Аксаков Пётр Дмитриевич

Аксаков Петр Дмитриевич (? — 1780-се йылдар) — рус дәүләт эшмәкәре, бригадир (1740), ғәмәли статский советник (1760), Өфө вице-губернаторы (17401744).

Пётр Дмитриевич Аксаков
Өфө провинцияһының вице-губернаторы
1740 — 1744
Алдан килеүсе: Пётр Петрович Воейков
Дауамсы: вазифа бөтөрөлгән
 
Үлгән: 1780-сы
Нәҫел: Аксаковтар

Биографияһы

үҙгәртергә

Дворян нәҫеленән сыҡҡан. 1738 йылдың 29 июнендә подполковник П. Д. Аксаков Өфө провинцияһына воевода итеп тәғәйенләнә. 1739 йылдың мартында Аксаков обер-кригскомиссар исемен ала һәм армияға хеҙмәт итергә ебәрелә. 1740 йылдың март айында Өфөлә воевода вазифаһы бөтөрөлә. 1740 йылдың 6 ноябрендә сенат Аксаковты, уны бригадир дәрәжәһенә күтәреп, Өфө вице-губернаторы итеп тәғәйенләй.

1742 йылдың 10 июлендә И. И. Неплюев менән бергә, 1736 йылдың 11 февралендәге ер биләү, ерҙе файҙаланыу, урындағы халыҡтың йөкләмәне атҡарыуы, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтен регламентлау тураһындағы указын тулыландырыусы ҡарарға ҡул ҡуя. Сенаттан һәр өйәҙҙә башҡорттарҙа ер эшкәртеүҙе үҫтереү буйынса әҙерләү урыны асыуҙы юллай. Яңы Мәскәү юлын (Ҡазан—Ырымбур) төҙөү инициаторҙарының береһе. Хеҙмәт тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса Сенатҡа, Өфө провинцияһы хакимиәте вәкилдәренең вазифаларынан артыҡ файҙаланыуҙары тураһында материалдар ебәрә. «Краткое известие о народе башкирском» һәм башҡа материалдарҙа башҡорттарҙың тарихы, социаль мөнәсәбәттәре, көнкүреше һәм хужалығы тураһында мәғлүмәттәр ҡалдыра.

1744 йылда Ырымбур губернаторы И. И. Неплюев менән конфликт нигеҙендә, суд ҡарары буйынса Аксаков Өфө провинцияһының вице-губернаторы вазифаһынан ситләтелә. 1745 йылда Аксаков эше туҡтатыла. 1760 йылдың 16 авгусында Аксаков ғәмәли статский советник дәрәжәһенә күтәрелә.

Селиванова Матрена Осиповна менән никахтан улдары Андрей тыуа.