Ҡалды (күл)
Ҡалды (рус. Калды) — Рәсәй Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы күл.
Озеро | |
Ҡалды | |
---|---|
Морфометрия | |
Майҙаны | 16 700 км² |
Иң тәрән урыны | 7 м |
Урынлашыуы | |
55°39′56″ с. ш. 61°18′07″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 14010500711111200015683 | |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҺыуы тоҙ тәме итә. Һыуйыйғыс майҙаны — 16700 га. Иң тәрән урыны — 7 м. Үтәҙеклеге — 3 м. Урыны менән яр буйын ҡамышлыҡтар биләй. Һыу көҙгөһө майҙаны — 17,9 км²[1].
Күлдә сәнәғәт кимәлендә балыҡ тотола. Ҡалдының диаметры 4,5 километр самаһы.
Сөсө, үтә күренмәле һыу. Күлдең һыуы йылы.
Географияһы
үҙгәртергәҠалды күле Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында, Свердловск тракты буйында урынлашҡан.
Силәбегә тиклем араһы — 60 км, Ҡоншаҡҡа — 20 км, Екатеринбургҡа — 140 км.
Координаттары: 55°40′11″N 61°18′17″E
Күл буйҙарында Оло Тәгеш (Таскино), Сөләймән, Һары ауылдары урынлашҡан. 4 километр алыҫлыҡлыҡта балыҡсылар яратҡан Сабаҡкүл ята[2].
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәҠалдының төбө лә, яры кеүек, ҡомло, бик һирәк урында ләм һәм екән осрай. Көньяҡ-көнбайыш ярында урман.
Күлдә табан, алабуға, сабаҡ, ҡорман тереклек итә. Ҡыҫалалар бар В озере водятся раки. 2008 йылдың йәйендә үрсемгә бағыр балығы ебәрелгән.
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә был атама ике башҡорт ырыуы араһында күл өсөн талашыуы арҡаһында ҡушылған тигән легенданы килтерә, имеш, был төбәкте ҡалдырып киткән ырыу күлгә «Ҡалды» атамаһы биргән. Әммә топонимсы был версияның дөрөҫлөгөнә шикләнә һәм башҡорттарҙың «ҡалды» һүҙе менән яһалған ир-ат исеменән килеп сығыуын фаразлай:
Но вероятнее всего, топоним от башкирского мужского имени Калды в значении «оставшийся»
Ысынлап та, халҡыбыҙҙа бала оҙон ғүмерле, йәшәмеш булһын өсөн ҡушылған йола исемдәре булған, улар иҫәбендә — Ҡалды һәм Ҡалдыбай[5]
«Ҡалды» йырының һүҙҙәре
үҙгәртергәҠалды ғына тауы, ай, ҡалд(ы) инде,
Һар(ы) баш, һар(ы) баш үлән алды инде.
Йән һөйгән дә йәрем ҡаршы алды, -
Йәнкөйөктөң йәнен алды инде.
Ҡалды ғына тауы бигерәк бейек,
Өҫтәренән атлай аҡ кейек.
Йән һөйгән дә йәрем ҡулына алды,
Ятып ҡалды бахыр йәнкөйөк…
Уға яуап итеп, егет былай тип йырлаған:
Күгәрепкәй ятҡан Ҡалды тауын
Тур(ы) аттарға менеп ураным.
Йәштән һөйгән йәрҙе алам тибүк,
Яуыз байға ҡулым янаным…[6]
Видео
үҙгәртергәШулай уҡ ҡара
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Калды» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Озеро Калды[1]
- ↑ Шувалов Н. И. Куяныш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]
- ↑ Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 64-се бит
- ↑ Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Калды// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://bash-portal.ru/news/newsotavtora/page,2,1242-legendalar-12111241m-ri11991241jj1241tt1241r.html 2016 йыл 21 декабрь архивланған.
- Ватандаш журналында Арғаяш башҡорттары тел ижады тураһында 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области[3]</ref>