Скорбященский сиркәүе (Түбәнге Новгород)

Божья Матерь Всех Скорбящих Радость йәки Скорбященский сиркәүе— Түбәнге Новгородтағы православие сиркәүе. Ғибәҙәтхана революцияға тиклем Түбәнге Новгородтың  Мартынов дауаханаһы янындағы йорт сиркәүе булған.

Скорбященский сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1896
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Всех Скорбящих Радость[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Новгород
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Архитектура стиле Урыҫ стиле[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Нижний Новгород (правый берег, часть 4)[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Рәсми сайт vsr-nne.cerkov.ru
Указания, как добраться улица Нестерова, 2 / улица Минина, 20А
Карта
 Скорбященский сиркәүе (Түбәнге Новгород) Викимилектә

XVIII быуаттың аҙағына тиклем ҡала халҡының үҙәкләштерелгән дауаханаһы булмай, сөнки уға ҙур ихтыяж да, шулай уҡ ҡалала табиптар ҙа булмай. Екатерина II хакимлығы йылдарында медицина мәсьәләләре буйынса байтаҡ указдар сыға һәм бөтә губерналарҙа ла Йәмәғәтселек ҡарау приказдары барлыҡҡа килә. Улар ҡалаларҙың төрлө ауырыуҙарын дауалау һәм һәр төрлө мәрхәмәтлек ойошмалары менән етәкселек итергә тейеш була. 1825 йылда отставкалағы полковник Соломон Михайлович Мартыновтан дауахана комплексын урынлаштырыу өсөн ҡала усадьбаһы ере менән бергә һатып алына (1774-1839). Был усадьба  тотош кварталдың күпселек өлөшөн (хәҙерге  Нестеров, Минин, Семашко һәм Үрге Волга яр буйы) биләгән була. Шуға күрә бында төҙөлгән дауахана һәм ҡаланың Семашко урамы Мартынов исемен ала. 1834-1838 йылдарҙа бында архитектор Ефимов проекты буйынса, уның ҡарауы аҫтында дауахананың төп корпусы төҙөлә. XIХ быуат уртаһында бөтөн дауаханаһы комплексы барлыҡҡа килә, ул айырым торған бер нисә ағас һәм таш йорттарҙан тора. Йорттар киң емеш-еләк баҡсаһы һәм ҙур булмаған йәшелсә баҡсаһы менән берләштерелгән була.

Рәсәй империяһы закондарына ярашлы рәүештә төрлө мәрхәмәтлек йорттары, приюттар һәм  дауаханалар Рус православие сиркәүе ҡанаты аҫтында мотлаҡ булырға тейеш була. Тап шуның өсөн Түбәнге Новгород губерна дауахананың төп корпусы, 1844 йылдан башлап, күп йылдар буйына дауахананың икенсе ҡатында бер ҡатлы иконостаслы һәм ҙур иконалар ҡуйылған йорт сиркәүе, эшләп килә. Хәҙерге ваҡытта уның бары тик Түбәнге Новгород һәм Арзамас хакимы Иоанникий (Руднев) изгеләндергән антиминс ҡына тороп ҡалған. Был ғибәҙәтхана, дауахана кеүек үк, Түбәнге Новгород йәмәғәтселек ҡарау приказы аҡсаһына төҙөлгән.

Скорбященский сиркәүенең тарихы

үҙгәртергә

Түбәнге Новгородтың үҙәк земство дауаханаһы янында сиркәү төҙөү тураһында земство һәм дин әһелдәре байтаҡ йылдар буйына һүҙ алып бара. Күптәр әйтеүенсә, ҡорам дауаханан айырым торорға, айырым ишекле булырға тейеш була, ләкин финанс ресурстары табылмағанлыҡтан, сиркәү төҙөлмәй тора.

Тол сауҙагәр ҡатын Александра Якимовна Горбунова, иренең иҫтәлегенә тип, Скорбященский сиркәүе башлығы отец Константин Коринфскийға яңы ҡорам төҙөү өсөн 4000 һум аҡса бирә. Был аҡсаларҙы рухани Губерна земство идаралығына тапшыра. 1893 йылдың декабрендә земство идаралығы йыйылышында дауахана сиркәүен һалыу тураһында ҡарар ҡабул ителә, бының өсөн земство ҡаҙнанан 2000 һум аҡса өҫтәй. Губерна земство иҫәбе буйынса сиркәү төҙөүҙең дөйөм хаҡы 19 000 һумға барып баҫырға тейеш була.

Сиркәү бинаһын төҙөүҙе архитектор В. Н. Брюхатовҡа тапшыралар. Земство епискобы Владимир Никольскийға «иғәнә биреүсе Горбунова үтенесе буйынса дауахана янында Божья Матерь һәм изге пәйғәмбәр Даниил хаҡына яңы сиркәү төҙөргә Һеҙҙән рөхсәт һорайбыҙ» — хат яҙа. 1894 йылдың 23 майында сиркәү проекты Түбәнге Новгород губерна идаралығының техник комиссияһы тарафынан тикшерелә һәм ҡабул ителә.

1894 йылдың 22 авгусында (иҫке стиль буйынса) дауахана сиркәүенә тантаналы рәүештә нигеҙ ташы һалына. Был дата батша Александр Икенсенең Түбәнге Новгородҡа һәм, айырым әйткәндә, уның дауаханаһына килгән көнөнә тура килтереп һайлана. Нигеҙ ташы Түбәнге Новгород һәм Арзамас епискобы Преосвященный Владимир Никольский һәм Балахнин епискобы Преосвященный Алексий (Опоцкий) етәкселегендә һалына.

Архитектор Брюхатов вафат булғандан һуң, 25 августан алып төҙөлөштө архитектор Александр Николаевич Никитин күҙәтеп төҙөтә. 1894 йылдың көҙөндә төҙөлөш материалдарын әҙерләү һәм ҡорамдың нигеҙен һалыу тамамлана. Киләһе йылдың яҙында уҡ сиркәү бинаһын һала башлайҙар. Финанслауҙың төп сығанағы булып шәхси иғәнәләр тора. Сиркәүҙең  төҙөлөү хаҡы аҙаҡтан 26 372 һум 41 тин тәшкил итә.

Губерна дауаханаһына һәм уның янындағы сиркәүгә ХIХ быуат дауамында Император йорто Романовтар династияһынан ике тапҡыр юғары дәрәжәләге кешеләр килә. 1858 йылдың 22 авгусында дауахана сиркәүендә Император Александр II ғибәҙәт ҡыла. 1866 йылдың 17 авгусында Скорбященский сиркәүен һәм дауахана комплексын Бөйөк кенәз Александр Александрович — буласаҡ император Александр III һәм уның ағаһы Владимир ҡарай.

Ҡорамды изгеләндереүҙе Түбәнге Новгород һәм  Арзамас епискобы Преосвященный Владимир 1896 йылдың 4 авгусында тантаналы рәүештә руханиҙар: протоиерей Александр Крылов, Спас-Преображенский кафедраль соборының протоиерейы Павел Серебровский һәм башҡалар ярҙамында - үткәрә.

Губерна земство идаралығы 1896 йылдың октябрь аҙағында Преосвященный хаким Владимирға ҡорамдың изгеләндереү өсөн әҙер булыу тураһында хәбәр итә һәм уны Изге пәйғәмбәр Даниил хөрмәтенә 3 ноябрь көнө (иҫке стиль буйынса) изгеләндеререргә рөхсәт һорай. Сиркәүҙең өҫтәлмә тәхете Горбунованың ире Даниил Горбунов иҫтәлегенә пәйғәмбәр Даниил хөрмәтенә асыла. Дауахана янындағы  кәшәнәне биҙәүгә  ҡорамдың семәрле иконостасы ҡулланыла, ә иконалар махсус яңынан яҙыла.

Революцияға тиклем, 1896 йылдан башлап, сиркәүҙә йәкшәмбе һәм байрам көндәрендә ғибәҙәт ҡылыуҙар үткәрелә. Ул сиркәүгә дауаханала эшләүселәр һәм сиркәү тирәһендә йәшәүсе мәхәллә халҡы йөрөй. 1913 йылдың көҙөнән Скорбященский сиркәүендә сиркәү старостаһы вазифаһын отставкалағы генерал-майор Михаил Петрович Данилов биләй. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Мартынов дауаханаһында хәрби госпиталь палаталары урынлаша.

Ғибәҙәтхана совет йылдарында.

үҙгәртергә

Совет власы урынлаштырылғас, 1920 йылдың 28 июнендә Скорбященский ғибәҙәтханаһы ябыла. Табиптарҙың үтенестәре лә бер ниндәй ҙә йоғонто яһай алмай, властар сиркәү ябылыуын дөрөҫ тип таба.

1922 йылдың яҙында сиркәүҙең төп бинаһында ғибәҙәт ҡылыу яңынан тергеҙелә, түбәнге ҡаты дауахана ихтыяждарына бирелә. Сиркәү башлығы иерей Павел Коринфский була. Скорбященский сиркәүенең күпме ваҡыт эшләүе билдәле түгел, ул, моғайын, ҡала хакимәте ҡарары менән 1930-сы йылдарҙа яңынан ябыла. Артабан сиркәү биналары төрлө ойошмаларҙың келәте булараҡ ҡулланыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында морг һәм хәрби госпиталь аптекаһының склады эшләй.

1965 йылдың февралендә Өлкә башҡарма комитеты депутаттары советы Нестеров урамындағы сиркәүҙе Семашко исемендәге өлкә дауахынаһына биреү тураһында ҡарар сығара. Шул уҡ ваҡытта элекке сиркәүе бинаһын радиология кабинеты өсөн ҡулайлаштырыу өсөн аҡса бүленә. Ҡорам эсе һәм тышы ҙур үҙгәрештәр кисерә. Ҡорамдың фасадындағы декоратив биҙәү генә элекке сиркәүҙе хәтерләтеп тора. Сиркәүҙең подвалында радиология-рентген аппараттарын ҡуйыу өсөн тимер-бетон стеналар төҙөлә. Икенсе ҡат кимәлендә һәм ҡыңғырауҙар торған ерҙең өҫтөнә фальша-түбә ҡуйыла.

1974 йылда ғибәҙәтхана бинаһы Радиофизика ғилми-тикшеренеү институтының балансына, уның медицина лабораториялары һәм медицина радиофизика методтары бүлеген булдырыу өсөн тапшырыла. Һуңынан ул Ғәмәли физика Институты (ИПФАН) балансына бирелә, бында ҡартайыу механизмын тикшереү һәм нур терапияһы гамма-нур ҡоролмалары ҡуйыла. Бының өсөн цоколь ҡатындағы стеналарҙың эсе ҡара ҡурғаш пластиналар менән көпләнә.

1988 йылда ғибәҙәтхана бинаһы төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы булараҡ, ҡала мәҙәниәт идаралығына тапшырыла. Унда юғары пилотажға нигеҙ һалыусы лётчик П. Н. Нестеров музейын асыу планлаштырыла. Әммә мәҙәниәт идаралығы бинаны физиология институтына ҡуртымға тапшыра.

1990 йылдар уртаһына тиклем Мартынов дауаханаһы тип аталған бина совет осорондағы үҙенең тәғәйенләнешен һаҡлап ҡала: унда Семашко исемендәге өлкә  клиник дауаханаһының бүлеге урынлаша. 1980 йылда, дауахана барактары урынына ағас ултыртып, сквер яһайҙар һәм 1987 йылда лётчик Петр Николаевич Нестеровҡа һәйкәл ҡуялар(скульпторҙары И. М. Рукавишников һәм А. И. Рукавишников, архитекторы Ю. Н. Воскресенский). Хәҙерге ваҡытта элекке дауахана территорияһында төрлө ойошмалар һәм учреждениелар урынлашҡан. Дауахана бинаһының байтаҡ өлөшөн һаҡланмаған, ә ҡалған бер нисә корпусы үҙгәртеп ҡорола йәки реконструкциялана.

Яңыртыу. Хәҙерге ваҡытта

үҙгәртергә
 
Фасад күренеше
 
Сиркәүҙең дөйөм күренеше

1990 йылдарҙа сиркәүҙең һаҡланып ҡалған фотографиялары һәм бинала алып барылған үлсәүҙәр нигеҙендә Скорбященский сиркәүен элеккесә итеп реставрациялау проекты эшләнә (уның авторҙары - Түбәнге Новгород белгестәре-реставратор А. Н. В. Васильева һәм А. Каравашкин).

Түбәнге Новгород һәм Арзамас епархияһы митрополиты Николай (Кутепов) фатихаһы менән 27 июндә сиркәү йәмәғәтселеген ойошторола. Сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыуға әҙерлек эштәре мәхәллә кешеләре тарафынан алып барыла. 1993 йылдың 9 сентябрендә сиркәүҙең руханийы итеп Виктор Сидякин (1935-1997) ҡуйыла. Уның тырышлығында сиркәүҙә реставрация эштәре алып барыла. 1994 йылдың декабрь айында сиркәүҙең цоколь ҡатында ғибәҙәт ҡылыуҙар тергеҙелә.

2005 йылдың 24 сентябрендә митрополит Георгий (Данилов) тергеҙелгән ҡорамды Бөйөк изгеләндереү чины менән изгеләндерә. 2005 йылдың 23 октябрендә сиркәү башлығы итеп иерей Алексей Пимонов тәғәйенләнә. 2007 йылдың авгусынан 2012 йылдың 14 февраленә тиклем сиркәүҙе протоиерей Михаил Зазвонов етәкләй, ул ҡорамдағы  "Мәрхәмәт" ирекле волонтерҙар хәрәкәтен етәкләй.

Сиркәү башлыҡтары

үҙгәртергә

Революцияға тиклем

үҙгәртергә
  • Протоиерей Герасим Данилович Тихомиров (1822—1859)
  • Иерей Иоанн Семенович Софийский (1818—?)
  • Протоиерей Константин Петрович Коринфский (1841—1904)
  • Протоиерей Михаил Павлович Коринфский (1864—1921)
  • Протоиерей Павел Константинович Коринфский (1881—?)

Әлеге ваҡытта.

үҙгәртергә
  • 1993 йыл, 27 июнь — иерей Пчелинцев Игорь
  • 1993 йыл, 9 сентябрь — митрофорлы протоиерей Виктор Сидякин
  • 1997 йыл, 19 май — протоиерей Алексей Дроздов
  • 23 октябрь, 2005 йыл — иерей Алексей Пимонов
  • 14 февраль, 2007 йыл — иерей Михаил Зазвонов
  • 2012 йылдың авгусынан — иерей Михаил Уланов
  • 10 апрель, 2013 йыл — иерей Александр Калаганов
  • 2016 йылдың июленән — иерей Андрей Бандин

Ҡорамда эшләүсе ойошмалар

үҙгәртергә
  • Милосердие — группа социальной помощи
  • Беседы с психологом для беременных женщин и подготовка к материнству
  • Евангельский кружок
  1. Решение исполнительного комитета Горьковского областного Совета народных депутатов № 471 от 18.12.1989