Мюллер Герд
Герд Мюллер | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Герхард Мюллер | |
Ҡушаматы | Bomber der Nation (Бомбардир нации), Kleines dickes Müller (Маленькое толстое Мюллер) (sic!) | |
Тыуа | 3 ноябрь 1945[1][2][3] Нёрдлинген[d], Швабия[d], Бавария, Американская зона оккупации Германии[d][1] | |
Вафат | 15 август 2021[4] (75 йәш) Вольфратсхаузен[d], Бад-Тёльц-Вольфратсхаузен[d], Верхняя Бавария[d], Бавария, Германия | |
Гражданлығы | ||
Буйы | 176 см | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1960—1963 | ТСВ 1861 | |
Клуб карьераһы* | ||
1963—1964 | ТСВ 1861 | 31 (51) |
1964—1979 | Бавария | 453 (398) |
1979—1981 | Форт-Лодердейл Страйкерс | 80 (40) |
1963—1981 | Йәмғеһе | 564 (489) |
Йыйылма командаһы** | ||
1966 | ГФР (23 йәшкә тиклем) | 1 (1) |
1966—1974 | ГФР | 62 (68) |
Тренер карьераһы | ||
1992—2014 | Бавария II | асс. тр. |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаты | ||
Бронза | Мексика 1970 | |
Алтын | ФРГ 1974 | |
Европа чемпионаттары | ||
Алтын | Бельгия 1972 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Герхард Мюллер (нем. Gerhard "Gerd" Müller, немецкое произношение: [ˈmʏlɐ ˈɡɛɐt]; 3 ноябрь 1945, Нёрдлинген — 15 август 2021) — Көнбайыш Германия футболсыһы, донъя һәм Европа чемпионы, өс тапҡыр Европа чемпиондары кубогы эйәһе. Мюнхендың «Бавария» һәм ФРГ йыйылма командаһы өсөн һөжүмсе позицияһында уйнай. Футбол тарихында иң яҡшы һөжүм итеүселәрҙең береһе.
Биографияһы
үҙгәртергәГерд Мюллер 1945 йылдың 3 ноябрендә немец ҡалаһы Нердлингенда тыуа. Атаһы Хайнрих Мюллер йөк машинаһы водителе булып эшләй, әсәһе Каролина (ҡыҙ фамилияһы Юнг) хужабикә була[5]. Герд — ғаиләләге алты баланың иң кесеһе.
Мюллер алты йәшендә футбол уйнай башлай һәм был шөғөл менән ныҡ мауыға. Атаһы вафат булғандан һуң ун биш йәшендә уға мәктәпте ташлап, ситса твуҡыу фабрикаһында эшләргә тура килә. Әммә барлыҡ буш ваҡытын ул яратҡан шөғөлөнә бағышлай[5].
Клуб карьераһы
үҙгәртергәПрофессиональ футбол карьераһын Мюллер 1960 йылда «ТСВ 1861» клубында башлай. 1964 йылда төбәк лигаһының Көньяҡ зонаһында сығыш яһаған «Бавария»ға күсә. Командала Гердтың партнерҙары буласаҡ футбол йондоҙҙары Франц Бекенбауэр һәм Зепп Майер була. Бер миҙгелдән һуң клуб Бундеслигаға сыға һәм башҡа бер ваҡытта ла ошо кимәлдән төшмәй.
«Баварияла» Мюллер 1960—1970 йылдар Европа футболының барлыҡ тикрлек трофейҙарын яулай. Был бөтә еңеүҙәрҙә Герд үҙе мөһим роль уйнай. Бундеслиганың 427 матчында 365 гол индерә (икенсе урында барған Клаус Фишерҙан 97-гә күберәк). Бынан тыш, Мюллер Еврокубоктарҙың шәхсән рекордсыһы була: 77 уйында 69 гол индерә (2010 йылдың 20 октябрендә был рекордты испан Рауль уҙып китә). Шулай уҡ Герд 1970/71 йылдар миҙгелендәге Йәрминкәләр кубогындаете гол индерә, әммә был турнир УЕФА эгидаһы аҫтында үткәрелмәй.
1979 йылда Мюллер АҠШ-ҡа китә, унда Төньяҡ Америка футбол лигаһы өсөн сығыш яһаған «Форт-Лодердейл Страйкерс» клубы өсөн өс миҙгел уйнай һәм 40 туп индерә, шулай уҡ 1980 йылда Соккер Боул финалисы була. Унда «Страйкерс» «Нью-Йорк Космосҡа» 3:0 иҫәбенә еңелә.
Йыйылма командалағы карьераһы
үҙгәртергәГФР йыйылма командаһы өсөн Мюллер 1966 йылда сығыш яһай башлай. Бөтәһе 68 матчта 62 туп индерә. Мюллер индергән голдары ҡатнашҡан уйындарынан күберәк булған аҙ һанлы футболсылар иҫәбенә инә (50-нән ашыу матч уйнаусылар).
Футболсы өсөн өйҙә уҙған 1974 йылғы Донъя чемпионаты һуңғы матч булып тора. Мюнхендә 7 июлдә уҙған матчта ГФР командаһы Нидерланд йыйылма командаһын 2:1 иҫәбенә еңә, өҫтәүенә, тап хәл иткес голды Мюллер индерә. Карьераһын 28 йәшендә тамамларға ҡарар итеүен Мюллер ваҡытын күберәк ғаиләһе эргәһендә үткәрергә теләүе менән аңлата[6].
Оҙаҡ ваҡыт донъя чемпионаттарында индерелгән голдар иҫәбе буйынса Мюллер рекордсы булып тора, әммә 2006 йылғы чемпионатта Роналдо был ҡаҙанышты уҙып китә.
Футболлан һуң
үҙгәртергә1982 йылда карьераһы тамамланғандан һуң Мюллер депрессияға бирелә, даими эсә башлай. Уның клуб буйынса элекке партнерҙары дауалау реабилитацияһы үтергә ризалаштыра һәм «Бавария» һәүәҫкәрҙәр командаһында тренер эшен бирә[7][8]. «Adidas» Герд Мюллер исеме менән кейемдәр коллекцияһын сығара.
Шулай уҡ Мюллер ярҙамы менән 2009 йылдың 1 октябрендә PerfectGoal футбол менеджеры жанрында онлайн-уйын эшлнелә.
2015 йылда Герд ҡарттар йортона эләгә, ул Альцгеймер ауырыуы менән интегә[9].
Шәхси тормошо
үҙгәртергәГерд айырылған, ҡыҙы бар.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәМюллер буйға ҙур түгел, әммә ныҡлы, тығыҙ тәнле була, тәү ҡарашҡа уны тиҙ йүгерә тип әйтеп булмай. Әммә ул ҙур булмаған араға тиҙ йүгерә алған, башы менән яҡшы уйнаған һәм гол инергә тейешле мәлдәрҙе алдан тойған.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Донъя чемпионы: 1974
- Европа Чемпионы: 1972
- ГФР Чемпионы (4): 1969, 1972, 1973, 1974
- Европа чемпиондары кубогы эйәһе (3): 1974, 1975, 1976
- УЕФА-ның Кубоктар кубогы эйәһе: 1967
- ГФР Кубогы эйәһе (4): 1966, 1967, 1969, 1971
- Континент-ара кубок эйәһе: 1976
- Донъя чемпионатының иң яҡшы бомбардиры: 1970
- Европа чемпионатының иң яҡшы бомбардиры: 1972
- ГФР чемпионатының иң яҡшы бомбардиры (7): 1967, 1969, 1970, 1972, 1973, 1974, 1978
- ГФР чемпионаты тарихында иң яҡшы бомбардир: 365 гол индерә
- ГФР чемпионатының бер миҙгелдә индергән голдар буйынса рекордсыһы: 40 гол
- «Алтын бутса» эйәһе (2): 1970, 1972
- «Алтын туп» эйәһе: 1970
- ГФР-ҙың иң яҡшы футболсыһы (2): 1967, 1969
- ФИФА 100 исемлегенә инә
- Golden Foot премияһы эйәһе («Футбол легендалары» номинацияһы): 2007
Сығыштары статистикаһы
үҙгәртергәКарьераһына күҙәтеү
үҙгәртергәКоманда | Осор | Рәсми матч |
Рәсми булмаған матч |
Йәмғеһе | |||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Уйын | Гол | Уйын | Гол | Уйын | Гол | ||
1861 ТСВ | 1963-1964 | 31 | 51 | 2 | 7 | 33 | 58 |
Бавария | 1964-1979 1983 |
613 | 571 | 386 | 683 | 999 | 1254 |
Бавария (резерв) | 1964-1965 | 3 | 2 | 0 | 0 | 3 | 2 |
Форт-Лодердейл Страйкерс | 1979-1981 | 80 | 40 | 19 | 10 | 99 | 50 |
ГФР | 1966-1974 | 62 | 68 | 8 | 20 | 70 | 88 |
ГФР (23) | 1966 | 1 | 1 | 0 | 0 | 1 | 1 |
Бавария йыйылма командаһы | 1962-1963 | 3 | 2 | 0 | 0 | 3 | 2 |
Башҡа[10] | 1965-1980 | - | - | 8 | 6 | 8 | 6 |
Карьераһында барлығы | 793 | 735 | 423 | 726 | 1216 | 1461 |
Ентекле статистика
үҙгәртергәКоманда | Миҙгел | Лига[a 1] | ГФР Кубогы | Еврокубоктар[a 2] | Башҡалар[a 3] | Итого | Йыйылма команда ФРГ[a 4] |
Иптәштәрсә матчтар[a 5] |
Барлығы | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | ||
Бавария йыйылма командаһы | 1962/63 | - | - | - | - | - | - | 2 | 2 | 2 | 2 | - | - | - | - | 2 | 2 |
1963/64 | - | - | - | - | - | - | 1 | 0 | 1 | 0 | - | - | - | - | 1 | 0 | |
Итого | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 3 | 2 | 3 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 3 | 2 | |
ТСВ 1861 | 1962/63 | 3 | 4 | 0 | 0 | - | - | 0 | 0 | 3 | 4 | - | - | 0 | 0 | 3 | 4 |
1963/64 | 28 | 47 | 0 | 0 | - | - | 0 | 0 | 28 | 47 | - | - | 2 | 7 | 30 | 54 | |
Итого | 31 | 51 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 31 | 51 | 0 | 0 | 2 | 7 | 33 | 58 | |
Бавария (резерв) | 1964/65 | - | - | - | - | - | - | 3 | 2 | 3 | 2 | - | - | 0 | 0 | 3 | 2 |
Итого | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 3 | 2 | 3 | 2 | 0 | 0 | 0 | 0 | 3 | 2 | |
Бавария | 1964/65 | 26 | 33 | 0 | 0 | - | - | 8 | 8 | 34 | 41 | - | - | 10 | 12 | 44 | 53 |
1965/66 | 33 | 15 | 6 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | 39 | 16 | - | - | 31 | 42 | 70 | 58 | |
1966/67 | 32 | 28 | 4 | 7 | 9 | 8 | 0 | 0 | 45 | 43 | 4 | 5 | 27 | 56 | 76 | 104 | |
1967/68 | 34 | 19 | 4 | 4 | 8 | 7 | 0 | 0 | 46 | 30 | 2 | 2 | 29 | 60 | 77 | 92 | |
1968/69 | 30 | 30 | 5 | 7 | 0 | 0 | 0 | 0 | 35 | 37 | 7 | 9 | 36 | 47 | 78 | 93 | |
1969/70 | 33 | 38 | 3 | 4 | 2 | 0 | 0 | 0 | 38 | 42 | 11 | 11 | 24 | 59 | 73 | 112 | |
1970/71 | 32 | 22 | 7 | 10 | 8 | 7 | 0 | 0 | 47 | 39 | 9 | 11 | 28 | 36 | 84 | 86 | |
1971/72 | 34 | 40 | 6 | 5 | 8 | 5 | 0 | 0 | 48 | 50 | 9 | 14 | 35 | 73 | 92 | 137 | |
1972/73 | 33 | 36 | 5 | 7 | 6 | 12 | 5 | 12 | 49 | 67 | 5 | 6 | 31 | 31 | 85 | 104 | |
1973/74 | 34 | 30 | 4 | 5 | 10 | 8 | 0 | 0 | 48 | 43 | 16 | 11 | 30 | 45 | 94 | 99 | |
1974/75 | 33 | 23 | 3 | 2 | 7 | 5 | 0 | 0 | 43 | 30 | - | - | 24 | 36 | 67 | 66 | |
1975/76 | 22 | 23 | 6 | 7 | 6 | 5 | 1 | 0 | 35 | 35 | - | - | 18 | 46 | 53 | 81 | |
1976/77 | 25 | 28 | 4 | 11 | 4 | 5 | 4 | 4 | 37 | 48 | - | - | 35 | 98 | 72 | 146 | |
1977/78 | 33 | 24 | 3 | 4 | 6 | 4 | 6 | 5 | 48 | 37 | - | - | 24 | 30 | 72 | 67 | |
1978/79 | 19 | 9 | 2 | 4 | 0 | 0 | 0 | 0 | 21 | 13 | - | - | 19 | 38 | 40 | 51 | |
1982/83 | - | - | - | - | - | - | - | - | 0 | 0 | - | - | 1 | 0 | 1 | 0 | |
Итого | 453 | 398 | 62 | 78 | 74 | 66 | 24 | 29 | 613 | 571 | 63 | 69 | 402 | 709 | 1078 | 1349 | |
Форт-Лодердейл Страйкерс |
1979 | 27 | 19 | - | - | - | - | - | - | 27 | 19 | - | - | 1 | 0 | 28 | 19 |
1980 | 36 | 16 | - | - | - | - | - | - | 36 | 16 | - | - | 6 | 4 | 42 | 20 | |
1981 | 17 | 5 | - | - | - | - | - | - | 17 | 5 | - | - | 12 | 6 | 29 | 11 | |
Итого | 80 | 40 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 80 | 40 | 0 | 0 | 19 | 10 | 99 | 50 | |
Карьераһында барлығы | 564 | 489 | 62 | 78 | 74 | 66 | 30 | 33 | 730 | 666 | 63 | 69 | 423 | 726 | 1216 | 1461 |
- Примечания:
|
Йыйылма команда | Йыл | ДЧ һайлап алыу турҙары | ДЧ финальные матчтары | ЕЧ һайлап алыу матчтары | ЕЧ финал матчтары | Иптәштәрсә матчтар | Йәмғеһе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | ||
ГФР (23 фйәшкә тиклем) | 1966 | - | - | - | - | - | - | - | - | 1 | 1 | 1 | 1 |
Итого | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 1 | 1 | 1 | 1 | |
ГФР | 1966 | - | - | 0 | 0 | - | - | - | - | 1 | 0 | 1 | 0 |
1967 | - | - | - | - | 3 | 5 | - | - | 1 | 1 | 4 | 6 | |
1968 | 2 | 2 | - | - | - | - | - | - | 1 | 0 | 3 | 2 | |
1969 | 4 | 7 | - | - | - | - | - | - | 3 | 2 | 7 | 9 | |
1970 | - | - | 6 | 10 | 1 | 1 | - | - | 5 | 2 | 12 | 13 | |
1971 | - | - | - | - | 4 | 5 | - | - | 4 | 7 | 8 | 12 | |
1972 | - | - | - | - | 2 | 1 | 2 | 4 | 3 | 8 | 7 | 13 | |
1973 | - | - | - | - | - | - | - | - | 8 | 7 | 8 | 7 | |
1974 | - | - | 7 | 4 | 0 | 0 | - | - | 5 | 2 | 12 | 6 | |
Итого | 6 | 9 | 13 | 14 | 10 | 12 | 2 | 4 | 31 | 29 | 62 | 68 | |
Карьераһында барлығы | 6 | 9 | 13 | 14 | 10 | 12 | 2 | 4 | 32 | 30 | 63 | 69 |
Сығанаҡтар
- Vladimir Kolos. Prolific scorers data — Gerd Müller (англ.). RSSSF.com. Дата обращения 15 ноября 2012. Архивировано 19 ноября 2012 года.
- Gerd Müller — Spieler bei FC Bayern München (нем.). Fussballdaten.de. Дата обращения 15 ноября 2012. Архивировано 19 ноября 2012 года.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118737465 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Augustyn A. Gerd Muller // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Gerhard (»Gerd«) Müller // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ 4,0 4,1 FC Bayern mourns the passing of Gerd Müller — Бавария, 2021.
- ↑ 5,0 5,1 Герд Мюллер «Я бомбардир из Нёрдлингена»
- ↑ Герд Мюллер: «Завершил карьеру в 28 лет ради дочки» (16 октябрь 2010). Дата обращения: 18 ноябрь 2011. Архивировано 15 февраль 2012 года.
- ↑ www.abendblatt.de
- ↑ www.faz.net
- ↑ БОЛЕЗНЬ ГЕНИЯ. КАК ГЕРД МЮЛЛЕР ЗАКАНЧИВАЕТ ЖИЗНЬ В ДОМЕ ПРЕСТАРЕЛЫХ
- ↑ Ҡатнаш командалар («Бавария» башҡа клубтар менән), сборные ФИФА/УЕФА, матчи-бенефисы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Portrait of Gerd Müller on the FIFA World Cup site 2007 йыл 16 ғинуар архивланған.
- Статистика на RSSSF.com