Скендер Хюка (алб. Skënder Hyka; 6 сентябрь, 1944, Тирана — 5 июль, 2018) — албан футболсыһы, ул карьераһының башынан аҙағынаса һөжүм итеүсе булараҡ «17 Нентори» (хәҙер — «Тирана») клубы өсөн сығыш яһай. Албания милли йыйылма командаһына саҡырыла һәм уларҙың фотболкаһын кейеп бер матч уйнай. Албания Футбол федерацияһының башҡарма комитеты ағзаһы булып эшләй, ә 2009 йылдан Ярыштар мәсьәләләре буйынса комиссияны етәкләй.

Скендер Хюка
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Албания
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Албания
Тыуған көнө 6 сентябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1]
Тыуған урыны Тирана, Албания
Вафат булған көнө 5 июль 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[2] (73 йәш)
Һөнәр төрө футболсы
Командалағы уйын позицияһы нападающий[d]
Спорт командаһы ағзаһы Тирана[d] һәм Сборная Албании по футболу[d]
Спорт төрө Футбол
 Скендер Хюка Викимилектә

Карьераһы үҙгәртергә

Башы үҙгәртергә

Тиранала тыуып үҫә, бында мәктәп һәм университет тамамлай. Физик культура һәм спорт институтында уҡый, 1968 йылда уны һөнәре буйынса футболсы булараҡ тамамлай. 1957йылда «17 Нентори» составына ҡушыла (ул мәлдә Скендерға 13 кенә йәш була), клубтың үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы командаһы өсөн сығыш яһай, ә 1960-сы йылдар башында төп составына күсерелә.

«17 Нентори» үҙгәртергә

Төп футбол командаһына күсерелгәс тә «17 Нентори»ҙың төп футболсыһына әйләнә, унда уйнағанында Албания Суперлигаһында 3 тапҡыр клубҡа еңеү килтерә. 1974 йылда футбол карьераһын тамамлай. Шул уҡ ваҡытта ул ҡаршылар ҡапҡаһына индергән 60 голы менән клуб тарихында иң яҡшы бомбардир була (2012 йылда 5-се урынға төшә). Ба ҡаланың футбол командаһында яҡынса 400-гә яҡын матч уйнай[3].

Халыҡ-ара карьераһы үҙгәртергә

«17 Нентори» составында уңышлы сығыш яһауына ҡарамаҫтан, Хюка Албания милли йыйылма командаһына эләгә алмай. Албан футболсыларының һөжүм итеү һыҙатындағы урын өсөн конкуренцияның юғары булыуы ла ҡамасаулай, ул һыҙатта Медин Жега һәм Панайот Панно кеүек оҫта футболсылар уйнай. Скендер 1967 йылдың 8 апрелендә Дортмундта ГФР командаһына ҡаршы милли команда составында уйнай. уйын немецтарҙың еңеүе менән 6:0 иҫәбенә тамамлана. Герда Мюллерҙың дүрт голы һәм Лёра Ханнестың тағы ла ике голы ҡаршы яҡҡа еңеү килтерә. Шунан һуң Хюке бер тапҡыр ҙа йыйылма команда өсөн уйнамай[4].

Албанияның Футбол федерацияһы үҙгәртергә

1992 йылдан 1995 йылға тиклем «Атлетик Клаб Занзибар»ҙа секретарь булып эшләй. 1997 йылдан — Албания Футбол федерацияһының генераль секретары. 1992 йылдан алып Албания Футбол федерацияһының башҡарма комитеты ағзаһы булып эшләй[5].

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Хюканың улы Энди 1990-сы йылдарҙа, «Тирана» өсөн уйнап, шулай уҡ чемпион титулын яулай. Ә уның ике туған ағаһы Рениси 1989 йылда юғары ҡаҙаныштарҙы ҡабатла[3]. 2018 июлендә Хюка Скендер вафат була[6].

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Клуб үҙгәртергә

  • Албания чемпионы: 1966, 1968, 1970[7]

Индивидуаль үҙгәртергә

  • Албания чемпионатының иң яҡшы бомбардиры: 1968

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә