Сари
Са́ри — Һиндостан субконтинентында милли ҡатын-ҡыҙ кейеме, оҙонлоғо 4,5 метрҙан 9-12 метрға тиклем булған туҡыманан ғибәрәт[2], киңлеге 1,2 метрға тиклем, махсус рәүештә кәүҙә буйлап урала. Сари билдәле чоли, равика кеүек блузка менән кейелә, һәм Һиндостандың көньяғында аҫҡы итәк менән (көньяҡта — павада/павадаи, көнсығышында — шайя). Сари кейеүҙең иң киң таралған стиле — ниви, бер осо, аяҡтарҙы урап, ике тапҡыр янбаш тирәләй әйләнә, ә өҫкө сиге аҫҡы итәктең тар билбауына нығытыла һәм һуңынан бер яурын аша ырғытыла. Урамда йөрөгәндә ҡатын ҡыҙҙар ғәҙәттә сариҙың бер осон (паллу) башына кейә, шәл урынына ҡуллана. Традицион Һиндостанда сариҙың ниндәй материалдан эшләнгәнлеге ҡатын-ҡыҙҙың социаль һәм матди хәленә бәйле, ләкин уны кейеү ысулы был урын өсөн бер үк булған.[3]
Сари | |
Урын | Канада |
---|---|
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Ебәк[1], синтетические волокна[d][1] һәм Мамыҡ |
Сари Викимилектә |
Сығышы һәм тарихы
үҙгәртергәҺинд легендаларында туҡыма Ғаләмдең барлыҡҡа килеүен кәүҙәләндерә. "Сутрыа (нить) — нигеҙе, ә сутрадхара (ткач, туҡыусы) — ғаләмде барлыҡҡа килтереүсе йәки булдырыусы. Сари һүҙе үҙе килеп пракрит телендәге саттика һүҙенән килеп сыҡҡан.[4] Санскрит телендә «сати» туҡыма һыҙатын аңлата.
Һинд кейеме тарихы тамыры менән хәҙерге Һиндостан (Гуджарат, Харьяна һәм Раджастхан) һәм Пакистан (Синд һәм Пәнжәб провинциялары) территорияларында беҙҙең эраға тиклем 2800—1800 йылдар элек сәскә атҡан Һиндостан тарихына барып тоташа.[5] Һиндостан субконтинентында сариҙың тәүге тасуирламаһы — Инда үҙәненең уралған туҡыма кейенгән жрец статуяһы.
Ҡайһы бер кейем (костюм) тарихсылары дхотиҙы ир-ат кейемен (иң боронғо һинд уратылған кейем) сариҙан алдараҡ булған, тип иҫәпләй. XIV быуатҡа тиклем дхотиҙарҙы ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кейгән.[6] Гандхара скульптураларында (беҙҙең эраның I—VI б.) шуға оҡшаш аяҡтрарын ҡаплап, ә алдан янбаштарына төшөп торған бөрмәле билбау (лоинклот) кейгән алиһәләр һәм бейеүселәр һүрәтләнә. Билдән юғарыраҡ тән яланғас ҡала. «Рамаяна» һәм «Маһабһаратам» кеүек яҙма сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың көндәлек кейеме аяҡтарҙы уратҡан, ә яурындарҙы ҡапланған япма дхоти йәки лунгиҙан (саронгтан) торған.
Бер туҡыма киҫәгенән торған сари — һуңғараҡ барлыҡҡа килгән яңылыҡ. Б. э. VI быуаттан ғына дхоти һәм сари кейеүҙең билдәле бер ҡағиҙәләре барлыҡҡа килә, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәрен айырыу элементтары барлыҡҡа килә, костюмдар менән төбәк типтары айырыла башлай. Нигеҙҙә, сари меңәр йылдар буйы үҙгәрешһеҙ тиерлек ҡала.
Тарихта айырым бәхәс предметы булып чолиҙар, һәм аҫҡы итәк тора. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр, Һиндостанды британлылар колонизациялағанға тиклем улар билдәһеҙ булған, һәм был костюм деталдәрен тыйнаҡлыҡ талаптарын ҡәнәғәтләндереү өсөн индергәндәр, тип белдерә. Элек ҡатын-ҡыҙҙар бер генә урамлы туҡыма кейгән һәм түштәре асыҡ ҡалған. Башҡа тарихсылар төрлө формалағы күкрәк бәйләүҙәренең, яулыҡтарҙың һәм япмаларҙың булыуы тураһында күп кенә текст һәм художестволы дәлилдәр күрһәтә.[3]
XX быуат тиклем Көньяҡ Һиндостанда күп ҡәбиләләрҙең ҡатын-ҡыҙҙары тик сари кейгән һәм тәненең өҫкө өлөшөн асыҡ ҡалдырған. Хатта бөгөн дә, ҡайһы бер ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар чолиҙар кеймәй.
Тәүҙә ике киҫәк туҡыма файҙаланылған: береһен янбаш тирәләй итәк кеүек урап йөрөткәндәр, икенсеһен топ итеп ҡулланғандар. Шунан сариҙар бер бөтөн туҡыманан әҙерләнә башлаған. Уны бер нисә ҡат ҡат итәк кеүек урайҙар, һуңынан күкрәген, яурындарын ҡаплап, яйлап өҫкә күтәрәләр, ҡайһы берҙә башты ҡаплайҙар.
Ундай кейем кейеү — сәнғәттең бер төрө. Ҡыҙҙарҙы сари кейергә бала саҡтан уҡ өйрәтәләр. Һиндостанда сариҙың 17-гә яҡын төрө бар. Сари урауҙың ҡыйынлығы шунда: төйрәүес ҡулланырға ла, туҡымаға энә тейҙерергә ярамай. Иң тәжрибәле ҡатын-ҡыҙҙар бер нисә минут эсендә сари урап, нәзәкәтле күлдәк яһай.[3]
Сари төрҙәре
үҙгәртергәСари ҡулланыуҙа тәрән мәғәнә һалынған. Туҡыманың төҫө ҙур әһәмиәткә эйә. Социаль статус, йәш, ғаилә хәле — быларҙың барыһын да төҫтәр һөйләй. Ҡыҙыл — мөлкәт һәм бәхеткә саҡырыу. Һиндостандың туй сариҙары тап ҡыҙыл төҫтә була. Һарыһы — үрсемлелек. Сағыу ҡыҙғылт һары — уңыш. Аҡ — өлкән йәштәге ханымдарҙың төҫө. Зәңгәр — түбән социаль статус.[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Banerjee M., Miller D. Sari // The Berg Companion to Fashion (ингл.) / V. Steele — 2010. — ISBN 978-1-4742-6471-6
- ↑ БСЭ. Статья «сари».
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Сари. - значение, символика, история, Мердиан.
- ↑ Mohapatra, R. P. (1992) «Fashion styles of ancient India», B. R. Publishing corporation, ISBN 81-7018-723-0
- ↑ Alkazi, Roshan (1983) «Ancient Indian costume», Art Heritage; Ghurye (1951) «Indian costume», Popular book depot (Bombay); Boulanger, Chantal; (1997)
- ↑ Ghurye (1951) «Indian costume», Popular book depot (Bombay); Alkazi, Roshan (1983) «Ancient Indian costume», Art Heritage