Сибәғәтов Вәли Сибәғәт улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Сибәғәтов Вәли Сибәғәт улы (рус. Сибагатов Вали Сибагатович 1912 йыл — 2001 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ (1943,1945), II дәрәжә Ватан һуғышы (1944) ордендары кавалеры.

Сибәғәтов Вәли Сибәғәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Илсе, Учалы районы
Вафат булған көнө 2001
Вафат булған урыны Илсе, Учалы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө Элемтәсе ауылы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Сибәғәтов Вәли Сибәғәт улы 1912 йылда хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы Илсе ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Белеме башланғыс. Һуғышҡа тиклем һәм һуғыштан ҡайтҡас та «Башҡортостан» колхозында комбансы булып эшләй. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була[1]. 1941 йылда Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында элемтә взводы телефонисы булып хеҙмәт итә[2]. Беренсе Ҡыҙыл Йондоҙ орденын 1943 йылдың 23-24 октябрендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн ала. Красная Ветка һәм Липовка ауылдары районында һөжүм итеүселәр менән бергә элемтә линияһын һуҙа һәм элемтә булдыра. Бәйләнеш теләһә ниндәй ваҡыттарҙа снаряд ярсыҡтарынан юғала. Ул тиҙ арала оҫта итеп бәйләнеште булдыра, шулай итеп һуғыштың уңышын тәьмин итә[3].

1944 йылдың 10 февралендә ҡыҙылармеец Сибәғәтов Вәли Сибәғәт улы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Дошман уты аҫтында ул шыуышып, дошман оборонаһын үҙып китә һәм һигеҙ урында элемтә өҙөклөктәрен бөтөрә, командованиеға ике полк һәм подразделениелар менән идара итергә, дошмандың һөжүмен кире ҡағырға мөмкин була.[3]

Икенсе Ҡыҙыл Йондоҙ орденын һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн ала. Фашистар армияһы снайперы уты аҫтында бер нисә элемтә өҙөлөшөн табып ала, элемтәләге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, снайперҙың тылдағы позицияһын уҙа, уның менән ҡул һуғышына инә, шунан һуң уны әсирлеккә ала һәм команда пунктына алып килә. Был уңайҙан Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[3]

Ветеран 2001 йылдың сентябрендә 89-сы йәшендә вафат була. Учалы районында тыуған ауылында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 78, ящик 18