Саха аш-һыуы (рус. Якутская кухня) — сахаларҙың ҡәҙимге милли аш-һыуы. бурят, монгол, төньяҡ халыҡтар (эвенк, эвен, чукча), шулай уҡ урыҫ аш-һыуы менән дә уртаҡлыҡтары бар.

Саха аш-һыуы
Барлыҡҡа килгән Сахалар
Күэрчэх, ҡаймаҡ йә һөт өҫтө менән еләк, шәкәр ҡушып әҙерләнә торған ғәҙәти ризыҡ.

Саха аш-һыуы әҙерләү ысулдары күп түгел: был йә һыуҙа бешереү (ит, балыҡ), йә әсетеү, ойотоу (ҡымыҙ, суорат), йә туңдырыу (ит, балыҡ).

Ғәҙәти аҙыҡ-түлек һәм ризыҡтар

үҙгәртергә

Итле ашҡа, әлбиттә, йылҡы , һыйыр, болан, ҡуян, хатта айыу кеүек дүрт аяҡлы хайуан иттәре, кейек ҡоштар ите, эсәк-бауыр һәм мал ҡаны ҡулланыла. Киң ҡулланылған аш-һыу араһынан себер балыҡтарын атарға мөмкин: бикре , чир, омуль, муксун, пелядь, нельма, таймень, бәрҙе.

Сахаларҙың аш-һыу әҙерләүҙә үҙенсәлеге булып, башланғыс аҙыҡ-түлектең, сеймалдың барлык компоненттарын максималь рәүештә тулы ҡулланыу тора. Ябай ғына миҫал итеп табан (балыҡ) бешереү ысулын килтерергә мөмкин. Әзерләр алдынан тәңкәләре таҙартыла, башы киҫелмәй һәм ташланмай, балыҡтың эсе ташланмай тиерлек, ҡорһағының бер яғынан бәләкәй генә тишек яһала, уның аша үт ҡыуығын һаҡ ҡына тартып алалар, йыуан эсәктең бер өлөшө ҡырҡып алына һәм һәм йөҙөү ҡыуығы тишелә. Ошо рәүешле әҙерләнгән балыҡты һыуға һалып йәки ҡыҙҙырып бешерәләр.

Малдың, балыҡтың эс-ҡарыны ташланмай. Баш-тояҡ, ҡойроҡ та эш ителә. Атап әйткәндә, уларҙан бешерелгән аш (ис миинэ), ҡандан эшләнгән тултырма (хаан - һыйыр йәки йылҡы эсәгенә 2/1 пропорцияһында ҡан менән һөт тултырып эшләнә ) һәм башҡалар.

Шикһеҙ, ризыҡҡа бындай һаҡсыллыҡ поляр климаттың ауыр шарттарында йән аҫрау тәжрибәһенән сығып барлыҡҡа килгәндер.

Йылҡы йәки һыйыр һуғымы ҡабырғаларынан ойогос эшләйҙәр. Ойогосто туңдырып, сей килеш киҫәктәр ҡырҡып алып ашайҙар. Ит һәм балыҡ туңдырып, сей килеш юнып (строганина), уны әсе тәмләткестәр – йыуа, ложечник, һарына ҡушып ашайҙар.

Йәшелсә-емеш һәм бәшмәк ҡәҙимге аш-һыуҙа ҡулланылмай; ҡайһы бер еләктәрҙе генә йыялар [1].

Эсемлектәр

үҙгәртергә

Сахаларҙа ла күп шәреҡ халыҡтарында яратып ҡулланылған ҡымыҙ милли эсемлек булып тора. Уларҙа ҡымыҙҙың көслөрәк төрө лә - коонньоруу кымыс (йәки койуургэн) - бар. Бынан тыш сәй урынына ҡайнар морс эсәләр.

Һыйыр һөтөнән суорат (ойотҡан), күэрчэх , кобер ( күбек майы), чохоон (йәки чехон — һөт, еләк ҡушып туғылған май), иэдьэгей (эремсек), сүүмэх (сыр). Он менән һөт ҡушып сахалар саламат бешерәләр. Әсетелгән арыш йәки арпанан, көрпәнән бурдук тигән ризыҡ әҙерләйҙәр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә