Сколл фонды (ингл. Skoll Foundation) — АҠШ-та теркәлгән коммерцияға ҡарамаған халыҡ-ара фонд; социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә — үҫеш кисереүсе илдәрҙә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф тармаҡтарын инвестициялай[2].

Skoll Foundation
Сколл фонды
Фонд Сколла
Тип

коммерцияға ҡарамаған халыҡ-ара фонд

Нигеҙләү йылы

1999

Нигеҙләүселәр

Джеффри Сколл

Урыны

Пало-Альто, Калифорния, АҠШ

Төп фигуралар

Джеффри Сколл

Эшмәкәрлек өлкәһе

социаль эшҡыуарлыҡ

Милек

512 млн АҠШ доллары (2011[1])

Веб-сайт

skollfoundation.org

Ойошторолоуы

үҙгәртергә

Сколл фонды 1999 йылда барлыҡҡа килә, уны нигеҙләгән Джеффри Сколл, eBay'ҙан китеп, компаниялағы өлөшөн 2 млрд АҠШ долларына һатҡас, был сумманың яртыһын Фондҡа һала һәм уның етәсеһе була[3].

Фондтың штаб-фатиры Пало-Альтола (Калифорния, АҠШ) урынлашҡан.

«Сколл фонды селтәренә» 2014 йылда түбәндәгеләр инә[3]:

  • Лондондағы Оксфорд университетының бизнес-мәктәбе эргәһендәге Фәнни Skoll Centre for Social Enterpreneurship;
  • Skoll World Forum on Social Enterpreneurship;
  • Social Edge онлайн форум-общинаһы;
  • Социаль эшҡыуар-новаторҙарҙың эшен дәртләндереү һәм үҫтереү буйынса Skoll Awards for Social Enterpreneurship грант программаһы.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Мөһим социаль бурыстар араһында Сколл фонды тирә-яҡ мөхиттең тотороҡлолоғона, һаулыҡ һаҡлауға, үҙ-ара түҙемле мөнәсәбәттәргә һәм кеше хоҡуҡтарына, иҡтисади һәм социаль тиңлеккә, тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлеккә ҙур әһәмиәт бирә[3].

2014 йылда Фонд климат үҙгәреүенә, ядро ҡоралы таралыуға, глобаль эпидемияларға, Яҡын Көнсығыштағы конфликтҡа һәм һыу ресусртары етмәүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлде[3].

Гранттар программаһы буйынса өс йыл буйына Сколл фонды һәр проектҡа 1 миллионғаса доллар бүлә һәм уларҙың «тәжрибә-сәнәғәт һынауы» кимәленә сығыуына өлгәшергә тырыша, артабан улар тормошҡа ашырылырға һәм киң таратылырға тейеш буласаҡ[3].

Сколл фонды Global Impact Investing Network’тың ағзаһы булып тора.

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

үҙгәртергә

2000—2010 йылдарға Сколл фонды социаль эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүсе иң эре ойошмаларҙың береһе булып тора[4][5] һәм венчур филантропияһының иң йоғонтоло үҙәктәре иҫәбенә инә. Уның булышлығы менән башҡа ойошмаларҙан, программаларҙан һәм форумдарҙан тотош бер селтәр барлыҡҡа килде[3].

2010—2011 йылдар мәғлүмәттәре буйынса, Сколл фондының 512 млн долларҙан ашыу күләмдә үҙ активтары була[1].

Сколл фонды ярҙамын алыусылар араһына, мәҫәлән, Джон Вудтың (ингл.  John Wood) Room to Read ойошмаһы инә, ул донъяның иң ярлы төбәктәрендә китапханалар, мәктәптәр төҙөй һәм уларҙың тәьминәте менән шөғөлләнә[3]. Атап әйткәндә, үҙенә күрһәтелгән ярҙам арҡаһында Room To Read 2010 йылда 10 меңенсе китапханаһын аса алды, бер меңенсе мәктәпте төҙөнө һәм Girls>>Education программаһы аша 10 меңенсе ҡыҙыҡайға ярҙам итте[3].

Сколл фонды шулай уҡ түбәндәгеләргә ярҙам итте һәм билдәләне: B Lab, Barefoot College, Blue Ventures, Ceres, CrowdRise, Digital Divide Data, Educate Girls, Friends-International, Fundación Capital, KickStart International, M-KOPA, Medic Mobile, Proximity Designs, Slum Dwellers International, VisionSpring, Water & Sanitation for the Urban Poor, Ижтимағи һәм экологик эштәр институты, Экологик хәүефһеҙлек фонды һәм башҡа бик күп ойошмалар, уларҙы ойоштороусылар һәм етәкселек итеүселәр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Allen Grossman, Sarah Allpeby, Caitlin Reimers. Venture P hilanthropy: Its Evolution and Its Future (ингл.). Harvard Business School (13 июнь 2013). Дата обращения: 25 май 2015. 2015 йыл 25 май архивланған.
  2. Эдвин Дерджи. Джеффри Сколл (Исчезающий вид: 6 самых богатых холостяков Америки). Forbes (19 сентябрь 2013). Дата обращения: 21 апрель 2015.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Фридрих Фурман. Как работает филантропия в США. Идеи и практика, ресурсы и организация. — Litres, 2015. — ISBN 978-5-4577-4885-1.
  4. Джоанна Мэйр и Кейт Гэнли Социальное предпринимательство: инновации для устойчивого развития (рус.). — 2010. — С. 109-120. Печатается по: Johanna Mair and Kate Ganly Social Entrepreneurs: Innovating Toward Sustainability (инг.) // Worldwatch Institute State of the World 2010: Transforming Cultures. From Consumerism to Sustainabilit. — New Yor: W.W. Norton & Company, 2010. — С. 103-109.
  5. Дэвид Борнстейн. Как изменить мир: Социальное предпринимательство и сила новых идей. — Москва: Альпина Паблишер, 2012. — 499 с. — ISBN 978-5-9614-1741-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә