Сфагнум һаҙлыҡтары
Сфагнум һаҙлыҡтары — ғәҙәттә аҫтан түгел, ә ямғырҙарҙан, ҡар һыуҙарынан туйына торған һыулы-һаҙмырт һаҙлыҡтар төрө, уртаса климат киңлегендәге урманлы һәм урманлы тундра зонаһында өҫтөнлөк итә[1].
Сфагнум һаҙлыҡтары | |
Тасуирлама
үҙгәртергәДымлы уйһыу һаҙлыҡтарҙа Сфагнум (Sphagnum), йәғни торф барлыҡҡа килтерә торған мүк ерҙе ҡалын ҡатлам булып ҡаплап үҫешә. Мүк ҡатламы аҫтында кислородһыҙ әсе һыу ята[2].
Сфагнумлы һаҙлыҡтарҙа һыу әсе, кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр йөкмәткеһе ярлы, бындағы шарттарҙың күбеһе нормаль йәшәү шарттары менән һыйышмай, тере йән эйәһе, шул иҫәптән бактериялар тарҡала. Әлеге шарттар ауған ағастарҙың, сәскәләренең һеркәһе һәм башҡа органик матдәләрҙең тарҡалыуына ҡамасаулай, улар меңәр йылдар дауамында һаҙлыҡ өҫтөндә ҡала ала[3].
Йыш ҡына сфагнум һаҙлыҡтары ҡабарынҡы формала, сөнки сфагнум һаҙлыҡтарҙың үҙәгендә яҡшы үҫә — унда һыу әҙерәк минераллашҡан була.
Һаҙлыҡтарға юғалыу ҡурҡынысы янай: ерҙәрҙе үҙләштереү, һыу алмашыныуындағы үҙгәрештәр һәм түккән бысраҡ һыуҙар быға сәбәпсе булып тора[4][5]
Рәсәй субъекттарында сфагнумлы һаҙлыҡтарҙы дәүләт ҡурсыуына ала башлау күҙәтелә, мәҫәлән, Төньяҡ-Осетия Аланияла тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау тураһында махсус ҡарар ҡабул ителгән. Ҡомартҡылар араһында сфагнум һаҙлыҡтары ла телгә алына[6].
Башҡортостанда торф һаҙлыҡтарын һаҡлау
үҙгәртергәБашҡортостанда 2018 йылда шуғаса булған 164-кә өҫтәп тағы 15 яңы тәбиғәт паркы ойошторолдо - улар республиканың туғыҙ районында урынлашҡан торф һаҙлыҡтары биләмәләре. 2015 йылдан республикала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының үҫеш программалары сиктәрендә торф һаҙлыҡтарын һаҡлау буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыла. Был тәбиғәт объекттары урман-дала зонаһында урынлашҡан, уларҙың туғыҙы Урал алдында (Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә райондары), алтауһы - Урал аръяғында (Әбйәлил, Учалы райондары). Был объекттар тәбиғәтте һаҡлау сараларын ҡабул итеүҙе талап итә [7].
Флора
үҙгәртергәСфагнум һаҙлыҡтарында үлән үҫемлектәр һәм тәпәш ҡыуаҡтар үҫә, бигерәк тә арса һымаҡтар ғаиләһе йыш осрай: мүк еләге , ябай хамедафне , һаҙанаҡ, күк көртмәле, шулай уҡ пурпур саррацения, бүлбеле аретуза (Arethusa bulbosa), росянка (Drosera), Carex oligosperma, мамыҡбаш һәм башҡалар[8].
Фауна
үҙгәртергәСфагнум һаҙлыҡтарында фауна үрҙә әйтелгән шарттар арҡаһында ифрат ярлы, унда йәшәгән төрҙәр араһында Pseudophryne corroboree һәм Pseudophryne pengilleyi[3] (австралия ялған әрмәндеһе) осрай. Европала улар юҡ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Торфяной мох // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907
- ↑ Sphagnum Bogs(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 Sphagnum and Water.
- ↑ Угроза над Васюганскими болотами: спасут ли границы экосистему
- ↑ https://tvkultura.ru/anons/show/episode_id/1187664/brand_id/20917/ 2020 йыл 31 июль архивланған. БОЛОТА — НАШЕ БОГАТСТВО?
- ↑ Правительства Республики Северная Осетия — Алания от 22 февраля 2008 г. № 31(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡортостанда тағы 15 яңы тәбиғәт паркы булдырыла
- ↑ Растения болот. Какими они бывают
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сфагнум һаҙлыҡтары — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Бердышев С. Н. Жизнь растений. Водоросли. Лишайники. Мхи / С. Н. Бердышев. — М.: Мир книги, 2002. — Т. 5. — 192 с. — (Большая энциклопедия природы). — ISBN 5-8405-0312-6.
- Абрамов И. И., Абрамова А. Л. Подкласс сфагновые, или сфагниды (Sphagnidae) // Жизнь растений : в 6 т. / гл. ред. Ал. А. Фёдоров. — М. : Просвещение, 1978. — Т. 4 : Мхи. Плауны. Хвощи. Папоротники. Голосеменные растения / под ред. И. В. Грушвицкого и С. Г. Жилина. — С. 88—89. — 447 с. — 300 000 экз.
- Торфяной мох // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.