Сикүл

(Сикул битенән йүнәлтелде)

Сикүл (рус. Сикул) — Башҡортостандың Ишембай районындағы бәләкәй йылғаһы, Ағиҙелдең уң ҡушылдығы.

Сикүл
Ҡайҙа ҡоя Ағиҙел
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 5 km
Карта

Этимологияһы

үҙгәртергә

Сикүл - уны уратып алған тауҙарҙан ағып төшкән шишмәләрҙән хасил булған бәләкәй күлдән ағып сыҡҡан бәләкәй генә йылға. Төрлө яҡтан ағып төшкән һыу ятҡылығын халыҡ "Сей күл" тип атаған, әкренләп был исем "Сикүл" булып киткән.

Йылғаның оҙонлоғо яҡынса 5 километр. Әллә ни ҙур булмаған Богдановка ауылынан көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта башлана[1]. Көнбайышҡа табан аға, урта ағымының һул ярында дача тотоусылар ҡасабаһы ята. Ишембай ҡалаһы һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы сиге йылғаның түбәнге ағымынан үтә.

Ишембай ҡалаһының төньяҡ өлөшөндә ятҡан Бурводстрой ҡасабаһы (һулда) һәм Яр-Бишҡаҙаҡ (уңда) араһында уң яҡ ярҙан Ағиҙелгә барып ҡоя.

Бурводстрой урамы буйынса һәм Ишембай — Стәрлетамаҡ автомобиль юлында йылға аша күпер һалынған. Шишмәлә бәләкәй быуалар ҙа бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.