Саттаров Хәбиәхмәт Саттар улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры

Саттаров Хәбиәхмәт Саттар улы (рус. Саттаров Хабиахмет Саттарович 1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Саттаров Хәбиәхмәт Саттар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Һабай, Ҡауарҙы ауыл Советы[d], Ғафури районы
Һөнәр төрө тимерсе
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Саттаров Хәбиәхмәт Саттар улы 1906 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ғафури районы Һабай ауылында тыуа. 1942 йылда Ғафури районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвария кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында хәрби аҙыҡ-түлек взводының повозочныйы булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылдың 19 ғинуарында Мозырь районы тылында ауыр шарттарҙа эскадронға хәрби кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеп, һөжүм итеүсе эскадрондарға ут менән ярҙам итә. Бер үк ваҡытта ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә тимерсе сифатында аттарға дағалар эшләй һәм уларҙы яҡшы торошта тота. 1944 йылдың 23 ғинуарында подразделениеның 4-се бойороғо менән «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була[2]. 1944 йылдың 14 июнендә Саттаров Хәбиәхмәт Саттар улы һуғыштар осоронда аттар тураһында ҙур хәстәрлек күрә һәм ваҡытында уларҙы дағалап тора. Дағалар арҡаһында аттарҙың сафтан сығыу осраҡтары булмағаны өсөн ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

1945 йылдың 16 февралендә Браллентин районы янында һуғышта гвардия ҡыҙылармеецы Саттаров Хәбиәхмәт Саттар улы дошмандың артиллерия һәм пулеметы аҫтында беренсе батареяның алғы һыҙығына үҙенең арбаһында снарядтар ташый, был һуғыш һөҙөмтәһендә батарея дошмандың алты танкын бәреп төшөрә. Бер үк ваҡытта ат дағалаусы ла булып эшләй һәм аттарҙы сифатлы дағалар менән тәьмин итә. Рядовой Саттаров Гвардия подполковнигы Хәбиров ҡултамғаһы менән 1945 йылдың 2 мартында Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә[2].

Саттаров Хәбиәхмәт Саттар улының артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә