Сауыҙ торалары

Археологик ҡомартҡы

Сауыҙ торалары (рус. Саузовские стоянки) — Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Сауыҙ ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан неолит — энеолит дәүеренә ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2].

Сауыҙ торалары
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Урын Краснокама районы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Торалар Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Сауыҙ ауылынан көнбайышҡа табан 1,2 км алыҫлыҡта Сауыҙ күле буйында урынлашҡандар.

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Сауыҙ торалары 3 нығытылмаған тораманан ғибәрәт.

Беренсе — I — дөйөм майҙаны 4000 м², уның яҡынса 700 м² ере ҡаҙып тикшерелгән. Квадрат рәүешендә 5 ҡаралты табылған, майҙаны яҡынса 65 м², иҙәндә усаҡтары булған. Улар бурап эшләнгән, тип фараз ителә.

Балсыҡ һауыттар Яңы Ильин рәүешле: ҡалын тышлы, шамот һәм ҡом ҡушып эшләнгән, тешле мөһөр эҙҙәре менән биҙәлгән. Шулай уҡ Гарин мәҙәниәте:йоҡа тышлы, үҫемлек ҡалдыҡтары ҡушып эшләнгән һауыттарынан табылған.

Яу йә һунар ҡоралдары: кремний уҡ башаҡтары, бысаҡтар, бысаҡ йөҙҙәре, баҡыр һөңгөләр; эш ҡоралдары: кремнийтан эшләнгән арҡыры балталар, ҡырғыстар, баҡыр беҙ) табылған. Хайуан һөйәктәре лә килеп сыҡҡан.

Икенсе — II — 1000 м² ер ҡаҙып тикшерелгән. Усаҡтары, хужалыҡ соҡорҙары булған 3 яртылаш ер өй асыҡланған. Яу йә һунар ҡоралы: оҙонса, яҫы кремний уҡ башаҡтары, бысаҡтар; эш ҡоралдары: кремний ҡырғыстар, арҡыры балталартабылған. Бында ла хайуан һөйәктәре сыҡҡан.

Өсөнсө — III — 300 м² ере ҡаҙып тикшерелгән. Усаҡлы торлаҡ табылған. Ҡалын тышлы балсыҡ һауыттар тешле мөһөр менән биҙәлгән.

Тораны асыусылар һәм өйрәнеүселәр

үҙгәртергә

Сауыҙ тораһы 1954 йылда археологтар И. К. Голунова һәм В. И. Забелина тарафынан асыла. 1955—56 йылдарҙа О. Н. Бадер , 1962—63 йылдарҙа Г. Н. Матюшин , 1980—81 йылдарҙа А. А. Выборнов, Г. Т. Обыдённова, М. Ф. Обыдённов өйрәнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сауыҙ торалары//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Обыдённова Г. Т. Жилищный комплекс поселения Сауз I //Поселения и жилища древних племён Южного Урала. Уфа, 1983.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.