Сафин Абдулхәй Сафа (Сафиулла) улы

легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты.

Сафин Абдулхәй Сафа (Сафиулла) улы (рус. Сафин Абдулхай Сафеевич (Сафиуллович) 1916 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[1].

Сафин Абдулхәй Сафа (Сафиулла) улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1916
Тыуған урыны Ишҡол, Әбйәлил районы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Сафин Абдулхәй Сафа (Сафиулла) улы 1916 йылда хәҙерге Башҡортостандың Әбйәлил районы Ишҡол ауылында тыуа. 1941 йылдың 6 декабрендә Әбйәлил районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының химик һаҡланыуҙың 21-се айырым взводында хеҙмәт итә[2].

Батырлығы

үҙгәртергә

Гвардия өлкән сержанты Сафин Абдулхәй Сафа (Сафиулла) улы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец илбаҫарҙары менән йыш һуғышта ҡатнаша. 1942 йылдың 23 июлендә ул хәрби батырлыҡ күрһәтә. һөжүм итеү ваҡыттарында отделение командиры булараҡ ул яугирҙарҙың алдынан бара. Отделениеһында пулеметсы һәләк булыуын күреп, үҙе пулемет артына тора һәм дошмандарға ут аса.

1942 йылдың 25 декабрендә Обливская станцияһы янында дошман һөжүм итеүгә күсә һәм подразделение ҡамауҙа ҡала, ҡурҡыу белмәҫ командир Сафин Абдулхәй Сафа (Сафиулла) улы үҙенең отделениеһын дошманға ныҡ яҡын алып килә, уның батырлығы һәм ҡаһарманлығы арҡаһында дошман флангты күтәрә алмай һәм һуғыш яланында тиҫтәләгән һалдатын ҡалдырып сигенергә мәжбүр була.

Часть дошмандың тәрән тылында булған һуғыш осоронда, станцияларҙың береһендә дошман көслө һөжүмгә күсә, сержант Сафин автоматынан атып, дошманға ҡаршы бара. Был алышта ул 12 немецты юҡ итә.

1943 йылдың 24 февралендә дошман тылдан сығыуға уларға ҡаршы бара һәм автоматы менән туп-тура атып, ун бер фашисты юҡ итә һәм үҙе лә, аты ла имен ҡала. 1943 йылдың 15 июлендә Сафин Абдулхәй Сафа (Сафиулла) улы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була[3]

1943 йылда Березня районында беҙҙең ылауға засада яһаған дошмандың автоматсылары төркөм менән Чернухино ҡалаһы өсөн ҡыйыу һуғыша һәм ун ике кешенән торған был төркөм юҡ ителә.

Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда, Головки һәм Лесок ҡасабалары өсөн һуғышта һәм Стырь йылғаһын кисеп сыҡанда гвардия өлкән сержанты Сафин Абдулхәй Сафа (Сафиулла) улы шулай уҡ батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Подразделениеның 1944 йылдың 3 июнендәге 16/н бойороғо менән Сафин Абдулхәй Сафа (Сафиулла) улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә