Сергеев Леонид Иванович

үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәр докторы (1954), профессор (1957). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Сергеев Леонид Иванович (9 ноябрь 1909 йыл16 март 1976 йыл) — үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (1954), профессор (1957). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы[1].

Сергеев Леонид Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 9 ноябрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Полчаниновка[d], Ягодно-Полянское муниципальное образование[d], Татищевский район[d], Саратовский округ[d], Түбәнге Волга крайы[d], СССР
Вафат булған көнө 16 март 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө фитофизиолог
Эш урыны Биология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Һарытау дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Леонид Иванович Сергеев 1909 йылдың 9 ноябрендә Һарытау губернаһы Һарытау өйәҙенең Полчаниновка улусы (хәҙер Һарытау өлкәһенең Татищев районы) Полчаниновка ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған тыуа.[2] Леонид грамотаға иртә өйрәнә, яҡшы белем алырға хыяллана. 1927 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Һарытау дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Ул 1930 йылда Сталин исемендәге Һарытау дәүләт иген культуралары институты итеп үҙгәртелә. 1930 йылда, институтты уңышлы тамамлап, ҙур социалистик хужалыҡтарҙың агроном-ойоштороусыһы дипломын алып, хеҙмәт эшмәкәрлеген Һарытау өлкәһе Петровск ҡалаһының машина-трактор станцияһында участковыйы, һуңынан өлкән агроном сифатында башлай. 1932 йылда Һарытауҙағы Бөтә Союз һуғарыулы игенселек ғилми-тикшеренеү институтына ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә ҡабул ителә[2].

1932 йылдың көҙөндә, конкурс һынауҙарын үтеп, Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетының үҫемлектәр физиологияһы һәм анатомияһы кафедраһы ҡарамағындағы аспирантураға ҡабул ителә, уны 1935 йылда тамамлай. Аспирантураны тамамлағандан һуң ғилми эшмәкәрлеген Һарытау селекция станцияһында өлкән хеҙмәткәр булып дауам итә, ә һуңынан Балашов институтында ботаника кафедраһы мөдире була. 1938 йылда биология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, һуңынан, йәш ғалимдар конкурсы һөҙөмтәләре буйынса, Омск һәм Фирғәнә педагогия институттарына саҡырыла [2]. 1942 йылда Мәскәүҙең Шәрҡиәт институтына малсылыҡ кафедраһы мөдире һәм биология доценты вазифаһына эшкә күсә. 1942 йылдың октябрендә үҙенең шәхси ғаризаһы буйынса армияға саҡырыла, һәм уны Харьков артиллерия училищеһына уҡырға ебәрәләр. 1943 йылдың ноябрендә уны Иранға ебәрәләр, һәм 2 йыл ул танкыға ҡаршы артиллерия командиры булып хеҙмәт итә. 1945 йылдың аҙағында Артиллерияның баш идаралығы уны демобилизациялау өсөн Баҡыға ебәрә. 1945 йылда «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]. Демобилизациянан һуң Леонид Иванович ғилми хеҙмәткәр, 1949 йылдан фән буйынса Никита ботаника баҡсаһы директоры урынбаҫары (Ялта). 1955 йылдан ботаника бүлеге мөдире, Биология институты лабораторияһы мөдире.[1].

Күпмелер ваҡыттан һуң яҙмыш Леонид Сергеевты Башҡортостанға алып килә. 1955 йылдың ғинуарында ул ботаника секторы мөдире була, 1957 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Биология институтында ағас үҫемлектәр физиологияһы лабораторияһы ойошторолғандан һуң, (1957-1958) биология фәндәре докторы, профессор Л.И. Сергеев уға етәкселек итә[3].

1974 йылда Леонид Сергеев етәкселегендәге лаборатория СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының биохимия һәм цитохимия бүлегенә күсә, унда ул эшен өлкән ғилми хеҙмәткәр булып дауам итә. Биология институтында ул гербицидтар лабораторияһын булдыра, күп йылдар уға йәмәғәт башланғысында етәкселек итә. 1953 йылда Леонид Иванович докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1957 йылдан — «Үҫемлектәр физиологияһы» белгеслеге буйынса профессор.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ул ағас үҫемлектәрҙе интродукциялауҙың миҙгелле структура-метаболик ритмдары тураһында төҙөгән фәнни концепция төҙөй. Ғалим күп йылдар дауамында ағастарҙың тирә-яҡ мөхиттең насар факторҙарына адаптацияһы механизмдарын уңышлы өйрәнде, был процестарҙың мөһим законлыҡтарын асыҡланы.[2].

Леонид Сергеевтың исеме һәм хеҙмәттәре илдә һәм сит илдәрҙә яҡшы билдәле. «Химическая прополка посевов, лугов и пастбищ», «Морфофизиологическая периодичность и зимостойкость древесных растений», «О зимостойкости плодовых и ягодных культур в Башкирии» монографиялары, авторҙашта яҙылған китаптары киң билдәлелек алған[3].

Ул СССР-ҙа һәм Ҡытайҙа нәшер ителгән 270-кә яҡын ғилми хеҙмәт һәм монография авторы. Леонид Сергеев ауыл хужалығын химиялаштырыу, ағас үҫемлектәр физиологияһы һәм экологияһы буйынса бик күп ғилми конференциялар, симпозиумдар ойоштора. Ғилми йыйынтыҡтарҙы редакциялау һәм хеҙмәттәрҙе рецензиялау буйынса ҙур эш башҡара. 20-нән ашыу фән кандидатын әҙерләй [3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ватан фәнен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Леонид Сергеев «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ул 1949 һәм 1954 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә