Стрельников Сергей Михайлович
Стрельников Сергей Михайлович (16 май 1953 йыл) — яҙыусы-тыуған яҡты өйрәнеүсе, журналист, мөхәррир, нәшриәтсе. 1998 йылдан Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1983)[1]
Стрельников Сергей Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 16 май 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡыуандыҡ, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | географ, журналист |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Михайлович Стрельников 1953 йылдың 16 майында Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡасабаһында (хәҙер Ҡыуандыҡ ҡала округы үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһы) тыуған.
1979 йылда Свердловск ҡалаһында Урал дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.
1973 йылдан 1975 йылға тиклем Совет Армияһында Байкал аръяғы хәрби округында хеҙмәт итә.
1970—1971 йылдарҙа Ҡыуандыҡ механик престар заводында фрезерлаусы өйрәнсеге, фрезерлаусы булып эшләй.
1979—1981 йылдарҙа Урал университетында топонимика лабораторияһында өлкән лаборант.
1981—1991 йылдарҙа Златоуст машиналар эшләү заводында — инженер; күп тиражлы «Хеҙмәт даны» гәзитендә хәбәрсе.
1991—1992 йылдарҙа Златоуст ҡала гәзите хәбәрсеһе, һуңынан мөхәррир урынбаҫары.
1992—1995 йылдарҙа «Златоуст машиналар эшләү заводы» производство берекмәһе Т«рудовая честь» гәзите хәбәрсеһе.
1995—2016 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһында «Новый путь» гәзите редакцияһында эшләй башлай, мөхәррир, бүлек мөдире, хәбәрсе вазифаларында ижад итә.
2016 йылдан хаҡлы ялға сыға, мәгәр топонимика буйынса эҙләнеүҙәрен, хеҙмәттәрен баҫтырып сығарыуын дауам итә[2].[3].
Ижады
үҙгәртергәСтудент йылдарынан уҡ топонимикаға бағышланған мәҡәләләр яҙа башлаған.
1984 йылда һөнәри нигеҙҙә журналистлыҡ менән шөғөлләнә башлай, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштора.
1994—2017 йылдарҙа Ҡыуандыҡта һәм Медногорскиҙа, Силәбелә һәм Мейәстә, Санкт-Петербургта, Златоуста, Мәскәүҙә, Новотроицкиҙа, Ырымбурҙа 20-ләп китап һәм брошюра сығарған. Бынан тыш тыуған яҡҡа, топонимикаға бағышланған китаптарға авторҙаш булып та ҡатнашҡан.
Ҡаланың «Новый путь» гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән. "Ҡыуандыҡ энциклопедияһы"н булдырған.
1983 йылдан алып Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы[4].
2006 йылдан Ҡыуандыҡ районы һәм Медногорск ҡалаһының «Ҡараш» («Взгляд») тигән әҙәби берекмәһен ойоштора һәм үҙе уның етәксеһе булып тора.
Сергей Михайловичтың исеме, атаһының исеме, фамилияһының тәүге өлөштәренән яһалған Семистрел тигән яңғыраулы псевдонимы ла бар әле, ул ижадсының күп ҡырлы шөғөлдәрен асып та бөтөрә алмай әле, тип яҙа «Главное — быть услышанным» тигән мәҡәлә авторы Тамара Ясакова[5].
Сергей Михайлович Стрельниковтың топонимика буйынса китаптарында төбәктәге башҡорт атамалары тарихы бик күп сағылдырылған. Бигерәк тә үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында төбәк башҡорттарының тарихын да, тормош-көнкүрешен дә аныҡ һүрәтләгән, тулы картина күҙ алдына килеп баҫа. Был китап буйынса Башҡорт википедияһында «Тарихи Башҡортостан ерҙәре топонимикаһы» категорияһына ингән байтаҡ мәҡәләләр яҙылған[6][7]
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Стрельников, С. М. Золотые звезды кувандычан / С. М. Стрельников. — Оренбург : Оренб. губерния, 1996. — 16 с.
- Стрельников, С. М. Географические названия Оренбургской области : крат. топоним. словарь. / С. М. Стрельников. — Златоуст : Издательство им. С. М. Стрельникова, 1996. — 79 с.
- Стрельников, С. М. Географические названия Оренбургской области : топоним. слов. / С. М. Стрельников. — Кувандык : Стрельников, 2002. — 173, c. ; 21 см. — Библиогр.: с. 172—173.
- 4. Стрельников, С. М. Кувандыкский край в географических названиях / С. М. Стрельников. — Златоуст : Изд-во им. С. М. Стрельникова, 1994. — 146 с. : ил.
- Кувандыкская энциклопедия / гл. ред. С. М. Стрельников. — Кувандык : Изд-во им. С. М. Стрельникова, 2006. — 408 с. : ил.
- Стрельников С. М. Кувандыкский край. Топонимический словарь. — СПб, «Реноме», 2018. — 324 с.
- Стрельников: Кувандыкская энциклопедия. 2-е изд., переработан. и дополн. / Гл. редактор-составитель С. М. Стрельников. — Челябинский Дом печати, 2013. — 636 с.
- Сергей Стрельников: Стрельников С. М. История села Большое Чураево. — Кувандык — Медногорск, 2015. — 108 с. (это крупное ранее башк. село).
- Сергей Стрельников: Стрельников С. М. История поселка Ишмуратово. — Кувандык — Медногорск, 2016. — 124 с. (В прошлом это заметное башк. село, ныне это 2-3 улицы в составе г. Кувандык).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыуандыҡ районының Почет таҡтаһына индерелгән (2007).
- Ҡыуандыҡ ҡала округының Почетлы гражданы[8]
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, ғиләлә бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Стрельников Сергей Михайлович. Автобиография
- ↑ Кувандыкская энциклопедия. 2-е изд., переработан. и дополн. / Гл. редактор-составитель С. М. Стрельников. — Челябинский Дом печати, 2013. //Словарная статья «Стрельников».
- ↑ Стрельников С. М. Родословие. — Кувандык — СПб., «Реноме», 2015
- ↑ Кувандыкская энциклопедия. 2-е изд., переработан. и дополн. / Гл. редактор-составитель С. М. Стрельников. — Челябинский Дом печати, 2013. //Словарная статья «Стрельников».
- ↑ Тамара Ясакова. Главное — быть услышанным — «Новый путь», 2013, 16 мая
- ↑ С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
- ↑ С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
- ↑ Звание «Почетный гражданин Кувандыкского городского округа» присвоено решением Совета депутатов № 358-I-СД от 26.09.2017 года. 2021 йыл 26 ғинуар архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Стрельников Сергей Михайлович // Кувандыкская энциклопедия / гл. ред. С. М. Стрельников. — Кувандык : Изд-во им. С. М. Стрельникова, 2006. — С. 524.
- Стрельников С. М. Родословие. — Кувандык — СПб., «Реноме», 2015
- Тамары Ясакова. Главное — быть услышанным — «Новый путь», 2013, 16 мая
- Молодой — 60-летний. — «Оренбуржье», 2013, 30 августа.