Серекһыу
Серекһыу (Чюрюк-Су, укр. Чурук-Су, ҡырымтат. Çürük Suv, Чюрюк Сув; рус. Чуру́к-Су) — Ҡырымдағы Качи йылғаһының уң ҡушылдығы. Баҡсаһарай ҡалаһының көнсығыш ситендә Оло (Бөйөк) Ашлама тигән урынындағы бәләкәй йылға[1]. Баҡсаһарайҙың көнбайышында Новенькое ауылы янында 92 м бейеклектә Качи йылғаһына ҡоя[2][3]
Серекһыу | |
Һыу башы | Баҡсаһарай |
---|---|
Ҡайҙа ҡоя | Кача[d] |
Дәүләт |
Украина Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡырым Республикаһы һәм Ҡырым Автономиялы Республикаһы |
Оҙонлоҡ | 11 km |
Серекһыу Викимилектә |
Этимологияһы
үҙгәртергәЙылға исеменең килеп сығышы ҡырым татарҙары теленән серек һәм һыу һүҙҙәренән (çürük — серек, suv — һыу) килеп сыҡҡан. Әммә Михалон Литвин XVI быуатта уны Вака тип атай[4]. XVIIбыуат уртаһында Баҡсаһарайға килгән төрөк сәйәхәтсеһе Әүлиә Челеби йылғаны Ашлама тип телгә ала[5] [6]
Канализация булмағанда һәм Баҡсаһарай халҡының артыуы менән бәйле, санитария проблемаһы XX быуатҡа тиклем йәшәй һәм, мәҫәлән, «Тәржемән» гәзите биттәрендә Исмәғил Ғаспыралы тарафынан күтәрелә. Гәзит холера эпидемияһын иҫкәртеү буйынса кәңәштәр бирә, Серекһыу йылғаһы үҙәнен, урындағы баҙар һәм йәмәғәт бәҙрәфтәрен таҙартыу, сүп-сар сығарыу, дезинфекция сараларын һатып алыу мәсьәләһен ҡуя[7].
Серекһыу йылғаһы үҙәне 1964 йылдан урындағы әһәмиәткә эйә булған тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Егерме метр бейеклектәге таш «сфинкстар» эзбизташтарҙың ашалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән[8]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Боровский Б. И., Тимченко З. В. Водные ресурсы и экологическое состояние малых рек Крыма. // Строительство и техногенная безопасность.. — Симферополь: Крымский федеральный университет им. В. И. Вернадского, 2011. — Т. 31.
- ↑ Боровский Б. И., Тимченко З. В. Водные ресурсы и экологическое состояние малых рек Крыма. // Строительство и техногенная безопасность. . — Симферополь: Крымский федеральный университет им. В. И. Вернадского, 2011. — Т. 31.
- ↑ Эвлия Челеби. Книга путешествий. (Сейахатнаме) . Наука. 1961 год. Дата обращения: 15 март 2017.
- ↑ Вака, речка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Это название происходит от крымскотатарского — «привитой» (о растениях)
- ↑
Воды реки Ашлама, которая течёт со стороны Саладжика через самую середину города, для различных целей употребляемы бывают, поэтому реку сию называют еще Чюрюк-Су. Приводит она в движение многочисленные мельницы, а также несёт множество нечистот и грязи. С нижней, или же западной стороны течёт она через пороховые склады, многочисленные водяные мельницы, вдоль многих огороженных заборами садов к Эски-Юрту, а позднее впадает в реку… - ↑ Абдураманова, 2016
- ↑ Ена В. Г. Заповедные ландшафты Крыма.. — Симферополь: Таврия, 1989. — С. 96. — 136 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Абдураманова С. Н. Газета «Терджиман» как источник по изучению социально-бытовой жизни Крыма в конце XIX века (русский) // «İlmiy Qırım» milliy mecmua Научно-исследовательский институт крымскотатарской филологии, истории и культуры этносов Крыма ГБОУВО РК КИПУ. — Симферополь, 2016. — № 4.