Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы
Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы (29 октябрь 1877 йыл — 20 июнь 1916 йыл) — Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, 2016 йылдың башынан Ровно пехота полкы командиры. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан һәм Беренсе донъя һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Генерал‑майор (1916). Рәсәй империяһының 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1917), 3‑сө (1913) һәм 4‑се (1905) дәрәжә Изге Анна, 3‑сө дәрәжә Изге Станислав (1912) ордендары кавалеры.
Рауил Шаһихәйҙәр улы Сыртланов | ||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Шланлыкүл ауылы[1] | |||||
Үлгән ваҡыты | ||||||
Вафат урыны |
Витебск губернаһы Скробово ауылы янында (тыуған яғында ерләнгән) | |||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||||
Хәрби звание |
генерал-майор | |||||
Командалыҡ итеү |
166-сы Ровно пехота полкы командиры | |||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәРауил Шаһихәйҙәр улы Сыртланов 1877 йылдың 29 октябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл ауылында башҡорт дворян ғаиләһендә тыуған. Башҡорт дворяндары Сыртлановтар нәҫеленән, Шаһихәйҙәр Шаһгардан Сыртлановтың улы, Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы Сыртлановтың ҡустыһы.
2-се Ырымбур кадет корпусын, 1898 йылда Михаиловск артиллерия училищеһын, 1905 йылда Генераль штабтың Николай академияһын[2] (икеһе лә — Санкт-Петербург) тамамлаған.
1895—1916 йылдарҙа рус армияһында. 1898 йылдаң алып лейб-гвардия 3‑сө артиллерия бригадаһында, 1905 йылда декаберендә — 1‑се Ташкент резерв батальонында, 1907 йылда — 1-се Төркөстан армия корпусы штабында, 1912 йылда майынан — Төркөстан хәрби округы штабында хеҙмәт итә[3], сентябрендә — Алексеевск хәрби училищеһында (Мәскәү) уҡыта.
1915 йылда октябрендә башлап 22‑се пехота дивизия штаб начальнигы вазифаһын башҡарыусы, 1916 йылда башынан — 166-сы Ровно пехота полкы командиры. 20 июндә Скробово ауылы янында Сыртлановтың полкы менән дошмандың нығытылған позицияһына һөжүмгә барғанда һәләк була.
Ғаилә
үҙгәртергә- Атаһы: Шаһихәйҙәр Шаһгардан улы Сыртланов
- Ағаһы: Ғәлиасҡар
- Ҡустыһы: Йософ
Бүләктәр
үҙгәртергә- 4‑се дәрәжә Изге Георгий ордены (1917)
- 3‑сө дәрәжә Изге Анна ордены (1913)
- 4‑се дәрәжә Изге Анна ордены (1905)
- 3‑сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1912)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы
- ↑ Ильясова А. Я. Дворяне из башкир.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 292. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
- ↑ Усманова Д. М. Сыртланов Шахайдар Шахгарданович.//Государственная дума Российской империи: 1906—1917: Энциклопедия.. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2008. — С. 600. — 735 с. — ISBN 978-5-8243-1031-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ярмуллин А. Ш. Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ярмуллин А. Ш. Рәсәй өсөн башын һалғандар йәки Беренсе донъя һуғышы геройы, башҡорт генералы Рауил Сыртланов тураһында // Киске Өфө : гәзит. — 2014. — № 6, 7, 8.
- Сыртланов Равиль Шах-Айдарович// . Русская армия в Первой мировой войне (4 апрель 2015). Дата обращения: 30 май 2015. (рус.)