Стефан (Штефан) Прокопиу (рум. Ștefan Procopiu; 19 ғинуар 1890 йыл — 22 август 1972 йыл) — румын ғалим-физигы, педагог, профессор (1926), физика-математика фәндәре докторы (1924), Румыния Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1955)[1]. Румыния Социалистик Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (1964).

Стефан (Штефан) Прокопиу
рум. Ștefan Procopiu
Тыуған көнө

19 ғинуар 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

Румыния, Бырлад ҡалаһы

Вафат көнө

22 август 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (82 йәш)

Вафат урыны

Румыния, Яссы ҡалаһы

Ил

Ғилми даирәһе

физика

Эшләгән урыны

Бухарест университеты

Альма-матер

Яссы университеты

Ғилми дәрәжәһе

Румыния Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

физик, Бор магнетонын беренсе асыусы һәм иҫәпләүсе

Награда һәм премиялары

Румыния Социалистик Республикаһының
Дәүләт премияһы (1964)

I дәрәжә Румыния Социалистик Республикаһының Йондоҙ ордены кавалеры I дәрәжә «Фәнни ҡаҙаныштар» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Стефан (Штефан) Прокопиу 1890 йылдың 19 ғинуарында Румынияның көнсығышында урынлашҡан хәҙерге Васлуй жудецендағы Бырлад ҡалаһында тыуған.

19081912 йылдарҙа Александру Ион Куза исемендәге Яссы университетында уҡый.

19131919 йылдарҙа Бухарест университетында ассистент булып эшләй. 1919 йылда стипендиат итеп Францияға ебәрелә, унда Париж университетында Габриэль Липпман, Мария Склодовская-Кюри, Поль Ланжевен һәм улар кеүек башҡа билдәле ғалим-физиктарҙың лекцияларын тыңлай.

1924 йылдың мартында «физика-математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһен ала. Үҙ илена ҡайтҡандан һуң, 1925 йылдың ғинуарынан — Яссы университетында гравитация, йылылыҡ һәм электр фәндәре буйынса профессор. Был вазифала 1962 йылда пенсияға сыҡҡансы эшләй. Шунда уҡ Георге Асаки исемендәге Яссы техник университеты профессоры итеп тәғәйенләнә.

1936 йылдан Румыния Фәндәр академияһы ағзаһы[2], 1948 йылдың июненән — Румыния Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, ә 1955 йылдың июленән — Фәндәр академияның мөхбир ағзаһы.

Стефан Прокопиу ике тапҡыр халыҡ-ара Нобель премияһы биреү комитетының ағзаһы була.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғалимдың фәнни тикшеренеүҙәре электромагнетизмға, термодинамикаға, электрохимияға, оптикаға, магнетизмға һәм спектроскопияға арналған.

1911 йылда Стефан Прокопиу тәүгеләрҙән булып магнит мәле берәмеге — Бор магнетонын аса һәм уны иҫәпләй, был дәүмәл һуңынан Дания физигы Нильс Бор (7.10.1885—18.11.1962) хөрмәтенә уның исеме менән атала.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Румыния Социалистик Республикаһының Дәүләт премияһы (1964)
  • Румынияның Хеҙмәт ордены (Орден Труда)
  • Румынияның Йондоҙ ордены (Орден Звезды)
  • «Фәнни хеҙмәттәре өсөн» ордены (Орден «За научные заслуги»)
  • Физические чтения (группы авторов), дидактические и педагогические , 1980[3].
  • А. Cişman, Бф Ротенстейн, A Policec, Физические явления в ферромагнитных металлах требуется , RSR Academy Press, 1968[4].

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Храмов Ю. А. Физики. Прокопиу Стефан (Procopiu Stefan), с.223.
  • Прокопиу Стефан. «All-Физика» сайты[5]
  • Прокопиу, ученый Нобелевской премии. 20 февраля 2009, Otilia Bălinişteanu, Lumina газета[6]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Члены румынской Академии с 1866 г. до настоящего времени, Румынская академия
  2. Lista membrilor Academiei de Științe din România (ASR) (1936-1948) p.2 ( Список пользователей Академии наук Румынии (ASR) (1936-1948) стр.2) 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
  3. Lecturi de fizică (colectiv de autori), Editura Didactică și Pedagogică, 1980
  4. A. Cișman, B. F. Rothenstein, A Policec, Fenomene fizice în metale feromagnetice solicitate, Editura Academiei RSR, 1968
  5. Аll-fizika.com сайты
  6. Ștefan Procopiu, un savant de Premiul Nobel 2014 йыл 3 февраль архивланған.