Саров Изге Успение монастыры

Саров Изге Успение монастыры — ирҙәр монастыры, XVIII быуаттың башында Тамбов губернаһының Темниковский өйәҙе Саров ҡалаһында нигеҙләнгән. Православныйҙарҙың Преподобный Серафим Саровскийы, изге кешеһенең, йөрөгән урынында урынлашҡан.

Саров Изге Успение монастыры
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1705
Дәүләт Рәсәй
Рәсәй империяһы
СССР
Урыҫ дәүләте[d]
Административ-территориаль берәмек Саров
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Commons-logo.svg Саров Изге Успение монастыры Викимилектә

Монастырҙың тарихыҮҙгәртергә

Саров тауында урынлашҡан беренсе монах-дәрүиш Пензанан инок Феодосий булған, ул «боронғо ҡаласыҡҡа» 1664 йылда килгән һәм һәм үҙе хөжрә яһаған. Бында алты йыл самаһы йәшәгәс, Феодосий Пензаға кирергә була. Яҡынса ошо ваҡытта «боронғо ҡаласыҡта» Краснослободский монастыры (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Арзамастың Спас монастыры)  монахы Герасим килеп урынлаша. Ике дәрүиш бер ваҡыт бергә йәшәй, әммә тиҙҙән Феодосий Пензаға «күсеп китә», ә Герасим «боронғо ҡаласыҡта» йәшәп ҡала. Бында бер йылдан ашыу йәшәгән Герасим Краснослободский монастырына күсә, күрәһең, бурҙар һәм юлбаҫарҙарҙан ҡурҡа , снки тегеләр Герасимға төрлө зыян килтерә.(Денис Леонид версияһы буйынса — унда йәшәүселәр Герасимға төҙөүсе булырға тәҡдим иткән), шунан һуң «боронғо ҡаласыҡ» тағы кешеһеҙ тороп ҡалған.

1659 йылда нигеҙ һалынған Санаксар монастырынан 1683 йылда иеромонах Савватий һәм монаң Филарет бында килә, ләкин улар тиҙҙән үҙ монастырына кире ҡайтып киткән. «Боронғо ҡаласыҡ» тағы кешеһеҙ тороп ҡала.

Саров монастырына иеромонах Исаакий (донъяла Иоанн  Федоров, Арзамас өйәҙе Ҡыҙыл ауылының кешеһе) нигеҙ һала, ул Введенский монастырын монастырь башлығы фатихаһы менән ҡалдырып китә һәм Санаксарский монастыры иногы Филарет менән бергә «боронғо ҡаласыҡта» йәшәй башлай. Тиҙҙән Исаакий янына сәхәбәләре килә һәм отец Исаакий Саровта монахтар өсөн монастырь асырға була.

1705 йылда кенәз Кугушев,  «иҫке ҡаласыҡтың» хужаһы, Сатис  һәм Саров йылғалары араһындағы ерҙе отец Исаакий һалдырасаҡ монастырға бүләк итә. 1706 йылдың ғинуарында Рязань митрополиты Стефан Яворский отец Исаакийҙың «боронғо ҡаласыҡта» сиркәү төҙөү тураһындағы үтенесен ҡәнәғәтләндерә. 1706 йылдың 28 апрелендә «Живоносный источник» Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә ағас сиркәү һалына башлай. 1706 йылдың 16 июнендә (яңы стиль буйынса 29 июнь) Саров монастырын изгеләндерәләр һәм был көн Саров монастырына нигеҙ һалыу көнө тип иҫәпләнә[1].

1731 йылда, иеросхимонах Иоанн,отец Исаакий, ауырыуы аҡаһында монастырь башлығы вазифаһынан баш тарта һәм үҙенең вариҫы итеп уҡыусыһы Дорофейҙы ҡалдыра.

Монастырҙа башлыҡ булғандар араһында айырыуса хөрмәт менән отец Ефрем(Коротков) файҙалана. Ул Орск ҡәлғәһендә 16 йыл ғәйепһеҙ көйөнсә төрмәлә ултыра. 1755 йылда отец Ефремды аҡлайҙар һәм Саровҡа кире ҡайтаралар. 1775 йылдағы аслыҡ ваҡытында ул монастырь келәттәрен астыра һәм мохтаж халыҡҡа иген таратып, уны үлемдән һаҡлап ҡала

Ефрем ҡарт үҙе тере сағында вариҫы итеп иеромонах отец Пахомийҙы һайлай. Пахомий башлыҡ булған саҡта Саров монастырына Прохор Мошнин, отец Серафим Саровскийҙың атаһы килә.

1897 йылда Серафима Саровский хөжрәһе өҫтөндә ҡорам төҙөлөшө башлана[2]. Проект авторы-архитектор А. С. Каминский.1903 йылда Санкт-Петербург һәм Ладога митрополиты Антоний ҡорамды изгеләндерә.

1906 йылда Саров монастыры үҙенең 200 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был юбилей байрамына күп ҡунаҡтар йыйыла. Саров Рәсәйҙең иң танылған изге урынына әйләнә.

Революциянан һуң, 1917 йылда Саров монастыры хужалығы ҡыйратыла, изге әйберҙәре — бысратыла.

1923 йылдың 16 октябрендә Патриарх Тихон ҡарары менән «Тамбов епархияһының Саров монастыры туранан-тура Изге Патриарх идараһына тапшырыла»[3].

1925 йылдың аҙағында монастырҙы ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителә,  ә 1927 йылдың мартында хөкүмәт ҡарары менән Саров монастыры бөтөрөлә, уның мөлкәте ҡаралтылары менән бергә Түбәнге Новгородтың НКВД идаралығына тапшырыла.

1927 йылда Саров монастыры базаһында балалар хеҙмәт коммунаһы ойошторола. 1931 йылдың ноябрендә хеҙмәт коммунаһы ябыла. Унан һуң бында үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн холоҡ төҙәтеү колонияһы ойошторола. 1938 йылдың ноябрендә колония шулай уҡ ябыла [4].

Саровтың рухи яңыртылыуыҮҙгәртергә

26 сентябрь1989 йыл.  Саровҡа тәүге тапҡыр Түбәнге Новгород һәм Арзамас епискобы Николай (Кутепов)[5] килә, ул  монастырҙан алыҫта Преподобный Серафим Саровскийға акафистлы молебен үткәрә[6].

1990 Саровта православие мәхәлләһе ойошторола.

1991 йылдың  йәйендә мәхәллә теркәлә.

1990 йылдың ноябрь айында Санкт-Петербургтың атеизм музейынан  Преподобный Серафим Саровский мәйетенең киҫәксәләре ҡайтарыла. Ул киҫәксәләр 1991 йылдың 11 ғинуарында Рус Православие Сиркәүенә рәсми рәүештә тапшырыла.30 июлдә отец Серафим мәйете киҫәксәләре Дивеевоға күсерелә.

1991 йылдың 2 авгусында ҡалаға тәүге тапҡыр Бөтә Русь һәм Мәскәү патриархы Алексий II килә

1992 йылдың мартында ҡалаға беренсе дин әһеле, иерей Владимир Алясов килә. 1992 йылдың 25 апрелендә ул Пасха төнөндә беренсе тапҡыр Литургия үткәрә.

1993 йылдың февралендә митрополит Николай ремонтлап тергеҙелгән Бөтә Изгеләр ҡорамын изгеләндерә; ҡорамда православие йәкшәмбе мәктәбе һәм өлкәндәр өсөн курстар эшләй башлай.

1992 , 1993 йылдарҙа Саровҡа Патриарх Алексий II Cерафим Cаровский байрамы көндәрендә килә.

17 майҙа 1997 йылда ҡуйылған манара ҡыңғырауға килгәндә, иҫәп-хисап буйынса лаборатория башҡарыусыларҙың береһе ВНИИЭФ.

1998 йылда Федераль ядро үҙәге тарафынан Иоанн Предтеча ҡорамы мәхәлләгә тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Йәй 1999 тапшырыу башҡарыла[7].

Июль — август 2003 йылдың иңль-авгусында Саровта Серафим Саровскийҙы канонлаштырыуға  100 йыл уңайынан тантаналар үтә, улар алдында байтаҡ әҙерлек алып барыла. 2003 йылдың 13 июлендә сиркәү манараһына тәре ҡуйыла[8]. 2003 йылдың 30 июлендә Бөтә Русь һәм Мәскәү Патриархы Алексий II изге ҡорамды изгеләндерә. Ошо уҡ көндө Рәсәй Президенты В. Путин Саровҡа килә.

2005 йылда монастырҙы тергеҙеү мөмкинлеге белдерелә[9].

17 июль, 2006 йыл.  Изге Синод монастырь асыу тураһында ҡарар ҡабул итә[10][11].30 июлдә Изге Патриархты Алексей II тергеҙелгән ғибәҙәтхананы Иоанн Предтечаның башын киҫеү көнөндә монастырҙы Бөйөк изгеләндереү чины менән изгеләндерә[12]. Тергеҙелгән ғибәҙәтхана Саровтағы ғәмәлдәге етенсе ҡорам.

27 июль, 2009 йыл. Монастырь башлығы итеп архимандрит Кирилл (Покровский)тәғәйенләнә[13]. Был ваҡыт монастырҙа ете монахтар һәм өс монахлыҡҡа өйрәнеүсе йәшәгән.

7 сентябрҙә монастырға торлаҡ корпусының төньяҡ хөжрәләре бирелә. Элек бында балалар сәнғәт мәктәбе эшләп килгән[14]. Был бинала дини-ағартыу үҙәге ойоштороу һәм унда балалар «Родничок» ижади берекмәһе өсөн бер нисә бүлмә биреү ҡаралған (ул православие «Тыныслыҡ» ижади берекмәһенә ҡарай)[15].

2009 йылдың 9 сентябрендә Бөтә Русь һәм Мәскәү Патриархы Кирилл Яҡын һәм алыҫ монастырҙарға, Иоанн Предтеча сиркәүенә, Антоний һәм Феодосий Печерскийҙарҙың ер аҫты ҡорамына, Преподобный Серафим Саровскийҙың ерләнгән урынына килә[16].Патриарх Кирилл Серафим Саровский ҡорамына Спаситель иконаһын, ә изге благоверный кенәз Александр Невскийҙың иконаһын кешеләргә бүләк итә.

Йылдың 22 декабрендә архиепископ Георгий Зосима һәм Савватий хөрмәтенә төҙөлгән сиркәүҙе йыл буйына эшләү тураһында отчет яһай [17]. 23 декабрҙең төнөндә Түбәнге Новгород һәм Арзамас архиепискобы Георгий  ихге Антоний һәм Феодосий Печерскийҙар хөрмәтенә Саров мәмерйә ҡорамында литургия үткәрә[18].


Зосима һәм һәм Савватий Соловецкийҙар хөрмәтенә төҙөлөп ятҡан сиркәүҙә архиепископ Георгий тәүге молебенды 12 ноябрҙә үткәрә[19]. Был ваҡытҡа ғибәҙәтхананың стеналары һәм көмбәҙе төҙөлөп бөткән була. 2011 йылдың 28 июлендә көмбәҙҙәр һәм тәреләр изгеләндерелә[20], иртәгеһенә улар урынына баҫтырылып ҡуйыла[21]. Ҡорамдың бейеклеге 47,5 метрға етә. Митрополит Георгий Зосима һәм Савватий хөрмәтенә ҡорамды 2012 йылдың 26 майында Бөйөк чин менән изгеләндерә[22].


Бөйөк раббы хөрмәтенә ҡорамды изгеләндереү 21 декабрҙә яһала[23].

2016 йылда Саровта Успение соборы тергеҙелә башлай[24].

2016 йылдың 21 октябрендә митрополит Георгий Саров монастырының изге архимандриты итеп тәғәйенләнә[25].

1927 йылда монастырь ябылғанға тиклемге монастырь башлыҡтары.[26]Үҙгәртергә

донъяуи исеме ғүмер йылдары идаралыҡ йылдары
Исаакий, иеромонах

( схима Иоанн, «Первоначальник»)

Попов Иван Федорович 1669-1737 1708-1734
Дорофей, иеромонах

(Димитрий. схима)

Дмитрий Замятин Анисимович 1678-1747 1731-1747
Филарет, иеромонах Филипп,

«ә уның улы һәм унан лә хәтерҙә»

?—? 1747-1749
Маркелл, иеромонах төҙәтмәләр талап итә 1721-1752 1749-1751
Исаакий (II), иеромонах төҙәтмәләр талап итә 1721— һуң, 1775 1751-1758
Ефрем, иеромонах Короткова Андреевич Евдоким 1694-1778 1758-1777
Пахомий, иеромонах Борис Назарович Леонов 1729-1794 1777-1794
Исайя (I), иеромонах Илья Зубков Гаврилович 1741-1807 1794-1807
Нифонт, игумен Василий Петрович Черницын 1761-1842 1807-1842
Исайя (II), игумен Ион Иванович Путилов 1786-1858 1842-1858
Серафим, игумен Спиридон Пестов Андреевич 1805-1878 1858-1872
Иосиф, игумен

(Иоанн II. схима)

Иван Петрович Шумилин 1818-1892 1872-1890
Рафаил, игумен Николай Ионович Трухин 1844-1901 1890-1894
Иерофей, игумен Иван Петрович Мелентьев 1828-1920 1894-1920
Руфин, игумен Родион Иванович Велькин 1858-1925 1920-1925
Мефодий, игумен Михаил Кузьмич Коковихин 1871—? 1925-1926
Киприано, иеромонах Касьян Петр Егорович 1876—? 1926-1927

Тергеҙеүҙән һуң монастырь башлыҡтарыҮҙгәртергә

  • Варнава (Баранов) (17 июль — 26 декабрь 2006)
  • Андроник (Могилатов) (12 октябрь 2007 — 2009 йылдың 27 июле)
  • Кирилл (Покровский) (27 июль — 29 ноябрь 2009)
  • Никон (Ивашков) (ноябрь, 2009; - 2016 йыл 21 октябрь)  2010 йылдың 26 июленән — наместниктың ваҡытлыса урынбаҫары
  • Георгий (Билдәһе) (21 октябрь, 2016)

ИҫкәрмәҮҙгәртергә

  1. Романов, Дмитрий 29 июня - день основания Саровской пустыни. Нижегородская и Арзамасская епархия (29 июня 2010 года). Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 28 июль 2010 тикшерелгән.
  2. 100-летие прославления преп. Серафима Саровского. Хроника восстановительных работ. Нижегородская епархия. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 5 сентябрь 2009 тикшерелгән.
  3. http://korolev.msk.ru/books/dc/Rpc22y_1913289.txt
  4. История города Арзамас-16 до 1946 года
  5. 100-летие прославления преп. Серафима Саровского. Хроника возрождения православной жизни в Сарове в 1989—2003 гг.. Нижегородская епархия. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 5 сентябрь 2009 тикшерелгән.
  6. Возрождение православия в Сарове  (рус.). Фотоархивы. PHOTOESCAPE. Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 март 2013. 5 март 2013 тикшерелгән.(рус.). Фотоархивы. PHOTOESCAPE. Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 март 2013. 5 март 2013 тикшерелгән.
  7. Церковная хроника г. Сарова
  8. Подъем креста на колокольню Саровского монастыря, Нижегородская епархия, 13 июля 2003 года
  9. Обсуждается вопрос о восстановлении древнего Саровского монастыря официальный сайт МП 14 декабря 2005 г.
  10. ЖУРНАЛ № 61//ЖУРНАЛЫ заседаний Священного Синода Русской Православной Церкви (17-19 июля 2006 года) Официальный сайт МП 19 июля 2006 г.
  11. В Сарове возобновляется монашеская жизнь. Официальный сайт МП 20 июля 2006 г.
  12. Первосвятительский визит в Саров и Дивеево, Нижегородская епархия, 2 августа 2006 года
  13. В планах развития Саровской пустыни — восстановление храмов, просветительская и издательская деятельность, Нижегородская епархия, 3 сентября 2009 года
  14. Муниципальных учреждений на монастырской площади больше нет. Официальный сайт администрации г.Сарова. Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 7 сентябрь 2009 тикшерелгән.
  15. У детской студии «Родничок» при православном творческом объединении «МіР» появится своё помещение, Нижегородская епархия, 30 сентября 2009 года
  16. Святейший Патриарх Кирилл поклонился святыням Саровской пустыни, Нижегородская епархия, 9 сентября 2009 года
  17. Архиепископ Георгий провел в Сарове совещание по восстановлению храма святых Зосимы и Савватия (фото, видео). Нижегородская епархия (22 декабря 2009 года). Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 8 ғинуар 2010 тикшерелгән.
  18. Архиепископ Георгий: «День монашеского пострига – это день второго рождения» (видео). Нижегородская епархия (23 декабря 2009 года). Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 8 ғинуар 2010 тикшерелгән.
  19. Жидков, Николай Архиепископ Георгий в Сарове совершил молебен в строящейся церкви в честь преподобных Зосимы и Савватия Соловецких (фото, видео). Нижегородская епархия (12 ноября 2010 года). Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 12 декабрь 2010 тикшерелгән.
  20. Рукавишников, Андрей В Сарове архиепископ Георгий освятил купол и крест для строящегося храма в честь преподобных Зосимы и Савватия Соловецких (фото). Нижегородская епархия (28 июля 2011 года). Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 19 август 2011 тикшерелгән.
  21. Высоцкая, Светлана В Сарове подняли и установили купол с крестом на строящийся храм в честь преподобных Зосимы и Савватия Соловецких (фото). Нижегородская епархия (29 июля 2011 года). Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 февраль 2012. 19 август 2011 тикшерелгән.
  22. В Сарове совершено великое освящение храма в честь Зосимы и Савватия, Соловецких чудотворцев. Нижегородская митрополия (26 мая 2012 года). Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 июнь 2012. 4 июнь 2012 тикшерелгән.
  23. В Сарове митрополит Георгий освятил придел храма во имя преподобных Зосимы и Савватия Соловецких (фото), Нижегородская митрополия, 21 декабря 2012 года
  24. Надежда Муравьева В Сарове началось восстановление Успенского собора. Нижегородская митрополия (2016-03-17). 18 март 2016 тикшерелгән.
  25. Журналы заседания Священного Синода от 21 октября 2016 года
  26. Степашкин, 2009, с. 250—258250—258

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Степашкин В. А. Хроника событий, связанных с именем Преподобного Серафима Саровского (Часть III) // Преподобный Серафим Саровский: предания и факты — 3-е издание, испр. и доп. — Саров: ЗАО «ИНФО», 2009. — Б. 148—263. — 264 б. — 1000 экз. — ISBN 978-5-89269-010-2.
  • Подурец А. М. Саров: памятник истории, культуры, православия — 3-е изд., доп. — Саров: ЗАО «ИНФО», 2006. — 400 б. — 2000 экз.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә