баҫып инә, ләкин уларҙы инглиздәр Әл-Әләмәйн янындағы алышта ҡыуып сығара. Икенсе донъя һуғышы осоронан һуң Мысыр тарихы ғәрәп-израиль конфликты һәм донъяла деколонизация процессы менән билдәләнә.
  • 1948 йылда Мысыр Израиль менән һуғышта еңелә. Бының өсөн король Фәруҡты ғәйепләйҙәр.
  • 1952 йылда армия офицерҙары Фәруҡты тәхетенән баш тартырға мәжбүр итәләр. Уларҙың лидеры генерал Нәғиб Мысыр башлығы булып китә.
  • 1954 йылда уны Ғәмәл Әбдел Насир алмаштыра.
  • 1956 йылда Әбдел Насир Әл-Сүәйс каналын национализациялай. Бөйөк Британия, Израиль, Франция һәм берлек төҙөй. һәм
  • 1956 йылдың октябрендә Израиль Синайға бәреп инә. Француздар һәм инглиздәр үҙ ғәскәрен порт-Сәидкә индерә, әммә улар АҠШ баҫымы аҫтында китергә мәжбүр була.

Ғәмәл Әбдел Насир социалистик режим индерә. Уның етәкселенедә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф яҡшырыуа, әммә иҡтисад торғонлоҡ кисерә.

  • 1967 йылда Мысыр Израиль менән алты көнлөк һуғышта еңелеп ҡала.
  • 1970 йылда Насир вафат булып ҡала.

Бөгөн Мысыр халҡы тиҙ арта һәм ауыл хужалығы ерҙәре етмәү мәсьәләһе килеп тыуа. Әммә Мысырҙа туристик индустрия сәскә ата, шулай уҡ бай тәбиғи газ экспорты потенциалына эйә.

  • 2011 йылдың башында Мысырҙа демонстрацияларҙан һуң ил башлығы Хөсни Мөбәрәк отставкаға китергә мәжбүр була [1]. һәм Мысырҙа яңы тарих башлана.
  • 2013 йылдың 3 июлендә Мысырҙа хәрби түңкәрелеш була. Президент Мурси ҡулға алына. Дәүләттең ваҡытлыса башлығы итеп Конституцион суд рәйесе Адли Мансур ҡуйыла.
  • 2014 йыл Мысырҙа яңы конституция ҡабул ителә[2].
  • Бөгөн Мысыр халҡы 82 миллион кеше тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ал-Джабарти Абд ар-Рахман. Египет в канун экспедиции Бонапарта (1776—1798) / Пер., предисл. и примеч. X. И. Кильберг. М., 1978.
  • ал-Джабарти Абд ар-Рахман. Египет в период экспедиции Бонапарта (1798—1801) / Пер., предисл. и примеч. И. М. Филыштинского. М., 1962.
  • цикл передач «Планета Египет» 18.06.2012- 06.2012 на телеканале «Культура»

Һылтанмалар

үҙгәртергә