Сахаров Александр Андреевич

Сахаров Александр Андреевич (7 [19] апрель 1865[1][2], Кудеиха ауылы—июль 1942, Мәскәү) — рус һәм совет эсперантсыһы, нәшерсе, эсперанто буйынса уҡытыусы.

Александр Андреевич Сахаров
Тыуған көнө

7 (19) апрель 1865

Вафат булған көнө

июль 1942 (77 йәш)

Ил

 Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 РСФСР
 СССР

Эшмәкәрлеге

нәшриәтсе, эсперанто теле уҡытыусыһы

Атаһы

Андрей Валентинович Сахаров, священник

Сембер классик гимназияһында уҡый. 1907 йылда Мәскәүгә килгәс, Сахаров «Эсперанто» китап магазинына (eo:Librejo Esperanto (Moskvo) һәм Мәскәү эсперанто институтына нигеҙ һала. 19091917 йылдарҙа «La Ondo de Esperanto» журналының баш мөхәррире һәм нәшерсеһе була. Шулай уҡ бер нисә йыл дауамында үҙенең фатир урынлашҡан Мәскәү эсперанто йәмғиәтен етәкләүҙә ҡатнаша. Рус революцияһынан һуң үҙенең дәреслектәрен һәм һүҙлектәрен нәшерләүен дауам итә һәм Совет республикалары эсперантсылары берләшмәһендә әүҙем ҡатнаша[3].

Эсперантсы булғанға тиклем

үҙгәртергә

1875 йылда Сахаров урта мәктәп уҡыусыһы булып китә һәм 1885 йылда Сембер классик гимназияһын уңышлы тамамлай. Шул уҡ йылдың авгусында Ҡаҙан университетының математика факультетына уҡырға инә, 1890 йылда университетты тамамлай. 1891 йылда Сембер Ҡаҙна Палатаһына канцелярия хеҙмәткәре вазифаһына эшкә алына. 18931907 йылдарҙа Сембер губернаһының Ардатов өйәҙе Ардатов ҡалаһында финанс инспекторы булып эшләй. 1904 йылда эсперанто менән таныша.

Йөҙ процентлы эсперантсы

үҙгәртергә

1907 йылда Сахаров 30 июль (12 август) 4 (17) август . Кембридж[4] үткән III бөтә донъя эсперантсылар конгресында ҡатнаша. Конгресс һәм унда барыу тәьҫораттары менән ул Esperantisto Ruslanda журналында һөйләне. Ҡайтыр юлда бер ай Парижда була, бында эсперанто теленләге әҙәбиәтте нәшер итеүселәр менән таныша, баҫтырылған китап һәм журналдарҙы асырға уйлаған магазинына алдырыу тураһында килешә. Һуңынан Берлинда була, унда ул Möller & Borel нәшриәтенә туҡталып китә. Сахаров Рәсәйҙә лә эсперанто-магазин асыу хыялы менән яна һәм эсперанто телендә журнал (киләсәктә de La Ondo Esperanto) сығарырға ниәтләй. Артабан Девятнин Василий Николаевич менән танышыу өсөн Вильнала туҡтала, шунан һуң Ардатовҡа ҡайтып китә. Эштән китә һәм Ҡазанға бара, унда эсперанто тураһындағы асыҡ лекцияларҙа ҡатнаша. Шундағы дүрт йөҙ кеше алдында үҙенең сәйәхәте тураһында бәйән итә. Лекция тураһында ҡайһы гәзиттәрҙә мәҡәләләр баҫылып сыға.

1907 йылдың октябрендә Сахаров Мәскәүгә китап магазинын асыу ниәте менән килә. Бер айҙан Санкт-Петербургҡа ла барып килә. Бынан аҙаҡ та ул Петербург эсперантсылары менән аралашыу һәм хеҙмәттәшлек итә, әммә уның төп эшмәкәрлеге Мәскәүҙә була.

Мәскәүҙәге эш башы

үҙгәртергә

Санкт-Петербургтан ҡайтҡас, Сахаров яңы журнал сығарыу менән шөғөлләнә. Мәскәүҙә эсперанто-шрифтлы типографияһы булмағанлыҡтан, журналдың тәүге һанын Ҡаҙанда сығарырға хәл ителә. Әммә Ҡаҙан губернаторынан рөхсәт ала алмайҙар.

Бер үк ваҡытта Сахаров Козихинский тыҡрығындағы дүрт бүлмәле фатирға урынлаша, бүлмәләрҙең береһендә ул китап келәте булдыра. Магазин асыуға рөхсәт алғас, Сахаров Möller & Borel фирмаһына үҙҙәрен китап менән тәьмин итһен өсөн мөрәжәғәт итә. Шул уҡ ваҡытта Ардатовтан эсперанто телендәге китап тиражы килтерелә. «Эсперанто» китап магазинына нигеҙ һалына. Яңы магазинды тикшерергә килгән полиция хеҙмәткәре магазинға ингән беренсе кеше була.

Алдан килешеүгә ярашлы, 27 ноябрь (10 декабрь1907 йыла В. Н. Девятнин Сахаровҡа ҡулъяҙмалар ебәрә. Сахаров авторға өс йөҙ һум түләй. Был Рәсәйҙә эсперанто телендә ижад итеүсе яҙыусыға беренсе гонорар була.

1908 йылдың майында Сахаров Мәскәҙең төп урмдарының береһе булған — Тверь урамына магазинын күсерә. Йәй көнө йәй «Эсперанто» китап магазины үҙенең тәүге каталогын сығара, ул Рәсәйҙә эсперанто телендә баҫтырылған беренсе каталог була.

Йыл уртаһында Сахаров В. Н. Девятнин әҫәрҙәрен баҫтырыу менән шөғөлләнә. Мәскәүҙә эсперанто-шрифт булмау арҡаһында, типографиятик Ҡаҙанда ғына булған була. Баҫтырыу бик яй бара, сөнки гранканың һәр япрағы Ҡаҙандан Мәскәүгә ебәрелә, шунан һуң Сахаров уны авторы Вильнаға ебәрә.

Беренсе номер өсөн Казимеж Беин Е. Н. Чириковтың «Төрмә» хикәйәһен тәржемә итә. Хикәйә de La Esperanto Ondo беренсе өс һанында һәм бер үк ваҡытта айырым 10 000 дана тираж менән хаҡы ун тиндән баҫып сығаралар. Был китап «Эсперанто» Китап магазинында беренсе баҫмаһы була. Тәржемәсегә ҙур булмаған эш хаҡы түләнә. Шулай уҡ беренсе номерҙа Мәскәү университетының филология профессоры Р. Ф. Брандтың ике телдәге ҙур мәҡәләһе баҫыла. Сахаров үҙе лә мәҡәләләр яҙа. Февраль айында журнал 10 000 дана тираж менән баҫыла.

А. А. Сахаровтың яҙған китаптары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Aleksandr Saĥarov. Rememoroj de centprocenta esperantisto / ответственный редактор Aleksandr Ŝevĉenko. — Москва: Impeto, 1993. — 199 с. — ISBN 5-7161-0003-1.
  2. 2,0 2,1 Enciklopedio de Esperanto / редакторы L. Kökény и V. Bleier, языковой редактор K. Kalocsay, главный редактор I. Ŝirjaev. — Будапешт: Literatura Mondo, 1933.
  3. Boris Kolker. Vojaĝo en Esperanto-lando. Perfektiga kurso de Esperanto. — Москва: Progress, 1992. — 339 с. — 4 000 экз. — ISBN 5-01-002953-7.
  4. (6) 3-a UK en Kembriĝo, Britio, 1907 - china radio international (эспер.). Дата обращения: 28 ноябрь 2011. Архивировано 3 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 1 ғинуар архивланған.
  5. Изображение обложки Русско-эсперантского словаря Сахарова.
  6. Изображение обложки Полного эсперанто-русского словаря Сахарова.
  7. Изображение обложки книги Сахарова «Международный язык эсперанто».

Һылтанмалар

үҙгәртергә