Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы

Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы (29 октябрь 1877 йыл — 20 июнь 1916 йыл) — Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, 2016 йылдың башынан Ровно пехота полкы командиры. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан һәм Беренсе донъя һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Генерал‑майор (1916). Рәсәй империяһының 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1917), 3‑сө (1913) һәм 4‑се (1905) дәрәжә Изге Анна, 3‑сө дәрәжә Изге Станислав (1912) ордендары кавалеры.

Рауил Шаһихәйҙәр улы Сыртланов
Тыуған ваҡыты

29 октябрь 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Шланлыкүл ауылы[1]

Үлгән ваҡыты

20 июнь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (38 йәш)

Вафат урыны

Витебск губернаһы Скробово ауылы янында (тыуған яғында ерләнгән)

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 18981916

Хәрби звание

генерал-майор

Командалыҡ итеү

166-сы Ровно пехота полкы командиры

Хәрби алыш/һуғыш

Рус-япон һуғышы, Беренсе донъя һуғышы

Наградалар һәм премиялар
IV дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Георгий ордены
IV дәрәжә Изге Георгий ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Рауил Шаһихәйҙәр улы Сыртланов 1877 йылдың 29 октябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл ауылында башҡорт дворян ғаиләһендә тыуған. Башҡорт дворяндары Сыртлановтар нәҫеленән, Шаһихәйҙәр Шаһгардан Сыртлановтың улы, Ғәлиасҡар Шәхәйҙәр улы Сыртлановтың ҡустыһы.

2-се Ырымбур кадет корпусын, 1898 йылда Михаиловск артиллерия училищеһын, 1905 йылда Генераль штабтың Николай академияһын[2] (икеһе лә — Санкт-Петербург) тамамлаған.

1895—1916 йылдарҙа рус армияһында. 1898 йылдаң алып лейб-гвардия 3‑сө артиллерия бригадаһында, 1905 йылда декаберендә — 1‑се Ташкент резерв батальонында, 1907 йылда — 1-се Төркөстан армия корпусы штабында, 1912 йылда майынан — Төркөстан хәрби округы штабында хеҙмәт итә[3], сентябрендә — Алексеевск хәрби училищеһында (Мәскәү) уҡыта.

1915 йылда октябрендә башлап 22‑се пехота дивизия штаб начальнигы вазифаһын башҡарыусы, 1916 йылда башынан — 166-сы Ровно пехота полкы командиры. 20 июндә Скробово ауылы янында Сыртлановтың полкы менән дошмандың нығытылған позицияһына һөжүмгә барғанда һәләк була.

Бүләктәр

үҙгәртергә
  • 4‑се дәрәжә Изге Георгий ордены (1917)
  • 3‑сө дәрәжә Изге Анна ордены (1913)
  • 4‑се дәрәжә Изге Анна ордены (1905)
  • 3‑сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1912)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы
  2. Ильясова А. Я. Дворяне из башкир.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 292. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
  3. Усманова Д. М. Сыртланов Шахайдар Шахгарданович.//Государственная дума Российской империи: 1906—1917: Энциклопедия.. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2008. — С. 600. — 735 с. — ISBN 978-5-8243-1031-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә