Сёмин Виталий Николаевич
Виталий Николаевич Семин (12 июнь 1927 йыл — 10 май 1978 йыл) — рус совет яҙыусыһы.
Виталий Сёмин | |
Файл:Semin.jpg | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Дондағы Ростов |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Коктебель |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
прозаик, редактор |
Йүнәлеше: |
реализм |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
рус телендә |
Биографияһы
үҙгәртергә- 1927 йылдың 12 июнендә Дондағы Ростовта хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған;
- 1942—1945 — Германияла остарбайтер сифатында мәжбүри эш;
- 1948—1953 — Ростов педагогия институтының әҙәбиәт факультетында уҡый башлай (Германияла булыуы тураһында билдәле булғандан һуң ҡыуыла)
- 1953—1954 — административ тәртип буйынса Куйбышев ГЭС-ы төҙөлөшөнә ебәрелә;
- 1954—1957 — Таганрог педагогия институтында ситтән тороп уҡый;
- 1954—1956 — ауыл мәктәптәрендә уҡытыусы;
- 1956—1957 — Ростовҡа ҡайтырға рөхсәт ала, автодорожный техникумы уҡытыусыһы;
- 1958—1962 — «Вечерний Ростов» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре;
- 1963 — Ростов телевидениеһының әҙәби-драматик тапшырыуҙар мөхәррире;
- 1978 йылдың 10 майында Коктебельдә вафат була.
Ижады
үҙгәртергәКүп әҫәрҙәре автобиографик характерҙа: бала саҡта түбәнге Дон 1930-сы һәм 1940-сы йылдар башындағы Түбәнге Дондғы бала сағы, Икенсе Донъя һуғышы йылдарында Германияла нацист хеҙмәт лагеры, Куйбышев ГЭС-ында эшләүе, уҡытыусылыҡ, журналист тәжрибәһе, Ростов ситендәге тормош. XX быуат уртаһы көньяҡ Рәсәйҙең көндәлек тормошо ентекләп һүрәтләнгән, кешеләҙең күңел кисерештәре, айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары менән бәйле әхлаҡи ғазаптар һәм батырлыҡ, йәш геройҙарҙың рухи өлгөрөүе, һуғыштан һуңғы хеҙмәт энтузиазмы романтикаһы һәм тормошта шәхси тәғәйенләнешен эҙләү асып бирелә.
Сёминдың прозаһы, ҡатнашыусы кешеләр, тайпылыштар, деталдәр күплеге менән айырылып тороусы, әммә үҙенең күргәҙмәлелеге һәм ихласлығы менән ышандырыусы автобиографик хикәйәләүҙән ғибәрәт[1].
Уның 1965 йылда «Яңы донъя» журналында баҫылған «Бер өйҙә етәү» повесы тирәһендә киҫкен бәхәстәр ҡуйырған. Виктор Некрасов авторға: «Бер аҙ һуңланҡырап Һеҙҙең Күркәм Етәүҙе уҡып сыҡтым! Айырыла алмай уҡыным һәм, Һеҙ әллә ни шатлыҡлы нимә хаҡында яҙмаһағыҙ ҙа, ҡыуандым, ҡыуандым, ҡыуандым. Мәҡәлә донъя күреүгә лә шатландым, хәйер, унда ла тағы әллә ни шатланырлыҡ хәл юҡ. Тимәк, үҙегеҙҙең „ысынбарлыҡҡа оҡшатыуығыҙ“ менән Һеҙ әрнеттегеҙ, сәпкә тейҙерҙегеҙ, тап өҫтөнә баҫтығыҙ.
Төкөрөгөҙ мәҡәләһенә лә! Ярай, айырым китап баҫтырып та сығармаһындар, ти, хәҙер килеп уҡыусылар һаны 10 тапҡырға артасаҡ һәм журналды булашып уҡыясаҡтар. Мин Һеҙгә әйтеп булмай комплименттар яуҙырмайым — Һеҙ, минең уйымса, үҙ әйберегеҙҙең хаҡын үҙегеҙ беләһегеҙ — тик шуны ғына әйткем килә, — Муля — иң ҙур уңышығыҙ, һәм мин уны шулай тип күрәм, ишетәм, һәм тоям, һәм ҡурҡыңҡырайым, һәм яратам. Шулай уҡ барыһы ла яҡшы һәм — барыһы ла ысын, тере. Һәм, ғөмүмән, әҙәбиәттә бар көстәре менән беҙҙе ошонан — тормоштан — кәртәләүселәр табыла. Кәртәләргә, ситләштерергә тырышалар, ләкин ҡулынан килмәй уларҙыңә! Ҡалҡып-йырып сыға! Афарин Һеҙгә, Виталий. Шулай дауам итегеҙ»[2] тип яҙа.
Юрий Домбровский Сёминға «Бер өйҙә етәү» повесы тураһында яҙған: «Һин дә бер мәлдә лә отошло моментҡа ҡыҙыҡманың, бер ерҙә лә көндәлек тормошҡа хасланманың һәм аша атлап сыҡманың. Бына шунан инде һирнең повесыңдың ҙур әхлаҡи һәм художестволы отошо. Унда ҡысҡырыныу, ғазаптар экзотикаһы ла, трагедия һәм фәлсәфәүи монологтар ҙа юҡ — барыһы ла ябай йорт төҙөй, — ә барыһына ла төшөнөү көсө ниндәй» — һәм һуңында иркенләп өҫтәп ҡуйған: «Ҡара әле, Витя, мин, хәҙер совет әҙәбиәтендә өс исем — һин, Некрасов һәм Казаков тип әйтәм — һинең мөмкинлегең иң ҙуры. Бирешмә, айыу»
Яҙыусы ижадының юғары ҡаҙанышы — «ОСТ» билдәһе" романы рус. Нагрудный знак «ОСТ» (1976).
Сёмин прозаһының экзистенциаль нигеҙен тәнҡит шундуҡ ҡына асманы: «Сёмин — ныҡлы ҡәтғи эмпирик. Мәл-хәлдәрҙән, йәшәйеш ситуацияһынан башлап. Хеҙмәт лагерҙарының ғазаплы тәжрибәһе. Барак. Хәрби заводтың ҡойоу цехы… Ләкин яҙыусыны көнкүреш кенә ҡыҙыҡһындырмай (хәйер, ул көнкүреште лә эләктергән һәм уны лапидар асыҡлыҡ менән сағылдырған). Сёмин мәғәнәләрҙең экзистенциаль кимәленә күтәрелә. Уның өйрәнеү предметы — кеше. Хикәйәсенең үҙен аңлауы авторҙың үҙен аңлауы менән аралаша, һәм автор шулай уҡ (ҡаршылыҡлы, әммә бик сағыу һөҙөмтә менән) үҙ геройын тормош кемдәр менән осраштыра, шуларҙың тәжрибәһенә үтеп инергә тырыша. Мәктәп эскәмйәһенән арбайтслагерға килеп эләккән совет үҫмере Сергей сәйерлеге менән айырылып тора. Унда кешеләр, Тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан кешенең үткәндәр менән яһалма рәүештә бәйләнеше өҙөлгән. Ул — мәҙәни традициялар тупрағынан ике тапҡыр йолҡоп алынған үҫенте: башта тарихи Рәсәйҙе юҡҡа сығарған заман балаһы, ә һуңынан — хатта рус совет идеологияһы таяуынан костыль да мәхрүм булған сит ер ҡоло. Уның тышҡы тәжрибәһе бик күп түгел. „Мин революциянан һуң ун йыл үтеүгә тыуғанмын. Беҙҙең шулай уҡ революциянан һуң ун йыл үткәс төҙөлгән «Яңы көнкүреш» тигән йортта башлыса йәш кешеләр йәшәй ине. Ысын әбей менән мин һигеҙ йәшемдә таныштым. Минең олатайым һәм өләсәйем революцияға тиклем үк вафат булған. Ҡартлыҡ та һәм үлем үҙе лә минең өсөн алыҫ революцияға тиклемге үткәнемдә тороп ҡалған кеүек ине. Һәм, ғөмүмән, революцияға тиклем булғандарҙың барыһын да мин утыҙ йыл элеккегә юҡҡа ғына ҡаратылмағандыр. Минең менән һәм ҡасандыр булған ваҡиғалар араһында үткеһеҙ упҡын ята. Һәм шул упҡын артында ҡалғандар башҡа ябай кеше генә түгел — улар антипод булды“. Уның дезориентацияһы феноменаль. Уның күңелендә мәғәнәләр емереклектәре. Ул сиктән тыш рәнйеүсән, үҙенә ышанып етмәй, әммә тыштан килгән мәғәнәләргә үрелә, уларҙы маньяк әрһеҙлеге менән эҙләп таба. Был, асылда, — бөлгөнлөк, мөхиттең һәм дәүерҙең мейнстримы булараҡ йыртҡысланыуы фонында йәшәйештең төбөндә, өмөттөң аръяғында ҡалған үҫмерҙең кеше булыу маҡсаты, ялҡынлы теләге. Тамуҡта тере ҡалыусы һәм тәжрибә төҙөүсе идеалға ынтылыу. Сёмин әҫәрҙәрендә кеше — аҡылға һәм йөрәккә идеология баҫым яһамаған, Алла тарафынан таҙартылған, донъяның альфаһы һәм омегаһы. Әҙәбиәттә һәм тормошта элек бик һирәк осраған сифатта: рух/идея терәкһеҙ, тәүшарттарһыҙ, метафизик априориһыҙ. Был — тормош менән экстремаль сифаттағы бәрелеш, рәхимһеҙ инициация. Дөйөм алғанда, ысын йәшәйешкә ҡарата копромисһыҙ ихтыярҙы арзанайтҡан әҙәбиәттә һәм тормошта инфляция кәйефенә ҡарамай, ХХ быуаттың яңы йөҙйыллыҡта ла иҫкермәгән тик үҫмерҙәр темаһы ғына түгел был»[3].
Библиографик белешмә
үҙгәртергә- Шторм на Цимле (очерки, рассказы, 1960)
- Ласточка-звёздочка (повесть, 1963)
- Сто двадцать километров до железной дороги (повесть, 1964)
- Семеро в одном доме (повесть, 1965)
- Женя и Валентина (роман, 1974; некоторые главы впервые опубликованы в 1987)
- Нагрудный знак «ОСТ» (роман, 1976)
- Семьсот шестьдесят третий, 1977
- Плотина (неоконченный роман, 1982)
- Что истинно в литературе: Литературная критика. Письма. Рабочие заметки (сборник, 1987)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Совет Доны яҙыусылары, 1966, 46—47 бб.
- Совет Доны яҙыусылары: библиографик белешмә. 1 һәм 2-се баҫма / Сост.: Д. И. Руманова, Д. К. Жак һ.б. — Дондағы Ростов: «Молот» нәшриәте типографияһы, 1948. — 112 б. — (К. Маркс ис. Ростов дәүләт фәнни китапханаһы). — 2500 экз.
- Руманова Д. И. Совет Доны яҙыусылары: библиографик белешмә / Л. П. Громов редакцияһында]. — Дондағы Ростов, 1958. — 160 б. — (К. Маркс ис. Ростов дәүләт фәнни китапханаһы).
- Дон яҙыусылары: Библиографик йыйынтыҡ / Төҙөүсе Г. Г. Тягленко. — Дондағы Ростов: Китап нәшриәте, 1976. — 288 б. — 10 000 экз.
- Дон яҙыусылары: Библиографик күрһәтмә / О. И. Кузина һ.б. — 2-се төҙәтелгән һәм өҫтәлгән баҫма — Дондағы Ростов: Китап нәшриәте, 1986. — 416 б. — 20 000 экз.
- Касаткина Н. С., Свищенкова Н. С. Василенко Иван Дмитриевич // ХХ быуат рус балалар яҙыусылары: библиографик һүҙлек. — М.: Флинта; Наука, 1997. — 87—89 б. — ISBN 5-02-011304-2.
- Евгений Ермолин. Һуңғы классиктар. М.: Тап килеү, 2016. — ISBN 978-5-903060-36-2
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡалып:Книга:Казак В.: Лексикон русской литературы XX века. — С. 374.
- ↑ Кононыхина-Сёмина В. Коллеги-литераторы о творчестве Виталия Сёмина. — http://litbook.ru/article/406/
- ↑ Евгений Ермолин Последние классики. — М.: Совпадение, 2016. — С.26-27.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Виталий Сёмин в библиотеке А. Белоусенко 2017 йыл 6 август архивланған.