Синара (күл)
Синара[4] — Силәбе өлкәһенең Кәҫле районына һәм Снежинск ҡала округына ҡараған күл.
Озеро | |
Синара | |
---|---|
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 244[1] (247[2]) м |
Үлсәме | 9 × 4 км |
Майҙаны | 24,4[3] км² |
Күләме | 0,2 км³ |
Яр һыҙаты | 26 км |
Иң тәрән урыны | 14,2 м |
Уртаса тәрәнләк | 8 м |
Бассейн | |
Впадающие реки | Шумиха, Исток |
Вытекающая река | Синара |
Урынлашыуы | |
56°06′36″ с. ш. 60°44′45″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]] | Каслинский район |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 14010500611111200007092 | |
Синара Викимилектә |
Атама
үҙгәртергәФараздарҙың береһе буйынса күлдең атамаһы көнсығышта киң таралған Чинара исеме менән бәйле. Атаманы биргән һәм ошо урында йәшәгән башҡорттар Чинара тигәнде «Синара» тип үҙгәртеп әйтәләрҙер тип һанайҙар.
«Сеньора» тигән һүҙҙән аталған тигән риүәйәт тә бар. Элек был урындарҙың хужаһы Никита Никитич Демидов Европа буйлап сәфәренән сит ил ҡыҙын алып ҡайта. Уны урындағы халыҡ «сеньора» тип атай. Демидов үҙе бында йәшәмәгән, ә үҙенең заводтарына килгән саҡта ғыа ҡыҙ янында булып киткән. Бер мәл, тыуған яғын һәм һөйгәнен һағыныуҙан түҙә алмай ҡыҙ ҡаянан күлгә ташланған һәм таштарға бәрелеп үлгән. Шул ваҡыттан алып урындағы халыҡ сеньора ташланған күлде Синара тип атай башлаған.
Тасуирлама
үҙгәртергәКүл төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ -көнсығыш йүнәлештә 8 км-ға һуҙылған, дөрөҫ булмаған формала, Киңлеге 1 - 5,5 км араһында тирбәлә. Көньяҡта күл киңерәк йәйелеп ята. Төньяҡҡа ҡарай әкренләп тарая бара.
Синара — тектоник сығышлы күл. Синар төркөменә ингән ҙур һыу ятҡылығы. Ул төркөмгә шулай уҡ, Иткүл (Этҡол, урыҫса. И́ткуль) һәм Оҡонкүл ( урыҫса. Окункуль) күлдәре инә[5]. Һыу күләме — 0,2 км³.
]Иң тулы мәлендә ҙурлығы 6 х 9 км тирәһенә етә. Уртаса киңлеге — 4 км, өҫкө йөҙ майҙаны — 24,4 км².
Күбеһенсә тәрәнлек 7-9 метр тәшкил итә, иң тулы сағында тәрәннлеге 14,2 метрға етә. Һыуы сөсө, үтә күренеүсәнлеге 3 метр тирәһе.
Күлгә һыуҙарын ҡойоусы йылғалар күп. Шумиха, Раскуриха, Ольховка, Исток йылғалары , шулай уҡ Оҡонкүлдән, Чаган, Багаряй күлдәренән ағып сыҡҡан исемһеҙ шишмәләр барып ҡушыла.. Синара менән Оҡонкүл күлдәрен тоташтырып торған йылға Оҡонкүл тип, ә Иткүл (Эткүл) менән тоташтырғаны Исток тип атала.
Синара күленән Синара йылғаһы башланғыс ала. Шулай итеп, күл Ка́ра (.Карское море) диңгеҙе бассейнына ҡарай.
Яҙғыһын ташҡын көслө булмай. Күл нигеҙҙә, ер аҫты һыуҙары иҫәбенә тулылана.
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 244 м.
Элекке заманда бында ҡыҫалалар күп булған, хәҙер улар һирәк осрай.
Күлдә сабаҡ, суртан, алабуға, ҡорман балыҡ, табан балык, ҡарабалыҡ, шырт балыҡ, чуд алабалығы(сөгә)тереклек итә.
Синара күленең яр буйҙары ҡатнаш урмандар менән уратып алынған. Күбеһенсә урмандарҙа ҡарағайҙар, уҫаҡлыҡтар, ҡайындар өҫтөнлөк итә. Емеш-еләк ҡыуаҡтары һәм төрлө бәшмәктәр үҫә
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәВоздвиженка ауыл уникаль сәнәғәт төньяҡ ярында ҡушылып, уларҙың бер нисә завод эшләй.
Күрше Воскресенское ауылында Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә төҙөлгән «Знамение» сиркәүе бар. (1819 йылда төҙөлгән, 1828 йылда тигән дә мәғлүмәттәр бар ), архитекторы. М. П. Малахов.
Техноген йоғонто
үҙгәртергәКүл ярында ябыҡ Снежинск ҡалаһы һәм Воздвиженка ҡасабаһы урынлашҡан. Ҡаланы проектлағанда ҡала урамдарынан күлгә ағып төшкән ямғыр һыуҙарын таҙартыу ҡаралмаған..
Тикшереүҙәргә ярашлы, 1957 йылда Маяк предприятиеһындан ташланған радиоактив саң күлгә эләкмәгән
Күл акваторияһы буйлап ЗАТО Снежинск һаҡ зонаһы сиге үтә. Йылдың йылы ваҡытында ул буяуҙар менән билдәләнә, ә һыуыҡ осорҙа сик бағаналары менән.
Күл акваторияһы Рәсәй милли гвардияһының 32-се диңгеҙ отрядының дивизион моряктары тарафынан һаҡлана. .
Синара 25 йылдан ашыу Снежинск ҡалаһының халҡы һәм сәнәғәт предприятиелары өсөн үҙәкләштерелгән эсәр һыу менән тәьмин итеү сығанағы булып хеҙмәт итә.. Шулай уҡ күл балыҡсылыҡ өсөн ҡулланыла. Балыҡ хужалығы өсөн 1 категорияға ҡараған һыу ятҡылыҡтарына инә.
Әҙәбиәттә күл тураһында
үҙгәртергәЯҙыусы П. П. Бажов был урындарҙы күреп белгән. Күлгә бағышланған айырым хикәйәһе лә бар— «Таштағы яҙыу» («Надпись на камне»).
-
Синара күле ярында
-
Синара күлендә һыуҙың үтә күренеүсәнлеге
-
Синара күл буйында ҡайынлыҡ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Градостроительная информация . kasli.org. — Каслинский муниципальный район, официальный сайт. Дата обращения: 14 апрель 2016.
- ↑ Лист карты O-41-134 Щелкун. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1992 год. Издание 1994 г.
- ↑ «Синара» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Синара // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 337. — ISBN 5-86066-017-0.
- ↑ Кривцов В. А., Водорезов А. В. Физическая география и ландшафты России. — Рязань: Рязанский государственный университет имени С. А. Есенина, 2016. — С. 279. — 418 с. — ISBN 978-5-88006-964-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ОЗЁРА ЧЕЛЯБИНСКОЙ ОБЛАСТИ РЫБАЛКА НА ЮЖНОМ УРАЛЕ 2021 йыл 28 июль архивланған.
- Заслуживает отдельной поездки Синара . Дата обращения: 22 ноябрь 2020.
- Озеро Синара, Челябинская область, г. Снежинск . Дата обращения: 22 ноябрь 2020.