Севилья Алькасары
Севилья Алькасары (исп. Reales Alcázares de Sevilla) — Севилья ҡалаһында король алькасары (Әл-Әндәлүс, Испания). Башта маврҙарҙың форты булған, бер нисә тапҡыр киңәйтелгән.
Севилья Алькасары | |
исп. Reales Alcázares[1] | |
Дәүләт | Испания[2][3][1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Севилья[2][3][1] |
Архитектура стиле | испано-мавританское искусство[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия Испании[d][2], Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] һәм объект культурного наследия Испании[d][1] |
Майҙан |
9,8 гектар, 68,33 гектар |
Рәсми сайт | alcazarsevilla.org |
Страница учреждения на Викискладе | Real Alcázar de Sevilla |
Категория для внешности элемента | Category:Exterior of the Alcázar of Seville[d] |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from the Real Alcázar de Sevilla[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of the Alcázar of Seville from the Giralda[d] |
Севилья Алькасары Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБеренсе һарайҙы Әлмөхәдтәр династияһы төҙөгән. Хәҙерге комплекстың күпселек өлөшө Кастилия короле Педро I тарафынан ғәрәп ҡәлғәһе емереклектәрендә төҙөлгән, төҙөлөш башланыуын 1364 йыл тип фараз итәләр. Һарай мудехар архитектураһының һаҡланып ҡалған иң яҡшы өлгөләренең береһе булып тора. Һуңыраҡ өҫтәлгән (Карл V осоронда) готик элементтар доминант ислам стиле менән контрастҡа инә.
700 йыл дауамында был испания королдәре һарайы була. Алькасарҙың өҫкө бүлмәләре хәҙер ҙә король ғаиләһе тарафынан Севильяның рәсми резиденцияһы сифатында ҡулланыла.
Ҙурлығы буйынса Севилья Алькасары Гранадалағы Әл-Хәмрә ҡәлғәһе ансамбленән ҡалыша . Карл V бүлмәләрендә иҙәндәр, түшәмдәр һәм стеналар иң юғары нәзәкәт һәм зиннәтлелеккә өлгәшкән әҫәрҙәр булып тора. Илселәр залы (Salón de Embajadores). Ҡыҙҙар патиоһы (Patio de las Doncellas) биҙәлеше менән атаҡлы. Аллеялар буйлап хуш еҫле розалар һәм апельсин ағастары, матур итеп ҡырҡылған баҡсалар матурлыҡты тулыландыра.
Кинола
үҙгәртергә- Игра престолов (телесериал)(Алькасарҙа Дорндың һарай күренештәре төшөрөлгән)[4]
Галерея
үҙгәртергә-
Илселәр залы көмбәҙе
-
Көмбәҙ
-
Ихата
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 http://www.iaph.es/patrimonio-inmueble-andalucia/resumen.do?id=i19378 (исп.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=es&srlang=es&srid=RI-51-0001067 — 2017.
- ↑ 3,0 3,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Новая серия: путешествия по следам «Игры престолов» и других популярных сериалов . www.forbes.ru. Дата обращения: 20 ғинуар 2016. Архивировано 12 ғинуар 2016 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Севильский Алькасар темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Официальный сайт (инг.)
- Севильский Алькасар на официальном туристическом сайте Севильи (исп.)
- ЮНЕСКО: Кафедральный собор, Алькасар и Архив Индий в Севилье
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.