Сабаҡкүл

(Себәкүл (күл) битенән йүнәлтелде)

Сабаҡкүл (рус. Чебакуль)[2]Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы күл. Күлдең өҫкө майҙаны — 17,9 км², һыу йыйыу бассейны майҙаны — 132 км², максималь тәрәнлеге — 5,2 м, уртаса тәрәнлеге — 3,4 м[3]. Күл тымыҡ, ташҡын мәлендә уға көнбайышта урынлашҡан Ҡалды күленән һыу килә. Көньяҡта Ҡаракүлмәк күле менән канал тоташтыра

Сабаҡкүл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

1949 йылдың 11 июлендә Сабаҡкүл күленә метеорит ярсығы төшә, ул һуңынан «Ҡоншаҡ» тип атала. Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары был күлде 100 км алыҫлыҡта көньяҡ-көнбайыштараҡ ятҡан Сыбаркүл күле менән бутай, унда 2013 йылдың 15 февралендә «Силәбе» метеориты ярсығы төшә[4][5].

Тораҡ пункттар

үҙгәртергә

Күл Һары ауылы биләмәһендә, Ҡоншаҡ ауылынан 5 км көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Күлдең төньяҡ-көнбайыш ярында шул уҡ исемле Сабаҡкүл ауылы, ә көньяҡта Ҡаракүлмәк ауылы урынлашҡан[3].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күл соҡороноң барлыҡҡа килеүе боронғо тектоник процестар менән бәйле. Һуңғараҡ эрозия йоғонтоһо аҫтында күл соҡоро өлөшләтә ултырма тоҡомдар менән тула[3]. Ул үҙенең бальнеологик үҙенсәлектәре менән баһалана. Рекреацион, һауыҡтырыу һәм фәнни-танып белеү әһәмиәтенә эйә.

Ул бөтә яғынан тиерлек ҡайын урманы менән уратып алынған, күлдең ярҙары асыҡ һәм һөҙәк, көнбайыш өлөшөн ҡамыш баҫҡан һәм һаҙлыҡлы. Күлдең уртаһында ҙур булмаған ташлы утрау бар[6]. Яр буйы һыҙаты эргәһендә төбө ҡомло (урыны менән ташлы участкалар осрай), һыу инер өсөн уңайлы. Яр буйы һыҙығынан алыҫта, ул ләм менән ҡапланған, улары шифалы үҙенсәлектәргә эйә[3].

Күл һыуы таҙа, юғары һелтелеге менән айырыла, шифалы сифаттарға эйә. Өҫтөлөк иткән иондар буйынса ул хлорид класына ҡарай. Күлдең һыуы тоҙло — иондар суммаһы яҡынса 5 г/литр[3].

Ихтиофауна

үҙгәртергә

Күлдә алтын табан балыҡ, һаҙан, ябай карп, пелядь, ябай алабалыҡ, суртан, шырт балыҡ, йылға алабуғаһы, сабаҡ тереклек итә[3]. Бынан тыш күл пелядь үрсетеү өсөн балыҡ питомнигы булып хеҙмәт итә. Бында пелядтән тыш төп промысла балыҡтары булып сабаҡ һәм карп тора.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

үҙгәртергә

1989 йылдың 23 октябрендә күл төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелә[3]. Һаҡлауға алынған тәбиғәт территорияһының дөйөм майҙаны 18,4 км².

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылғаның исемен башҡортса сабаҡ тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип иҫбатлай[7][8][9]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Сабаҡкүл // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 323. — ISBN 5-86066-017-0.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Чебакуль, озеро. Особо охраняемые природные территории Челябинской области. Дата обращения: 18 февраль 2013.
  4. «Челябинский метеорит опроверг теорию вероятности». Дата обращения: 18 февраль 2013. Архивировано 18 февраль 2013 года.
  5. «Очевидец падения метеорита в озеро дал интервью „МК“: „Он упал на лед озера“»
  6. Озеро Чебакуль. Сайт Челябинской области. Дата обращения: 18 февраль 2013. 2018 йыл 14 май архивланған.
  7. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь.
  8. Шувалов Н. И. Чебакуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  9. Чебакуль (Чебак-Куль), Чебак, Чебачье, Чебачьи, Чебаковка — до десяти наименований озер, речек, гор в разных районах области, а по ним и селений. Образованы словами: чабак (в татарской звуковой форме), сабак (в башкирской) — название плотвы, сорожки, кул — «озеро». Горы и речки получили названия от тюркского мужского имени Чабык, связанного с культом рыб у древних народов. — Шувалов Н. И. Чебакуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ҡоншаҡ (метеорит)