Сунь Цзы
Сунь Цзы (ҡыт. трад. 孫子, упр. 孙子, пиньинь: sūnzǐ Чжэнчжан: [*suːns ʔslɯʔ]?; тыуғанда Сунь У, икенсе исеме Чжанцин) — ҡытай стратегы һәм аҡыл эйәһе, б.э.т. VI быуатта йәшәгән. «Һуғыш сәнғәте» исемле данлыҡлы трактат авторы.
Сунь Цзы | |
ҡыт. 孫子 | |
Памятник Сунь Цзы в Юрихами, Тоттори, Япония | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
полководец |
Командалыҡ итеү |
У батшалығы ғәскәрҙәре |
Хәрби алыш/һуғыш |
Чуньцю осоро алыштары |
Тарихи факттар
үҙгәртергәСунь Цзының тормош даталары б.э.т. 544—496 йылдар менән билдәләнә. Әммә 1972 йылда Хань дәүере башындағы ҡәберлектә табылған Сунь Цзының яңы киңәйтелгән хеҙмәт варианты уны б.э.т. V быуаттың икенсе яртыһында (б. э. т. 453—403 йылдарҙа) йәшәгәнен иҫбатлай. Ә ҡытай һәм көнбайыш ғалимдары үткәргән бер нисә һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, Сунь-цзы б. э. т. яҡынса 380—325 йылдар дауамында Ци Батшалығында йәшәгән Һуғышыусы батшалыҡтар осоронда реаль тарихи шәхес, полководец Сунь Бинға оҡшаш булырға мөмкин[1]. Сунь Цзының тағы бер тарихи прототибы — У Цзысюй.
Сунь Цзы тураһындағы биографик мәғлүмәттәрҙе Сым Цянь үҙенең «Тарихи яҙмаларында» яҙып ҡалдырған. Сунь Цзының исеме " У " булған. Ул Ци батшалығында тыуған. Сунь Цзы У батшалығында Хэлюй кенәзгә ялланма полководец булып хеҙмәт итә.
Сым Цянь фекеренсә, кенәз Хэлюй Сунь Цзыны хәрби эш тураһында һөйләшергә саҡыра. Үҙенең оҫталығын күрһәтер өсөн, полководец кенәздән үҙенең һәрәмдәрен тапшырыуын һорай. Сунь Цзы йәриәләрҙе ике отрядҡа бүлә, һәр береһе башына етәксе ҡуя, алебардо тарата һәм хәрби командаларҙы аңлата башлай. Отрядтар теҙелешә, әммә Сунь Цзы «уңға», «һулға», «алға» командалыҡ итә башлағас — бер кем дә командаларҙы башҡармай, ә бөтәһе лә көлә генә. Бер нисә тапҡыр шулай ҡабатлана. Шул саҡта Сунь-цзы былай ти: командалар үтәлмәй икән, был командирҙарҙың ғәйебе. Һәм ике төп йәриәне язаларға бойора. Кенәз, был шаяртыу түгел икәнен аңлап, язаны юҡҡа сығарыуҙы һорай, әммә Сунь Цзы, һуғышта полководец хакимдән мөһимерәк һәм уның бойороҡтарын бер кем юҡҡа сығара алмай, тип белдерә. Ҡатындар язалап үлтерелә. Бынан һуң бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тештәрен ҡыҫып, командаларҙы теүәл башҡара башлай. Әммә ғәскәрҙәр смотрына кенәз килмәй. Шуға ҡарамаҫтан, хәрби хәүеф килеп тыуғас, кенәз Сунь Цзыны саҡырырға һәм уға ышанырға мәжбүр була, һәм Сунь-цзы ҙур еңеүҙәр яулай.
Ғәскәрҙәр командующийы вазифаһында Сунь Цзы ҡеүәтле Чу батшалығын ҡыйрата, уның баш ҡалаһын баҫып ала, Ци һәм Цзинь батшалыҡтарын тар-мар итә. Уның еңеүҙәре арҡаһында У батшалығы ҡеүәтен көсәйтә, һәм Чжоу династия батшалары етәкләгән Ҡытай батшалыҡтары иҫәбенә инә. Хэлюй батша «чжухоу» рәсми рәүештә танылған үҙ аллы биләмә хакимдары составына инә Б.э.т. IV быуатта Вэй Лао Цзы былай тип яҙа: «Барыһы 30000 ғәскәре булған кеше була, һәм Ҡытайҙа уға бер кем ҡаршы тора алмай. Был кем? Яуап бирәм: Сунь Цзы».
Сунь Цзы кенәз Хэлюйҙың үтенесе буйынса хәрби сәнғәт тураһында трактат яҙа[2], уны ғәҙәттә «Һуғыш сәнғәте»(Н. И. Конрад, В. А. Шабан, В. В. Малявин тәржемәһендә) тип исемләйҙәр. Һуңынан ул тыуған Цибатшалығына ҡайта, тиҙҙән шунда вафат була. бер нисә быуат үткәс тә, Өс батшалыҡ дәүәрендә йәшәгән Суней уланы вәкилдәре (Сунь Цзянь, Сунь Цэ, Сунь Цюань), беҙ Сунь Цзы вариҫтары типдәғүә белдергәндәр.
Идеялары
үҙгәртергәСунь Цзы һуғышты мәжбүри яуызлыҡ тип һанай, һәм унан мөмкин булғанса ҡотолорға тырышыр кәрәк, ти. Ул, «һуғыш — ул ут һымаҡ, ҡоралын һалмаған кешеләр үҙ ҡоралынан һәләк булырҙар», тип билдәләй. Һуғышты, иҡтисади юғалтыуҙарға юл ҡуймау өсөн, тиҙ арала алып барырға кәрәк: «бер оҙайлы һуғыш та илгә табыш алып килмәне: 100 алышта 100 еңеү — ул көлкө генә. Дошмандарҙың еңелеүе менән айырылып торған һәр кем, дошман хәүефе ысынбарлыҡ булып киткәнгә тиклем үк еңә». Китапҡа ярашлы, һуйыуҙарҙан һәм йыртҡыслыҡтарҙан һаҡланыу зарур, сөнки был ҡаршылыҡ тыуҙыра һәм дошманға һуғышты үҙ файҙаһына бороу мөмкинлеген бирә ала.
Сунь Цзыны дөйөм идеологияһы бер үк ваҡытта конфуциан социаль яҡлау нигеҙҙәрен Дао диалектикаһын, инь-ян космик циклизмын, легизм сәйәсәтен һәм моистарҙың идаралыҡ прагматизмын үҙ эсенә ала. Был синтез 5 принципта дөйөмләштерелгән:
- «юлдар» (халыҡтың һәм аҡ һөйәктәрҙең берҙәм фекере),
- «күк йөҙө» (ваҡыттың тап килеүе),
- «ер йөҙө» (урынға тап килеү),
- «юлбашсы» (дөрөҫ етәкселек),
- «закон» (ойошҡанлыҡ һәм тәртиплелек).
Был принциптар 7 «иҫәп-хисап» ярҙамында тормошҡа ашырылырға тейеш:
- хакимдың дао булыуы,
- полководецтың һәләттәре булыуы,
- күк һәм ер үҙенсәлектәрен аңлау,
- закондарҙы һәм бойороҡтарҙы тормошҡа ашырыулығы,
- ғәскәрҙәр көсө,
- командирҙар һәм һалдатарҙы өйрәтеү,
- наградаларһәм язаларҙың асыҡлығы.
Артабан был тоғролоҡ һәм алдау, көс һәм хәлһеҙлек, һуғышсанлыҡ һәм тыныслыҡ диалектикаһы традицион ҡытай мәҙәниәтенең, сәнғәтенең төп методологемы һәм стратагемына әүерелә.
Сунь Цзы һуғышты, дипломатиянан һәм мобилизациянан башлап һәм шпионаж менән бөтөрөп, органик бөтөнлөк итеп ҡарай. Бер ҡасан да һуғыштың маҡсатын оноторға ярамай — халыҡ яҡшы йәшәһен һәм хакимға лояль булһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.
Идеаль еңеү — хәрби ғәмәлдәргә инмәй, дипломатик ысулдар менән башҡа дәүләттәрҙе буйһондороу. Шуға күрә әүҙем дипломатия алып барырға, дошман союздарын емерергә һәм уның стратегияһын юҡҡа сығарырға кәрәк.
Сунь Цзы даими рәүештә, хәрби ғәмәлдәр дәүләткә һәм халыҡҡа зыян килтереүсе ҡиммәтле шөғөл булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шуға күрә һуғыш йылдам, һөҙөмтәле, мобиль булырға тейеш. Һуғышты һуҙыу — халыҡҡа ҡарата шәфҡәтһеҙ ғәмәл.
Сунь Цзы концепцияһы нигеҙендә дошман менән идара итеү, шул ваҡытта еңеү еңел бирелә. Дошманды тоҙаҡҡа эләктерергә һәм дошмандың әҙерлекле көстәре менән бәрелешеүҙән ҡасырға кәрәк. Көстәрҙе тигеҙ бүлмәү, йәғни стратегик концентрация мөһим.
Дошмандың ҡайҙа булыуы һәм ғәмәлдәре тураһында мәғлүмәт тупларға, шул уҡ ваҡытта үҙ ғәмәлдәрен йәшерергә кәрәк. Шпиондар эшмәкәрлеген теләһә ниндәй күләмдә түләү армияны тотоуға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшәсәк. Шуға күрә шпионажға һәм һатып алыуға /подкуп аҡса йәлләргә ярамай.
Сунь Цзы күп тапҡыр ғәскәрҙәрҙә тәртип һәм рух (ци) кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ғәскәр рухы нығынған хәлдәрҙе булдырырға, армия ихтыярын юғалтҡан хәлдәрҙән сығыу яғын ҡарар кәрәк..
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ The Art of War, Sun Zi’s Military Methods, Translated by Victor H. Meir, Columbia University Press, 2007 ISBN 978-0-231-13383-8, Introduction стр. 14
- ↑ «Искусство войны»
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сунь-Цзы, У-Цзы. Трактаты о военном искусстве. — М.: «АСТ», 2002. ISBN 5-17-010705-6.
- Сунь-цзы. Трактат о военном искусстве. Перевод и исследование Н. И. Конрада. — М.-Л.: Изд-во АН, 1950. — 404 с.
- Сунь-Цзы. Трактат о военном искусстве. Пер. с др. кит. Шабан В. А. — С.-Пб. альманах «Ф2», 2008.
- Сунь-Цзы: Воинские правила. Пер. с др. кит. Шабан В. А. — «Евразия», 2022. ISBN 978-5-8071-0541-7
- Зотов О. В. О логике и структуре трактата Сунь-цзы //25-я научная конференция «Общество и государство в Китае». М., 1994. С.86-95.
- McNeilly, Mark R. (2001), Sun Tzu and the Art of Modern Warfare, Oxford University Press, ISBN 0-19-513340-4.