Седова Галина Георгиевна
Седова Галина Георгиевна (2 май 1924 йыл) — СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).
Седова Галина Георгиевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1924 |
Тыуған урыны |
Сарапул, Урал өлкәһе, РСФСР, СССР РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәГалина Георгиевна Седова 1924 йылдың 2 майында Удмурт АССР-ының Сарапул ҡалаһында тыуған.
1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Г. Г. Седов исемендәге Ижевск дәүләт медицина институтында уҡыуын хәрби госпиталдә эшләүе менән бергә алып бара, шулай уҡ уңыш йыйыу осоронда баҫыуҙа ла эшләргә тура килә уға.
1947 йылда Ижевск дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Пычас районы һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, Сарапул ҡалаһының 3-сө ҡала хәстәханаһы поликлиникаһы һәм терапевтик бүлеге мөдире һәм баш табибы булып эшләй. 1960 йылдан 1982 йылға тиклем — Сарапул электрогенераторҙар заводының медицина-санитария часының баш табибы булып эшләй, бер үк ваҡытта терапевтик бүлектең ординаторы вазифаһын да башҡара.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 20 июль Указы менән Г. Г. Седова Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Ҡаланың дауалау-профилактика учреждениелары араһында барған социалистик ярышта электрогенераторҙар заводы медсанчасы даими рәүештә беренсе урындар яулай. Удмуртия Һаулыҡ һаҡлау минстрлығы 1978 йылдың эш йомғаҡтары буйынса был медсанчасты республиканың иң яҡшы дауалау-профилактика учреждениеһы тип таный.
СССР Юғары Советы Президиумының 1978 йылдың 23 октябрь Указы менән «халыҡ һаулыҡ һаҡлауын үҫтереүҙәге ҙур уңыштары өсөн» Галина Георгиевна Седова «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.
Төп эшмәкәрлегенән тыш Г. Г. Седова КПСС-тың Сарапул ҡала комитеты ағзаһы һәм хеҙмәтсәндәр депутаттарының ҡала Советы депутаты була.
1982 йылдан — хаҡлы ялда. Сарапулда йәшәй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (23.10.1978)
- Ленин Ордены (23.10.1978)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (20.07.1971)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы
- Удмурт АССР-ының атҡаҙанған табибы
- Сарапул ҡалаһының почетлы гражданы (1995 — «ҡала һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн»)