Сығатайҙар
Сығатайҙар — XIII быуаттың икенсе яртыһынан XIV быуаттың икенсе яртыһына тиклемге осорҙа Мәүәрәннәһерҙәге күсмә халыҡтың бер өлөшөнөң атамаһы. Сыңғыҙхандың улы Сығатай исеме менән бәйле. XIV быуатҡа күскенселәрҙең һәм ултыраҡ халыҡтың үҙ-ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә айырым тарихи-мәҙәни комплекс ойошторола, уларҙы йөрөтөүселәрҙе сығатай төркиҙәре тип атай башлайҙар. Сығатай теленең һәм сығатай әҙәбиәтенең барлыҡҡа килеүе лә ошо уҡ ваҡытҡа ҡарай.
Үҙ атамаһы |
چاغاتاي |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Тел | |
Дин | |
Халыҡ | |
Килеп сығышы |
Сығышы
үҙгәртергәСығатай улусы 1224 йылда Мәүәрәннәһер составына инә. Төрки телле халыҡтар араһында ырыу һәм ырыу берләшмәләрен ата-баба (йәки етәксе) исеме менән атау ғәҙәте булған. Шуға күрә Сығатай хандың нәҫел-нәсәбе генә түгел, арҡаҙаштары һәм һарай кешеләре лә үҙҙәрен сығатай ырыуына индерә башлай[1]. Был осорҙа (XIII—XIV быуаттар) «сығатай» термины тәү башлап дәрәжәле мәғәнәһендә ҡулланыла. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, был билдәләү тәүҙә Сығатай ғәскәрен тәшкил иткән монгол ҡәбиләләренә тура килә[2]. Мәүәрәннәһерҙә һәм ун бишенсе быуатта юғары хәрби синыфты тәшкил иткән төрки йәки төркиләшкән күскенселәре, Сағатайҙар династияһы бөткәс тә, үҙҙәрен һаман да «сығатайҙар» тип атағандар[3].
Мәүәрәннәһер территорияһында сығатай атамаһынан тыш сығанаҡтарҙа төрлө төрки-монгол этнонимдары: барластар, дербеттар, нукустар, наймандар, ҡыпсаҡтар, дулаттар, ҡыят, йәлаирҙар, сулдус, меркеттар, ясавур, каучиндар, ҡаңлы[4], тулҡыштар, арлаттар, татарҙар һ.б. теркәлгән. Күскенсе үзбәк яугирҙәре Аҡһаҡ Тимерҙә хеҙмәт иткән, мәҫәлән, сығанаҡтарҙа 1366 йылда Каршала, шулай уҡ Аҡһаҡ Тимерҙә хеҙмәт иткән бәктар араһында үзбәк яугирҙары булыуы тураһында хәбәр ителә. 1399 йылда һиндостан походында Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәре составында 400 үзбәк йорто була[5].
1405 йылда Аҡһаҡ Тимер вафат булғандан һуң, илдәге сәйәси хәл бик тиҙ үҙгәрә башлай. Әгәр Аҡһаҡ Тимер ваҡытында «сығатай» термины бөтә ил халҡына түгел, ә идара итеүсе хәрби ҡатламға ҡараһа, XV быуатҡа ул киңерәк мәғәнәгә эйә була: сығатай тип бөтә төрки халыҡтарҙы (мәҫәлән, ҡарлуҡтарҙы)[6] атай башлайҙар, XIV быуатта улыҫтың көнбайыш өлөшөндә ултыраҡ һәм күсмә төрки халҡының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә яңы этник төркөм барлыҡҡа килә. XV быуатҡа Мәүәрәннәһер һәм Көнсығыш Төркөстандағы төрки халыҡтың бер өлөшө «сығатай» тип атала[7].
Байтаҡ эштәрҙә уларҙың ҡатнаш төрки-монгол килеп сығышы тураһында һүҙ бара[8][9]. И. П. Магидович әйтеүенсә, сығатайҙар — сығатай монголдары вариҫтары, йәғни төрки монгол ҡәбиләләре[10][11].
Сығатайҙар XV быуатта
үҙгәртергәСығатайҙар XIX — ХХ быуат башында
үҙгәртергәЭтнографик мәғлүмәттәр буйынса, Мәүәрәннәһер халҡының бер өлөшө ХХ быуат башында уҡ «сығатай» тигән атаманы һаҡлай[2].
XX быуат башында хәҙерге Үзбәкстан һәм Көньяҡ Тажикстандың Ҡашҡадаръя һәм Сурхандаръя райондарында сығатайҙарҙың айырым төркөмдәре йәшәй. Сығатайҙарҙың билдәле төркөмө Үзбәкстандың Наво, Сәмәрҡәнд өлкәләрендә, шулай уҡ Төньяҡ Афғанстанда, Пакистанда һәм төньяҡ Һиндостанда йәшәгән, унда уларҙы моголдар тип атайҙар[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кармышева Б. Х., Очерки этнической истории южных районов Таджикистана и Узбекистана, М., 1976, С. 323.
- ↑ 2,0 2,1 Султанов Т. И. К историографии этнополитической истории улусов Джучи и Чагатая. Золотоордынское обозрение, Т. 5, № 1, 2017. С. 74—92.
- ↑ Благова Г. Ф. «Тюркск. чаҕатаj — русск. чагатай-/джагатай- (Опыт сравнительного изучения старого заимствования)» // Тюркологический сборник 1971. Сборник памяти В. В. Радлова. М.: «Наука», Главная редакция восточной литературы, 1972. С. 167—205.
- ↑ История Казахстана в персидских источниках. — Алматы: Дайк-Пресс, 2006. — 117 с.
- ↑ Шараф ад-Дин Али Йазди. Зафарнамэ. / Предисл., пер. со староузбекского А. Ахмедова. — Т.: Узбекистан, 2008. — С. 48, 84, 107, 249.
- ↑ Народы Средней Азии и Казахстана, М.,1962, с.171.
- ↑ 7,0 7,1 Чагатаи 2015 йыл 18 май архивланған.. Ҡалып:Книга:НЭУ
- ↑ Чвырь Л. А. Обряды и верования уйгуров в XIX-XX вв: очерки народного ислама в Туркестане. — Восточная литература РАН, 2006. — С. 36. — 286 с. — ISBN 9785020184930.
- ↑ История Туркменской ССР. — Изд-во Академии Туркменской ССР, 1957. — С. 377.
- ↑ Краткие Сообщения. Институт этнографии имени Н. Н. Миклухо-Маклая. — 1957.
- ↑ Советская этнография. — Изд-во Академии наук, 1969. — С. 44.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кармышева Б. Х., Очерки этнической истории южных районов Таджикистана и Узбекистана, М., 1976.
- Төп мәҡәлә: Монгол халыҡтары
- Төп мәҡәлә: Төркиҙәр