Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы

яҙыусы
(Сыңғыҙ Ханов битенән йүнәлтелде)

Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы (30 декабрь 1915 йыл1941) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1937—1940 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең сектор мөдире. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 30 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Арҡауыл, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР[1]
Вафат булған көнө 1941
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Сыңғыҙ Һаҙый улы Ханов 1915 йылдың 30 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Арҡауыл ауылында тыуған. 1931 йылда Өфөләге К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тарих-филология факультетында уҡырға инә. Үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән егетте 1936 йылда институтты тамамлағас та ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы марксизм-ленинизм классиктары әҫәрҙәрен руссанан башҡорт теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнгән комиссияға эшкә саҡыралар. Аҙаҡтан ул Башҡортостан китап нәшриәтенең (бөгөн «Китап» нәшриәте) нәфис әҙәбиәт секторының мөхәррире һәм балалар әҙәбиәте секторының мөдире булып эшләй. 1940 йылдың июнь айында уны Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә саҡыралар. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Сыңғыҙ Ханов үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм йәй аҙаҡтарында Волхов фронтында батырҙарса һәләк була.

Нәшер ителгән китаптары

үҙгәртергә
  • Фатима: Хикәйәләр. — Өфө: Башгосиздат, 1942. 34 бит.
  • Ҡаратау партизандары: Хикәйәләр / М. Ғәйнуллиндың баш һүҙе менән. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1958. 94 бит.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник. Оформление А. Королевского. Башкирское книжное издательство, Уфа, 1977, 416 стр.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2020)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Библиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө; Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2020)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2020)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2020)

Һылтанмалар

үҙгәртергә