Сикия (ауыл)
Сикия[2] (Һикиә[3]; татар. Сикия, рус. Сикия) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
Сикия | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Уразметьевское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423986 |
География
үҙгәртергәАуыл Сикия йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
үҙгәртергәАуылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар административ-территориаль улусы составына керә[5].
1848 йылда мәсет, 1870 йылда мәктәп (мәсет ҡарамағында), 1905 йылда 2 икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән. 1837 йылда донъяуи башҡорт мәктәбе (10 уҡыусы), ә 1859 йылда тағы шулай уҡ мәктәп (20 уҡыусы) асылған [5].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[4].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 112 аҫаба башҡорт һәм 57 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуынан); 1859 йылда — 464 башҡорт; 1912 йылда — 496 аҫаба башҡорт һәм 411 керҙәш башҡорт иҫәпләнгән[5].
1795 | 1834 | 1859 | 1870 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
169 | 250 | 454 | 562 | 661 | 922 | 927 | 742 | 710 | 435 | 378 | 282 | 201 | 162 | 126 | 95 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 395. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Сикия (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 541-544. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.