Сыртланов Ампир Шәйбәк улы

нефть сәнәғәте эшмәкәре, ғалим-инженер, йәмәғәтсе
(Сыртланов Ампир Шайбакович битенән йүнәлтелде)

Сыртланов Ампир Шәйбәк улы (4 март 1936 йыл29 июнь 2016 йыл) — нефть сәнәғәте эшмәкәре, ғалим-инженер. 1984 йылдан «Башнефть» производство берекмәһенең баш инженеры—генераль директор урынбаҫары, 1994—2002 йылдарҙа — генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты (1983). КПСС-тың XXVII съезы делегаты. Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1992), Рәсәйҙең Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры.

Сыртланов Ампир Шәйбәк улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 март 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1]
Тыуған урыны Сыртлан ауылы, Ғафури ауыл Советы, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 29 июнь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2] (80 йәш)
Вафат булған урыны Өфө[2]
Һөнәр төрө Нефтсе (стадион, Ишембай)
Эш урыны Башнефть
Биләгән вазифаһы баш инженер[d][2] һәм генераль директор[d][1]
Уҡыу йорто ӨДНТУ[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Ампир Шәйбәк улы Сыртланов 1936 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Сыртлан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы башҡорто, дворян Сыртлановтар нәҫеленән[3].

1960 йылда Өфө нефть институтын тамамлай һәм йүнәлтмә менән «Башнефть» берекмәһенең «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығына эшкә ебәрелә. Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген нефть һәм газ сығарыу операторы булып башлай. Сирек быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә идаралыҡтың начальник урынбаҫары-баш инженеры яуаплы вазифаһына тиклем баҫҡыстарҙы үтә[4].

1984 йылда «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай һәм «Башнефть» производство берекмәһенең баш инженеры-начальник урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986)
  • «Почёт Билдәһе» ордендары (1981)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 2,2 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Сыртлановтар (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
  4. Ушел из жизни организатор нефтяной отрасли Башкирии Ампир Сыртланов. ИА «Башинформ», 30 июня 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)

Һылтанмалар

үҙгәртергә