Мамыҡбаш күрән
Мамыҡбаш күрән (лат. Erióphorum, рус. Пушица) — күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле[2]; п The Plant List мәғлүмәттәре буйынса (2013) — 27 төр[3]. Элекке СССР биләмәһендә 12 төрө үҫә[4].
Мамыҡбаш күрән | |||||||||||||||||||||
Еңсәле мамыҡбаш күрәндең — типик күренеше | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Eriophorum L., 1753 | |||||||||||||||||||||
|
Таралышы
үҙгәртергәБашлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Кәҫлектәр һәм түңгәктәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үлән. Ҡырҡбашаҡ мамыҡбаш күрән һаҙлыҡтарҙа, үлән баҫа башлаған күлдәрҙә һәм һаҙлы болондарҙа Башҡортостандың бөтә территорияһында, киң япраҡлы мамыҡбаш еүрән — Башҡортостандың Урал алдында һаҙлыҡтарҙа һәм һаҙлы болондарҙа, еңсәле мамыҡбаш күрән республиканың төньяҡ һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң юғары өлөштәрендә сфагнум һаҙлыҡтарында үҫә. Сүсле үҫемлектәр, декоратив үҫемлектәр. Һомғол мамыҡбаш күрән. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Ботаник яҙма
үҙгәртергәҺабаҡтары цилиндр формаһында йәки өс ҡырлы, бейеклеге 15—80 см. Япраҡтары сиратлы, ҡыяҡ, яҫы йәки өс ҡырлы, тамыр яны япраҡтары оҙон, һабаҡ япраҡтары ҡыҫҡартылған йәки еңсәләргә тиклем редукцияға бирелгән. Сәскәләре ваҡ, ике енесле, тәңкәләр менән ҡапланған, суҡ йәки ҡалҡан рәүешле сәскәлектәр барлыҡҡа килтереүсе спираль һымаҡ башаҡтарға йыйылған. Сәскә эргәлеге аҡ йәки ерәнһыу төктәрҙән тора, улар, сәскә атҡандан һуң оҙонайып, мамыҡлыҡ барлыҡҡа килтерә. Апрель—майҙа сәскә ата. Емеше — сәтләүек, июнь—июлдә өлгөрә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
- ↑ Арктическая флора СССР. Вып. III / Сост. Т. В. Егорова, В. В. Петровский, А. И. Толмачёв, В. А. Юрцев; Под ред. А. И. Толмачёва. — Л.: Наука, 1966. (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2010)
- ↑ Species in Eriophorum 2017 йыл 4 сентябрь архивланған. // The Plant List (2013). Version 1.1. (инг.)
- ↑ Ҡалып:ТраврастСССР (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2010)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Юзепчук С.В. Род 221. Пушица — Eriophorum // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редактор тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. III. — С. 26—37. — 636 + XXV с. — 5175 экз.
- Арктическая флора СССР. Вып. III / Сост. Т. В. Егорова, В. В. Петровский, А. И. Толмачёв, В. А. Юрцев; Под ред. А. И. Толмачёва. — Л.: Наука, 1966.
- Ҡалып:Книга:Флора Сибири
- Ҡалып:ТраврастСССР
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мамыҡбаш күрән — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2010)
- Пушица // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Мамыҡбаш күрән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.