Кесе Ирентек (күл)

(Синеглазов (Кесе Ирентик күле) битенән йүнәлтелде)

Кесе Ирентек([1]) (рус. Синегла́зов  — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге, Силәбе ҡалаһының көньяҡ ситендәге күл. Күлдең майҙаны — 9,92[2] км², уртаса киңлеге 2,6 км. Диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклеге —214,5 м[3].

Озеро
Кесе Ирентек
урыҫ Синеглазово
Морфометрия
Абсолют бейеклеге214,5 м
Майҙаны9,92 км²
Күләме0,033 км³
Иң тәрән урыны3,1 м
Гидрология
Минераллығытоҙло 
Урынлашыуы
55°00′56″ с. ш. 61°25′13″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
Идентификаторы
Код в ГВР: 14010500911111200008935
Рәсәй
Точка
Кесе Ирентек
Силәбе өлкәһе
Точка
Кесе Ирентек

Күл һай, уртаса тәрәнлеге — 2,4 м, максималь тәрәнлеге — 3,1 м. Һыу массаһының күләме — яҡынса 0,033 км³, климат шарттарына ҡарап үҙгәреүе киң вариантлы булыуы мөмкин[4]. Күл соҡоро табаҡ формаһында, бер аҙ йырғыланған битләүҙәр менән сикләнгән. Төбө ләм ултырмалары менән ҡапланған, уларҙың дөйөм запасы 10 миллион м³-ҙан күберәк. Күлдең ярҙары тәпәш, күбеһенсә һаҙланған; күлдең яр буйҙары күп урындарҙа ағайрыҡ (тростник) һәм ҡамыш менән ҡапланған.

Күл буйҙарында Исаков, Синеглазов[5], Сосновский районына ҡараған Вознесенка[3], Полевой, Новосинеглазов ҡасабалары һәм ауылдары урынлашҡан[5]. Күл тирәләй биләмәне шулай уҡ баҡсасылыҡ хужалыҡтары файҙалана[3], күлдең һыуы сәнәғәт предприятиеларының ағынты һыуҙары менән бысранған[6].

Күл эргәһендә археологик ҡомартҡылар урынлашҡан: күлдең көньяҡ-көнсығыш ярында — Андрон мәҙәниәтенең Фёдоровка һәм Алакүл этаптарына ҡараған «Синеглазов» бронза быуаты торамаһы[7], көньяҡ-көнбайыш ярында — «Синеглазовские курганы»[8], бронза һәм иртә тимер быуат дәүеренең «Синеглазов ҡурғандары» («Синеглазов-3»[9], «Синеглазов-4»[10]) урынлашҡан.

Ихтиофаунаһы

үҙгәртергә

Күлдә табан балыҡ, алабуға, һаҙан (карп), пелядь, ротан[11], ялтырсабаҡ (верховка), аҡ амур, ҡарабалыҡ (линь), толстолобик, алабалыҡ йәки сөгә (сиг), рипус[12] сабаҡ (плотва), суртан, чебак кеүек балыҡтар тереклек итә. Күлдең зоопланктоны динамик үҙгәрештәргә дусар ителә[13].

Тарихи мәғлүмәт

үҙгәртергә

Кесе Ирентек (Синеглазов) күле хатта Рәсәйҙән ситтә лә билдәле — XX быуат башында бында б. э. X быуат боронғо артефакттары булған 12 ҡурған табылған. Археологтар фекеренсә, күл районы — Бөйөк Венгрияның мөмкин булған үҙәктәренең береһе[14].

Бик боронғо заманда, б. э. т. II мең йыллыҡтың 2-се сирегендә күлдең атамаһы Кесе Ирентек булған. Был территорияла һинд-арий телендә һөйләшкән кешеләр (скиф-сарматтар, Һынташты мәҙәниәт) йәшәгән. Күлдең ҡыҙғылт һары төҫтәге ҡомон пуштун лексемаһы жарендик, йарендик йәки «алтын-ерән, ерән» тип атаған[15].

Шулай уҡ боронғо латин телендә -ирен- «асыуат-тоҙло тупраҡ» йә «сүллек» тигәнде, латин телендә «ҡороған, һыуһыҙ урын» тигәнде аңлатҡаны Ирентек атамаһының боронғо осорға бәйлелеген дәлилләй[16].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Морозов Е. Г., Поздеев В. В. Синеглазово, село «Силәбе» энциклопедияһында
  2. «Синеглазово» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. 3,0 3,1 3,2 Лист карты N-41-39 Коркино. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
  4. Андреева М. А. Синеглазово, озеро «Силәбе» энциклопедияһында
  5. 5,0 5,1 Лист карты N-41-27 Челябинск. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1987 г.
  6. Комплексный доклад о состоянии окружающей природной среды Челябинской области в 1998 году 2019 йыл 28 сентябрь архивланған. // Доклад от 24.11.1999 г., принят Собранием депутатов Златоустовского городского округа (Челябинская обл.). электронный вариант документа на сайте docs.pravo.ru.
  7. Виноградов Н. Б. Синеглазово, поселение «Силәбе» энциклопедияһында
  8. Боталов С. Г. Синеглазовские курганы, археол. памятник «Силәбе» энциклопедияһында
  9. Епимахов А. В., Таиров А. Д. Синеглазово-3, археол. памятник «Силәбе» энциклопедияһында
  10. Епимахов А. В. Синеглазово-4, курганный могильник «Силәбе» энциклопедияһында
  11. Миленушкин В. Ю. Рыбные запасы, состояние, охрана и воспроизводство «Силәбе» энциклопедияһында
  12. Какие рыбы живут в озере. Рыбы Челябинской области // Статья на сайте hashlavash.ru.
  13. Речкалов В. В., Марушкина Е. В. Исследование видового состава и динамики зоопланктона озера Синеглазово(недоступная ссылка) // Статья в журнале Вестник Челябинского государственного университета. 2005 г. (С. 15-22).
  14. Иванов В. А. Magna Hungaria — археологическая реальность?// Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988.
  15. Озеро Ирентик, хребет Ирендык и субстратные слои в топонимике Южного Урала. Музей истории школы № 154 г. Челябинск
  16. Озеро Ирентик, хребет Ирендык и субстратные слои в топонимике Южного Урала. Музей истории школы № 154 г. Челябинск
  • Гарипов Т. М., Кузеев Р. Г. Башкиро-мадьярская проблема// Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962;
  • Иванов В. А. Magna Hungaria — археологическая реальность?// Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988.

Һылтанмалар

үҙгәртергә