Суслова Надежда Прокофьевна
Суслова Надежда Прокофьевна (1 сентябрь (13 сентябрь) 1843 йыл — 20 апрель 1918 йыл) — урыҫ ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе табип. Аполлинария Суслованың, Ф.М. Достоевскийҙың һөйөклө апаһы.
Суслова Надежда Прокофьевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1 (13) сентябрь 1843 |
Тыуған урыны | Панино[d], Сосновский район[d], Түбәнге Новгород өлкәһе |
Вафат булған көнө | 20 апрель 1918 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Лазурное[d], Алуштинский городской совет[d] |
Ерләнгән урыны | Ҡырым |
Бер туғандары | Аполлинария Прокофьевна Суслова[d] |
Хәләл ефете | Фёдор Фёдорович Эрисман[d] |
Һөнәр төрө | табип, гинеколог, акушер, хирург |
Уҡыу йорто |
С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы Цюрих университеты[d] Грац университеты[d] |
Суслова Надежда Прокофьевна Викимилектә |
Бала сағы һәм үҫмер йылдары
үҙгәртергәНадежда Прокофьевна Суслова 1843 йылдың 1 (13) сентябрендә Нижегородка губернаһы Горбатов өйәҙенең Панино аулында (хәҙер Нижегородка өлкәһенең Сосновка районы) граф Шереметьевтан азатлыҡ алып, ситса-кизе фабрикаһы хужаһы булып киткән крепостной крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Мулыраҡ йәшәргә, атаһы ҡыҙына тейешле белем бирә ала, тәүҙә — өйҙә әсәһе уҡыта, һуңынан Мәскәүҙә Пеничкау пансионында сит телдәрҙе ентекле өйрәнә. Бик күп замандаштары кеүек үк, Надежда күп уҡый, Н. Г. Чернышевский әҫәрҙәре менән мауыға, революцион демократтар менән дуҫ була. 1859 йылда һеңлеһе менән Санкт-Петербургҡа күсенә. 1861 йылда 18 йәшлек Надежда «Современник» (Н. А. Некрасов һәм И. И. Панаев нәшер итә) журналында үҙенең «Рассказ о письмах» (№ 8) һәм «Фантазерка» (№ 9) әҫәрҙәрен баҫтыра. 1860 йылдарҙа «Земля и воля» революцион ойошмаһында тора. Агентура мәғлүмәттәре буйынса, шулай уҡ I Интернационал ағзаһы булып. Уның йортогнда "Марсельеза"ны һәм поляк азатлыҡ йырҙарын йырлайҙар. Революцион бәйләнештәре өсөн «полицияның йәшерен күҙәтеүе аҫтына» алына.
Уҡыу йылдары
үҙгәртергәБатша Рәсәйендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн барлыҡ университет ишектәре ябыҡ була. Тик Санкт-Петербургтағы медицина-хирургия академияһының ҡайһы бер профессорҙары (Сеченов һәм Боткин) 1862 йылда өс ҡатын-ҡыҙға, шул иҫәптән Н. П. Сусловаға, ирекле тыңлаусы булараҡ лекцияларына йөрөргә рөхсәт итә.
Н. П. Суслова айырыуса физиология менән ҡыҙыҡһына, 1862 йылда уҡ "Медицинский Вестник"та уның «Электр ҡуҙғытыуы йоғонтоһо аҫтында тиренең һиҙгерлеге үҙгәреүе» мәғәләһен баҫтыра. 1863 йылда батша хөкүмәте ҡатын-ҡыҙҙарға лекцияларға йөрөүҙе тыйғас, Надежда Прокофьевна Швейцарияға китә. 1864 йылда ул Цюрих университетының тыңлаусылары исемлегенә инә һәм 1867 йылда И. М. Сеченов етәкселегендә «Лимфа физиологияһы тураһында доклад» («der Physiologie Beiträge Lymphherzen zur») диссертацияһы өсөн урыҫ ҡатын-ҡыҙҙарынан беренселәрҙән булып медицина, хирургия һәм акушерлыҡ докторы дипломын ала.
Рәсәйгә ҡайтыуы
үҙгәртергә1868 йылдың 16 апрелендә Венала Надежда Прокофьевна Швейцария табибы Федор Федорович Эрисманға кейәүгә сыға. Надежда, 1867 йылдың 14 декабрендә Грац ҡалаһындағы Австрия университетында уҡыуын тамамлап, уның менән Санкт-Петербургҡа ҡайта һәм үҙен табип тип таныуҙарына өлгәшә: уға имтихандарын ҡабаттан тапшырырға һәм диссертацияһын икенсе тапҡыр яҡларға тура килә. Һуңынан уның башҡа ғилми эштәре донъя күрә: «Прибавление к физиологии лимфатических сердец» (Санкт-Петербург, 1868) М. М. Манасеинаның «О воспитании детей в первые годы жизни» китабын тәнҡитле анализлау.
1870 йылда Н. П. Суслова буласаҡ ире, рус врач-гистологы А. Е. Голубев менән Түбәнге Новгородҡа күсенә, унда гинекология буйынса ҙур тәжрибә туплай. 1878 йылда Эрисман менән никахы тарҡала, әммә улар 1883 йылда ғына айырылыша (Швейцарияла). Һуңынан Надежда Прокофьевна Голубевҡа кейәүгә сыға. 1892 йылда ул Ҡырымдың көньяҡ ярында, Алуштала йәшәй, 1918 йылдың 20 апрелендә шунда вафат була һәм ерләнә.
Ф. М. Достоевскийҙың баһаһы
үҙгәртергәДостоевский Ф. М. үҙенең 1876 йылдағы «Яҙыусы көндәлеге»ндә рус ҡатын-ҡыҙна тәрән ихтирам тойғоһо менән түбәндәгеләрҙе яҙа: «Ул дөйөм эштә ҡатнашырға теләүен ныҡлы итеп белдерҙе һәм уға фиҙакәрлек менән тотондо… Юғары белем алыуҙа ул етдилек, түҙемлек күрһәтте һәм ҙур батырлыҡ өлгөһө күрһәтте». Һис шикһеҙ, был һүҙҙәр яҙыусының элекке яҡын дуҫы Надежда Прокофьевнаға ла ҡағыла.
Хәтер
үҙгәртергә- Түбәнге Новгородтың Совет районында Надежда Суслова исемен йөрөткән урам бар. 2012 йылдың сентябрендә Алушта ҡала үҙәк дауаханаһы территорияһында Н. Сусловаға һәйкәл ҡуйыла, ул 12 октябргә — дауахана асылыуҙың 120 йыллығына тура килтерелә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Осипов Г.В. Первая русская женщина-врач Надежда Прокофьевна Суслова // Журнал Здоровье. — 1988. — № 9.
- Э. А. Павлюченко. Женщины в русском революционном движении.