Соснина Нина Ивановна

Соснина Нина Ивановна (30 ноябрь 1923 йыл[3][4], Кухари — 31 август 1943 йыл, Малын) — Малында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йәшерен комсомол ойошмаһы етәксеһе. Советтар Союзы Геройы[5].

Соснина Нина Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 30 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Кухари[d], Иванковский район[d], Киевская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 31 август 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1][2] (19 йәш)
Вафат булған урыны Малын, Житомир өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем төрө яуҙа үлгән[d]
Ерләнгән урыны Малын
Һөнәр төрө партизан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Соснина Нина Ивановна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Нина Ивановна Соснина Кухари ауылында табип ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[4].

Киевта йәшәй һәм уҡый, шунан һуң ғаилә Малынға күсеп килә[4].

1937 йылдан ВЛКСМ ағзаһы[3][5].

1941 йылдың йәйендә мәктәптең 9-сы синыфын тамамлай[4].

1941 йылдың көҙөндә йәшерен комсомол төркөмөн ойоштора, 1942 йылдың башында П.А. Тараскин етәкләгән Малын йәшерен ойошмаһы составына инә һәм ойошма секретары булып китә[3].

Подпольщик сифатында ойоштороу эштәрен башҡара, халыҡ араһында листовкалар тарата, бер нисә тапҡыр партизандар менән бәйләнешкә сыға, партизандар менән берлектә Малын ҡалаһы янында Белая Крыница ҡасабаһы эргәһендә оккупанттар менән һуғышта ҡатнаша[4].

1943 йылдың ғинуарында П.А. Тараскин ҡулға алынып һәләк булғандан һуң ойошманы етәкләй[3].

Житомир өлкәһе С.Ф. Маликовтың партизан берләшмәһе менән бәйләнешкә сыға.

1943 йылдың 31 авгусында Нина Соснина атаһы — хирург И.И.Соснинға яралы партизанға операция яһауҙа ярҙам итә, йортто гитлерсылар уратып ала. Һуғыш сыға, уның барышында Нина һәләк була[3][5].

Малын ҡалаһында ерләнә[4].

СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Н. И. Соснинаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[5][4].

Наградалары

үҙгәртергә
  • Житомир өлкә ВЛКСМ комитеты составына мәңгелеккә индерелә[4]
  • Малын ҡала паркындағы обелиск.
  • Киев өлкәһе Бородянский районының Тетерев тимер юлы станцияһы янында мәктәп эргәһендә бюсы
  • Кухари ауылында иҫтәлекле тамға.
  • Нина Соснина исеме менән Малында урта мәктәп аталған[3] (Н. Соснина музей бар)[6], шулай уҡ Малын һәм Бердичев ҡалаларында, ҡала тибындағы Иванков һәм Песковка ҡасабаһы, Микулич ауылында урамдар аталған. 1976 йылда төҙөлгән Дунай пароходсылығы карабы «Нина Соснина» тип атала.
  • Киевта Сосниндар ғаиләһе урамы бар.

Сәнғәттә

үҙгәртергә
  • «Нина» — нәфис фильм.
  • «Сосниндар ғаиләһе» — документаль фильм (СССР, «Укркинохроника», 1967; режиссеры А. Ф. Золоз)[4]
  • С.С.Смирновтың «Ғаилә» повесы (1967)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Соснина Нина Ивановна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 Nina Ivanovna Sosnina // TracesOfWar
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Соснина, Нина Ивановна // Украинская Советская Энциклопедия. том 10. Киев, «Украинская Советская энциклопедия», 1984. стр.253
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Соснина Нина Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 509. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Соснина, Нина Ивановна // Советский энциклопедический словарь. редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. 4-е изд. М., «Советская энциклопедия», 1986. стр.1247
  6. Конкурс ім. Н Сосніної // «Журнал Житомира» от 25 сентября 2013
  • Советские партизаны: из истории партизанского движения в годы Великой Отечественной войны / ред.-сост. В. Е. Быстров, ред. З. Н. Политов. М., Госполитиздат, 1961. стр.539-540
  • Крестовский И. Большевистский дух не сожжете! // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • В. И. Соснин, В. А. Рудник. Верные долгу. 3-е изд., пер. М., «Молодая гвардия», 1982.
  • Боевые звёзды киевлян. Очерки о Героях Советского Союза — уроженцах Киева и Киевской области. / сб., сост. И. В. Волков, К. Л. Клепик, А. К. Корнилов и др. 3-е изд., пер. Киев, 1983. стр.400-403
  • Золотые звёзды Полесья / сб., сост. Г. И. Кривохижин, Д. Ф. Романов. 3-е изд., пер. и доп. Киев, 1985. стр.418-423

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Соснина Нина Ивановна. «Герои страны» сайты.