Суомуссалми янында һуғыш
Суомуссалми янындағы алыш (Суомуссалми яны трагедияһы) — 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышы барышында Суомуссалми ҡасабаһы янындағы совет һәм фин ғәскәрҙәре араһындағы хәрби бәрелеше, ул 1939 йылдың 7 декабренән 1940 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә. Алыш һөҙөмтәһе булып Ҡыҙыл Армияның ҙур еңелеүе тора, ул оборона тотҡан финдарҙың хәрби рухын нығыта һәм совет командованиеһының Финләндияны ике өлөшкө «киҫкеләп» Ботния ҡултығына сығыу планын юҡҡа сығара.
Суомуссалми янында һуғыш | |
Дәүләт | Финляндия |
---|---|
Урын | Суомуссалми[d] |
Ваҡиға ваҡыты | 7 декабрь 1939 |
Башланыу датаһы | 7 декабрь 1939 |
Тамамланыу датаһы | 8 ғинуар 1940 |
Ҡатнашыусылар | 9th Division[d] |
Суомуссалми янында һуғыш Викимилектә |
Һуғыш барышы
үҙгәртергә- Шулай уҡ ҡарағыҙ: Сражение на Раатской дороге
Совет планы Финляндияны иң тар өлөшөндә киҫеп, тиҙ марш менән Оулуға барып етеү ине
1939 йылдың 30 ноябрендә комбриг А.И.Зеленцов командованиеһы аҫтында Ухта ҡасабаһы районынан һөжүм иткән 163-сө уҡсылар дивизияһы, СССР һәм Финляндия сиген киҫеп үтә һәм көнбайышҡа, Суомуссалми йүнәлешенә юллана. Уға тик сик һағы корпусының 15-се батальоны ғына ҡаршы тора. Фин пограничниктарына совет ғәскәрҙәре һөжүменең темпын бер аҙ кәметергә мөмкин була. Көстәр тура килмәү сәбәпле, финдарға күп осраҡта үҙ яугирҙәренең әҙерлегенә таянырға тура килә. 7 декабрҙә инде 163-сө уҡсылар дивизияһы Суомуссалмиға етә. Фин хәрбиҙәре сигенер алдынан ҡасабаны тотош яндыра.
Шул ваҡытта Финляндия ҡораллы көстәре командующийы Карл Густав Маннергейм был районға полковник Ялмар Сииласвуо етәкселегендә бер нисә мең һалдат ебәрә, уға 163-ю уҡсылар дивизияһын уратып алырға мөмкин була
Ошонан һуң совет командованиеһы ҡамап алынған 163-сө дивизияға ярҙамға комбриг А.И.Виноградов командованиеһы аҫтында һуғышҡа тиклем Житомирҙа (Украина) урынлашҡан 44-се уҡсылар дивизияһын ебәрә.
1939 йылдың 20 декабрендә бронетанк бригадаһы тарафынан көсәйтелгән 44-се уҡсылар дивизияһының алдынғы отрядтары СССР яғынан РААТ юлына килә һәм ҡамауҙағы 163-сө дивизия урынлашҡан Суомуссалми йүнәлешенә үрләй.
Үҙ составында 15 меңдән ашыу кеше, 40-тан ашыу танк, 120 орудие, йөҙләгән йөк машинаһы һәм 4500 ат булған дивизия[1] дүрт метрҙай киңлектәге юл буйлап 20 километрға тиклем һуҙыла. Дивизияға юл оҙонлоғо буйлап һуҙылырға мөмкинлек биреп, финдар совет территорияһына сигенеүҙе яба, совет сигендәге Раат юлын ҡаплай, ә һуңынан флангтан һөжүм итеп дивизияны алты ҡамауға бүлә, шунан һуң планлы рәүештә уларҙы юҡҡа сығара башлай. 7 ғинуарҙа дивизия хәрәкәте тулыһынса туҡтай[2][3].
Был ваҡытта А. И. Зеленцов, 44-се уҡсылар дивизияһы частарының килеүен көтөп тормай, арьергард ышығы аҫтында ҡамауҙан үҙ аллы сығырға ҡарар итә. Төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә шылып, дивизия частары, 30 % шәхси составын һәм байтаҡ ҡорал һәм хәрби техникаһын юғалтып, боҙ буйлап Киантаярви күле аша совет сигенә сыға.
Йомғаҡтары
үҙгәртергәФин армияһынан һаны яғынан байтаҡ өҫтөнлөклө булһа ла һуғыш совет ғәскәрҙәренең еңелеүе менән тамамлана. 163-сө һәм 44-се уҡсылар дивизияһы ҡыйратыла, совет ғәскәрҙәренең Оулуға табан хәрәкәте туҡтатыла. Суомуссалминан Раатлға бара торған юл буйында финдар 71 орудиены, 260 йөк машинаһы, 29 танкыға ҡаршы пушка һәм меңдән ашыу атты баҫып ала. Еңелеүҙә ғәйепле тип танылған РККА командирҙары судҡа тарттырыла. Хәл иткес мәлдә дивизияны ташлап киткән 44-се уҡсылар дивизияһы комбригы А.И. Виноградов, штаб начальнигы полковник И.О.Волков һәм политбүлек начальнигы полк комиссары И.Т. Пахоменко, 1940 йылдың 11 ғинуарында 9-сы армияның хәрби трибуналы менән хөкөм ителә [4] һәм дивизия стройы алдында атып үлтерелә[5][6].
Хәтер
үҙгәртергәТаш яланда ҡышҡы һуғыш монументы
үҙгәртергә«Ҡышҡы һуғыш монументы» — ниндәй булһа ла өҫтәмә эшкәртеүҙән тыш, тәбиғи таштар менән ҡаплаған, айырым формала ялан рәүешендәге һәйкәл
Монумент Суомуссалми районында хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған. Иҫтәлекле таштар Финляндия яғынан һәләк булғандар өсөн генә түгел, шулай уҡ совет һалдаттары — рус, украин һәм башҡа халыҡ кешеләре өсөн дә ҡуйылған. Һәр плита-таш — был милләткә, диненә һәм ҡараштарына ҡарамай кешелек тарыған юғалтыуҙар тураһындағы хәтер плитаһы. 20 меңдән ашыу исемле плита ҡуйыласаҡ
Майҙан уртаһына «Асыҡ ҡоластар» һәйкәле ҡуйылған. Ул ҡайғы, әрнеү һәм хәтер символы булып тора, ул һуғышта ҡатнашыусыларҙың үлемдәренең мәғәнәһеҙлеген аңларға мөмкинлек бирә. Һәйкәл дүрт яҡҡа йәйенке юнәлткес рәүешендә башҡарылған, улар араһында һуғыштың теүәл һәр көнөнә торошло ҡыңғырауҙар эленгән. Комплекс яҡынса 3-4 гектар майҙанда урынлаштырылған.
Проекттың маҡсаты — һуғышта ҡатнашыусы илдәр араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу, хәрби-тарихи туризмды үҫтереү.[7]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Перейти обратно: 1 2 Mika Kulju. Raatteen tie : Talvisodan pohjoinen sankaritarina. Helsinki: Ajatus kirjat. 2007. ISBN 978-951-20-7218-7.
- ↑ Дудорова О. А. Неизвестные страницы «зимней войны» // Военно-исторический журнал. — 1991. — № 9. — С. 12—23.
- ↑ Суомуссалми: знаменитая битва «незнаменитой войны»
- ↑ Список репрессированных комбригов на сайте rkka.ru (№ 40)
- ↑ Окончание боевых действий Архивная копия от 1 май 2012 на Wayback Machine
- ↑ Kulju 2007, pp. 219—220
- ↑ Монумент Зимней войне 2010 йыл 13 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бои в Финляндии. Воспоминания участников. Часть I. — М.: Воениздат, 1941