Софи Сагер
Софи Сагер (швед. Sofie Sager, 3 июнь 1825 йыл — 27 февраль 1901 йыл) — швед яҙыусыһы һәм феминисы.
Софи Сагер | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция[1] |
Тыуған көнө | 3 июнь 1825[2][3] |
Тыуған урыны | Byarums parish[d], Швеция[2] |
Вафат булған көнө | 26 февраль 1902[4] (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[4] |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Тасуирлау биттәре | nordicwomensliterature.net/… |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Софи Сагер Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәСофи 1825 йылда Смоланд мәхәлләләренең береһендә тыуған, уның ата-әсәһе завод хужалары Габриэль Сагер һәм Юханна Бергенхольц була. Софи Йёнчёпингта ҡыҙҙар өсөн мәктәптә уҡый, унда башҡа предметтарҙан тыш, француз теленә һәм сигергә өйрәнә. Йәш сағында ул ярлылана һәм гувернантка булып эшләй.
Үҙенең магазинын асыу тураһында хыялланып, ул Стокгольмда тегенсегә уҡый. 1848 йылда торлаҡҡа эйә булмай, Мёллер тигән ниндәйҙер ир-аттың йортонан фатир ала. Ләкин Мёллер уны үҙенең аҫрамаһы итергә уйлаған, ә инде ул баш тартҡас көсләргә маташа, һуңынан туҡмай һәм бикләп ҡуя. Ҡасып китә алғандан һуң, Софи табип Юхан Брисманда туҡмалыуын раҫлай һәм уның тәҡдиме буйынса полицияға мөрәжәғәт итә. Был ҡатын-ҡыҙ дәғүәсе булған көсләргә маташыу буйынса ошондай суд процесы беренсе тапҡыр үтә, сөнки башҡа осраҡтарҙа ҡорбан ғәҙәттә үҙен ғәйепле тип таный, һәм был матбуғаттың, шул иҫәптән Aftonbladet һәм Stockholms Dagblad иғтибарын йәлеп итә. Судта Софины аҡылдан яҙған тип күрһәтергә һәм ялғанда ғәйепләргә маташалар, ләкин суд, медицина һығымтаһын һәм Брисмандың күрһәтмәләрен иғтибарға алып, Софи яҡлы була һәм Мёллерҙы штрафҡа хөкөм итә. Шуға ҡарамаҫтан, Софиға йәмәғәт фекере ҡаршы булып сыға: унан көләләр, матбуғатта мыҫҡыл итәләр, һәм хатта тиҫтә йыл үткәс тә уны насар итеп телгә алалар.
Ошо осраҡтан һуң Софи феминизмдың әүҙем эйәрсене була. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ баһаһын түбән ҡуйыуы уларҙың мәҙәнилегенең түбән булыуы менән бәйле тип раҫлай, шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙар белемен яҡшыртыу өсөн сығыш яһай, сөнки ата-әсәләр беренсе сиратта улдарын тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға өҫтөнлөк бирә, ә ҡыҙҙарҙы иң яҡшы осраҡта француз теленә һәм этикетҡа өйрәтә. 1852 йылда үҙ тарихы нигеҙендә ул Bilder ur livet. Ett fosterbarns avslöjande genealogi китабын яҙа, лекциялар уҡый, өҫтәүенә, уларҙың береһен ирҙәр кейемендә үткәрә. Әммә ул яҡлау таба, мәҫәлән, Уппсалала балда принц Густав менән бейеүгә лайыҡ була.
1859 йылда Софи АҠШ-ҡа китә, унда Америка ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтендә ҡатнаша. 1861 йылда ул немец сығышлы американлы музыка уҡытыусыһы Э. А. Винерға кейәүгә сыға. АҠШ-та уның A woman’s desire and a Man’s duty (1861 г.) һәм A lecture on modern society and the marriage relation (1880 г.) китаптары баҫылып сыға. Әйткәндәй, АҠШ-та Софи шул тиклем билдәле була, хатта ҡайһы бер ир-егеттәр эшләпәләренең төбөндә уның һүрәтен алып йөрөйҙәр.
Софи Сагер 1901 йылда Нью-Йоркта вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ LIBRIS — Национальная библиотека Швеции, 2012.
- ↑ 2,0 2,1 Byarums kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/VALA/00050/C/3 (1789-1849), bildid: C0021166_00167
- ↑ Sophie Lisette Sager 1825-06-03 — 1902-02-26 Författare, kvinnosakskvinna
- ↑ 4,0 4,1 Sophie Lisette Sager 1825-06-03 — 1902-02-26 Författare, kvinnosakskvinna // (unspecified title)
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Ulf Beijbom (2006). Utvandrarkvinnor: svenska kvinnoöden i Amerika. Emigrantinstitutets vänners skriftserie, 0284-8341; 12. Stockholm: Norstedt. ISBN 91-1-301493-5
- Edholm, Isa (2001). Kvinnohistorier: Fanny Kamprad, Mary Quant och 83 andra kvinnor. Stockholm: Alfabeta/Anamma. ISBN 91-501-0054-8
- Kyle, Gunhild; Krusenstjerna, Eva von (1993). Kvinnoprofiler. Panorama (Natur och kultur), 99-0913791-7. Stockholm: Natur och kultur. ISBN 91-27-75349-2