Сфакс

(Сфакс ҡалаһы битенән йүнәлтелде)

Сфакс (ғәр. صفاقس‎صفاقس‎) —  Тунистағы ҡала,  илдең баш ҡалаһы Тунистан көньяҡ-көнсығышҡа 270 километрҙа урынлашҡан. Сфаксҡа Рим ҡалаһы Тапарур урынында 849 йылда нигеҙ һалына. Ҙурлығы буйынса Тунистан һуң икенсе ҡала. Сфакс провинцияһының административ үҙәге, уны йыш ҡына «көньяҡ баш ҡала» тип йөрөтәләр. Габес ҡултығы яры буйында урынлашҡан Урта диңгеҙ порты. Сфакста йәшәгән халыҡ һаны 340 мең кешегә еткән  (2005). Фосфат эшкәртеү буйынса мөһим үҙәк.

Ҡала
Сфакс
صفاقس
Ил

Тунис

Вилайет

Сфакс

Координаталар

34°44′ с. ш. 10°46′ в. д.HGЯO

Мэр

Мөхәммәт Хадж Тайыб

Халҡы

265 131 кеше (2004)

Сәғәт бүлкәте

UTC+1

Һанлы танытмалар
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сфакс (Ер)
Сфакс
Сфакс
Ҡала урамы
Республика майҙанына һәм мэрияһына күренеш. 2005 йылдың майы

X быуат аҙағына Сфакс бойондороҡһоҙ ҡала-дәүләт булып китә. 1148 йылда ҡаланы Сицилия короле Рожер II яулап ала һәм тик 1156 йылда ғына уны урындағы ғәскәрҙәр азат итә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, инде XVIбыуатта, ҡала испандар ҡулына күсә. Бербер пираттары терәк төйәге булған Сфакс 1785 йылда Венецияның һөжүмдәренә бирешмәй. XIX быуат аҙағында,  Тунистың башҡа төбәктәре менән бергә, ҡаланы Франция яулап ала һәм Сфакс Француз империяһы составына инә.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында нацистик блок илдәре, британ ғәскәрҙәре ҡыйратҡанға тиклем, ҡаланы эре хәрби база итеп файҙалана. Икенсе донъя һуғышынан һуң ғына Тунис Францияға кире ҡайтарыла һәм бары тик 1956 йылда ғына бойондороҡһоҙлоҡ ала. 1970 йылда ҡаланан алыҫ түгел бай нефть запастары табыла.

Мәғарифы

үҙгәртергә

Сфакс ҡалаһында түбәндәге юғары уҡыу йорттары эшләй:

  • ENIS (École d Nationale Ingénieurs Sfax de — Сфакс инженерҙар милли мәктәбе)
  • ESCS (Commerce de Sfax Supérieure École de — Сфакс юғары коммерция мәктәбе)
  • Faculté Sfax de Médecine de — Сфакс медицина факультеты

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Хеди Шакер майҙаны — ҡала үҙәге
  • Хәбиб Бурғиб урамы
  • Ике әбей ҙур мәсете (Жами әл-Азузейн) — IX быуатта төҙөлгән
  • Диңгеҙ Әмире мәсете (Сиди әл-Баһри)
  • Дар-Жәлүли Һарайы— XVIII быуатта төҙөлгән, Халыҡ сәнғәте һәм традициялары музейы
  • Баб әд-Диван ҡапҡаһы (Кәңәш ҡапҡаһы) — XIV быуатта төҙөлгән

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Путеводитель по Сфаксу